Нимәгәлер өлгәшергә теләһәң...25.04.2014
Талант менән һәр кем дуҫлашырға теләй икән.
— Әйҙә, бергә йәшәйек, — тип тәҡдим иткән уға Аҡыл. — Миңә өҫтөнлөгөмдө талантлы файҙаланырға өйрәтерһең.
— Юҡ, Талант миңә кәрәгерәк. Янымда уны күреп, кеше минән көлмәй башлар, — ти икән Йүләрлек.
Байлыҡтың үҙ мәнфәғәте:
— Талант, әйҙә, миңә! Һинең булышлыҡ менән тағы ла нығыраҡ хәлләнермен.
— Аҡса миңә кәрәк ул! — тип ҡаршы төшкән Фәҡирлек. — Талант, ярҙам ит!
Әммә Талантҡа икенсерәк, үҙенә сағыуыраҡ янырға булышлыҡ итерҙәй дуҫ кәрәк икән.
— Эҙлә, эҙлә, — тип хуплаған уны Ныҡышмалылыҡ. — Әгәр нимәгәлер өлгәшергә теләйһең икән, маҡсатҡа табан арымай-талмай атларға кәрәк.
— Миңә һинең кеүек дуҫ кәрәк! — тип шатлығынан ҡысҡырып ебәргән Талант. — Ныҡышмалылыҡ булмаһа, бер талант та емеш бирмәҫ.


Вернуться назад