Тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып, ҡояш йылмайып ебәреү менән, талпандар ҙа күҙен аса. Өшөүе һәм ас булыуы сәбәпле, улар тере йән эйәләренә йәбешә. Тап ошо осорҙа талпан ҡаҙалған кешеләр дауаханаларға күпләп мөрәжәғәт итә башлай.
Иң ҙур хәүеф эше, шөғөлө урманға бәйлеләргә — һунарсыларға, геологтарға, юл төҙөлөшө, нефть һәм газ үткәреү хеҙмәткәрҙәренә, урмансыларға, туристарға — янай. Һуңғы йылдарҙа талпандан ҡала кешеләренең баҡсаһында зыян күреүе лә күп теркәлгән. Ғөмүмән, был бөжәктең йорт хайуандарына йәки тағы берәй нәмәгә йәбешеп ауыл-ҡалаларға килеүе бар. Талпанды һытып, шулай уҡ кәзә, һыйыр һөтө аша ағыуланғандар ҙа осрай.
Табиптар кәңәш итеүенсә, бөжәктең тәнеңә ҡаҙалғанын абайлау менән, уны, оҙаҡ тотмай, һурып сығарырға кәрәк. Бының өсөн талпан торған урынға май йәки спирт тамыҙып, 20 минут көтөргә, унан, епте элмәк рәүешендә һалып быуып, һаҡ ҡына өҫкә тартырға кәңәш ителә. Был эште пинцет ярҙамында ла башҡарырға мөмкин. Сығарып алғас, талпанды банкаға һалырға ла дауаханаға алып барырға кәрәк. Табиптар уның ағыулымы-юҡмы икәнен билдәләйәсәк.
Талпан тәнгә эләгеү менән ҡанды һура башламай, шуға күрә унан тиҙерәк ҡотолоу сир йоҡтороу хәүефен кәметә. Мөмкинлек булғанда, яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеү яҡшы: белгестәр үҙ эшен һеҙгә ҡарағанда йәһәтерәк, оҫтараҡ башҡарыр. Талпандан тешләнгәс, бер ай тирәһе табипҡа күренеп торорға кәрәк. Тән температураһы күтәрелһә йәки сабыртма барлыҡҡа килһә, инфекционистың консультацияһы кәрәк булыр.
Ауырымаҫ өсөн иң ҡулай сара — талпанға ҡаршы эшләнгән иммуноглобулин препараты. Уның составындағы әҙер антиматдәләр ярҙамында организм вирусҡа бирешмәй. Бынан тыш, башҡа препараттар ҙа бар.
Талпан энцефалитынан һаҡланыуҙың икенсе юлы — урманда үҙеңде дөрөҫ тотоу: тән, шул иҫәптән баш асыҡ булмаҫҡа тейеш. Кейемгә бөжәктәрҙе ҡурҡытҡан репеллент һиптерелһә, тағы ла яҡшыраҡ. Урмандан ҡайтҡас, сисенеп, тәнеңде баштан аяҡҡаса тикшереп сығырға кәрәк.