Магнит дауылы кемде урап уҙа?25.04.2014
Магнит дауылы кемде урап уҙа?
Өлкән йәштәгеләрҙең үтенесе буйынса магнит дауылы тураһында яҙырға булдыҡ. Уның барлыҡҡа килеү сәбәбе ниҙә, һаҡланыу саралары бармы — ошолар хаҡында бер аҙ белешмә биреп үтәбеҙ.

Белгестәр аңлатыуынса, магнит дауылы — геомагнит майҙанының бер нисә сәғәттән күпмелер тәүлеккә тиклем ваҡытта ҡотороп, сыуалып тороуы. Ул Ергә ҡояш еленең асыулы ташҡыны килеп инеүе һәм урындағы магнит сфераһы менән бәйләнешкә инеүе сәбәпле барлыҡҡа килә.
Тарихта иң ҡеүәтле геомагнит дауылы 1859 йылда билдәләнгән. Был хәл “Кэррингтон ваҡиғаһы” булараҡ билдәле. Ричард Кэррингтон ошо йылда ҡояштың гөлт итеп балҡып киткәнен һәм бер нисә сәғәттән ҡеүәтле геомагнит дауылы уҙғанын күҙәткән. Ошонан сығып, һығымта яһалған. Тимәк, геомагнит дауылын ҡояш балҡышы барлыҡҡа килтерә. Был фекер 1980 йылға ҡәҙәр йәшәгән.
Космик дәүер башланыу менән Ҡояшты заманса ҡорамалдар аша күҙәтеү мөмкинлеге асылған. Һөҙөмтәлә магнит дауылы хаҡында башҡа төрлө фекер тыуған: ул Ерҙәге ҡояш еленең көслө ташҡынына бәйле барлыҡҡа килә.
Геомагнит дауылы — космик һауа торошоноң мөһим элементы һәм тормошобоҙға төрлө яҡлап йоғонто яһай. Әйтәйек, бәйләнештең, Йыһан караптарының навигация системаһының өҙөлөүе, трансформаторҙарҙа, торба үткәргестәрҙә өйөрмәле ток барлыҡҡа килеүе, хатта энергетика системаһының боҙолоуы ихтимал. Заманында геомагнит дауылының транспорт һәләкәтенә, производствола төрлө бәлә-ҡазаға килтереүе тураһында ҡыҙыу бәхәстәр булып алған.
Геомагнит дауылы мәлендә кешенең көсө кәмей, башы ауырта, ҡан баҫымы үҙгәрә, кәйефе төшә. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланғандарға һаулығына айырыуса иғтибарлы булыу мөһим. Магнит дауылы ваҡытында инфаркт, инсульт осраҡтары күбәйә, нервы көсөргәнеше арта.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер кеше тәбиғәттәге бындай үҙгәреште бөтөнләй һиҙмәй үткәрә. Ғалимдар раҫлауынса, ҡояштың әүҙемлеге иммунитеты ҡаҡшағандарға, хроник сире булғандарға, ниндәйҙер көсөргәнеш кисергәндәргә ныҡлы тәьҫир итә. Сәләмәт кеше иһә геомагнит дауылына бөтөнләй битараф ҡала.

Табип иҫкәртә
Магнит дауылы буласаҡ көндө күп ашарға, спиртлы эсемлек ҡулланырға ярамай. Һаулыҡ өсөн файҙалы аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Күп итеп таҙа һыу эсергә кәрәк. Шулай уҡ сәй, үлән ҡайнатмалары, цикорий, компот яҡшы кәйеф бүләк итер. Ғөмүмән, йөрәк-ҡан системаһына көслө йоғонто яһамаған эсемлек ҡулланығыҙ. Тимәк, ҡәһүәнән, ҡаты сәйҙән баш тартып торорға кәрәк булыр.
Күп ваҡытты саф һауала үткәрергә, өйҙә бикләнеп ултырмаҫҡа кәңәш ителә. Физик көсөргәнеш талап иткән эштәрҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ.
Магнит дауылы барған ваҡытта тынысландыра торған үлән ҡайнатмалары эсергә кәрәк. Төрлө низағтан, ғауғаларҙан ҡасырға тырышығыҙ. Көсөргәнешле һауа торошонда ҡатмарлы, фекер туплау талап иткән эште башлау һөҙөмтә бирмәҫ. Ғөмүмән, магнит дауылы мәлендә үҙегеҙгә ял ойоштороу отошло булыр.

Быйыл 2, 9, 15, 17, 19, 20, 22 апрелдә магнит дауылы булған. Ул шулай уҡ бөгөн һәм иртәгә көтөлә.


Вернуться назад