Хеҙмәттәштәрҙе һүҙ туплай25.04.2014
Хеҙмәттәштәрҙе һүҙ туплай
Хеҙмәткәрҙәрҙең бер-береһе менән күркәм мөнәсәбәттә булыуының ойошма өсөн әһәмиәте ифрат ҙур. Бының нигеҙендә, әлбиттә, аралашыу һәләте ята. Ошонан сығып, хеҙмәттәштәр, ҡул аҫтыңдағылар, өлкән йәштәгеләр менән һөҙөмтәле һөйләшеү йәһәтенән бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.


Фекереңде асыҡ һәм аныҡ әйтә бел. Башҡаларҙа шик тыуҙырырлыҡ йәки ике төрлө мәғәнәле хәбәр һөйләмәгеҙ. Барыһын да асыҡ, "үтә күренмәле" итеп еткерә белеү мөһим. Әйтәйек, берәй нормалағы йә ҡағиҙәләге ниндәйҙер үҙгәрештәр хаҡында фекер алышаһығыҙ икән, мәғлүмәтте дөрөҫ, аныҡ итеп, миҫалдар аша әйтергә кәңәш ителә.

Универсаллеккә ынтылыу мөһим. Хеҙмәттәштәрең алдында, тимәк, киң аудиторияла аралашыу өсөн һәр яҡлап әҙер булырға, төрлө темала "балыҡ кеүек йөҙөргә" өйрәнергә кәрәк.

"Беҙ" һүҙе ҙур көскә эйә. Эш урының өсөн файҙа килтерерҙәй фекереңде алға сығарырға теләгәндә, үҙ исемеңдән һөйләү тейешле һөҙөмтә бирмәҫ, шуның өсөн "беҙ" тип баҫым яһарға кәңәш ителә. Әйтәйек, "ошолай итһәк, отасаҡбыҙ", тиеү коллективҡа ыңғай тәьҫир итмәй ҡалмаҫ, уңышҡа юл һалыр.

Иғтибар күрһәтеү зарур. Хеҙмәттәштәр менән аралашҡанда асыҡ, ғәҙел булырға тырышығыҙ. Шул уҡ ваҡытта башҡаларҙың фекерен бүлдермәйенсә тыңлай белергә, аҙаҡ, кәрәк икән, үҙ һүҙеңде әйтергә кәрәк. Был ниндәй мәсьәләлә килешмәүҙе асыҡларға һәм уның буйынса аныҡ фекергә килергә ярҙам итер.

Үҙ һүҙеңде ваҡытында әйт. Әлбиттә, эштә фекер айырмалығы булмай тормай. Һәр төрлө бәләкәй мәсьәләне башланған сағында уҡ хәл итергә кәрәк. Һуҙып йөрөһәң, уның ҙур проблемаға әйләнеүе, һөҙөмтәлә хеҙмәттәштәрҙең бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәте киҫкенләшеүе ихтимал. Шуның өсөн һәр төрлө мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙан ситтә ҡалмаҫҡа, үҙ һүҙеңде ваҡытында әйтергә кәрәк.
Ғөмүмән, дөрөҫ аралашыу — һәр коллективтың уңыш нигеҙе. Бер-береңә ихтирам, иғтибар күрһәтеп, дөйөм ҡаҙаныш өсөн эшләү һәр кемдең күңелен күтәрер, яңы бейеклектәргә маяҡ булып торор.


Вернуться назад