— Арыным! — тип зарланған бер мәл баҙарҙа ебәк туҡыма һатыусы. — Эшем шул ҡәҙәр ауыр: кешеләргә ҡарап йылмайырға тырышып, ауыҙ талып бөтә. Һәр таңым бүтән сауҙагәрҙәрҙән ҡалышмау ниәте менән башлана. Ә уларының еңелергә иҫәбе юҡ. Ялҡытты!
— Ә минең эшем ифрат еңел! — тип һүҙгә ҡушылған төҙөүсе. — Кешеләрҙе йортло итеү ниәте менән уға көн дә ашҡынып барам. Өйлө булғанына ҡыуанғандарҙың шатлығы барлыҡ арыу-талыуҙы оноттора. Хеҙмәтемде тағы ла яҡшыраҡ башҡарыу теләге менән яна башлайым.
...Һәр кем эш урынында төҙөүсе булырға тейеш: үҙенә ҡәҙәр һалынған нигеҙҙе һаҡларға, дауам итеп теҙергә тейешле "кирбес"енә барлыҡ күңелен бирергә, янындағыларға "саң" тейҙермәҫкә... Шулай икән, ҡалҡып сығасаҡ "йорт" күркәм, ҡотло булыр, күңелдәр изгелектән ҡоролор.