Һайлаясаҡ һөнәрең зауығыңа тура киләме?25.04.2014
Һайлаясаҡ һөнәрең зауығыңа тура киләме?
Һөнәр һайлау — һәр йәш кеше өсөн мөһим аҙым. Ни өсөн тигәндә, ул киләсәктә күп ваҡытын эштә үткәрәсәк, хеҙмәтенән йәшәү сығанағы аласаҡ, үҫеш кисерәсәк, тормошта лайыҡлы урынын табасаҡ. Тимәк, һөнәрҙе дөрөҫ һайлау мөһим.

Тәүҙә шуны әйтеп үтәйек: күптәр ниндәй юлдан китерен алдан уҡ билдәләй. "Уҡытыусы булам!" йәки "Әсәйем һымаҡ кешеләрҙе дауалаясаҡмын!", "Атайым һымаҡ өйҙәр төҙөрмөн!" кеүек яҡты хыялдар менән үҫә бала. Күптәрҙең, әлбиттә, уй-теләге үҙгәрә, шулай ҙа бала саҡтағы тойғоларына тоғро ҡалғандар барлығы хаҡында ла беләбеҙ.
Әгәр инде һөнәр һайлау мәсьәләһен һуңыраҡ, әйтәйек, X-XI кластарҙа, хәл итергә тура килһә, ҡайһыһы зауығыңа ярағанын билдәләргә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр ата-әсәһенең һөнәрен һайларға, уның юлын дауам итергә теләр. Был, әлбиттә, һәйбәт, әммә тормошта һәр кемдең үҙ һуҡмағы, үҙенсәлектәре барлығы хаҡында ла оноторға ярамай. Быны ата-әсәнең дә аңлауы мөһим.
Беренсенән, һайлаясаҡ һөнәрең күңелеңә ятышлы булырға тейеш. Ныҡлы уйла: ғүмер буйы ошо шөғөлгә тоғролоҡ һаҡлай алырһыңмы? Әйтәйек, янғын һүндереүсе булырға теләнең, ти. Һәр саҡ именлек һағында торорға, ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйырға әҙерһеңме? Быға хәлең, ихтыяр көсөң етерме? Ошолар хаҡында үҙаллы фекер йөрөт, был һөнәрҙе һайлаған кешеләр менән һөйләш, атай-әсәйеңдән, уҡытыусыларыңдан кәңәш һора. Улар һинең һәләттәреңде нығыраҡ белә.
Икенсенән, әлеге заманда һайлаясаҡ һөнәреңә хеҙмәт баҙарында ниндәй ихтыяж булыуын белергә кәрәк. Бындай мәғлүмәтте гәзит-журналдан, радио-телевидениенан, Интернеттан алырға мөмкин. Хеҙмәт биржаһына мөрәжәғәт итергә лә була.
Һөнәр һайлағанда һаулыҡ мөмкинлектәрен дә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
"Теләйем", "булдыра алам", "кәрәк" тигән һүҙҙәр — уңышҡа нигеҙ. Тәүгеһе теләкте, ҡыҙыҡһыныуҙы, идеалдарҙы үҙ эсенә алһа, икенсеһе мөмкинлектәрҙе билдәләй, өсөнсөһө иһә, йәмғиәттең ниндәй белгестәргә мохтажлыҡ кисереүенә ҡарап, мөһим маҡсат ҡуйыуға ынтылышты сағылдыра.
Һөнәри карьераны күҙаллау алдынан түбәндәге һорауҙарға яуап бирергә кәрәк:
* Ҡайһы һәләтеңдән ҙурыраҡ ҡәнәғәтлек алаһың?
* Ял сәғәтендә иң яратҡан шөғөлөң ниндәй?
* Ниндәй предмет оҡшай?
* Ниндәй эште иң яҡшыһы тип һанайһың? Уны аныҡ итеп һүрәтлә.
* Ошо вазифаны башҡарыуыңды күҙ алдына килтер.
* Башҡаларҙан ниндәй сифаттарың менән айырылып тораһың? Ошо үҙенсәлектәрең һиңә был һөнәрҙә ярҙам итәсәкме?
Һорауҙарға яуап биргәс, юлды дөрөҫ һайлайым тигән фекергә килһәң, алда торған маҡсаттарыңды ҡағыҙға теркәй башлай алаһың.
Һөнәр һайлағанда түбәндәге хаталы аҙымдарға юл ҡуйыла:
1) иптәшеңә эйәреп, ул һайлаған һөнәрҙе үҙ итеү;
2) кемгәлер мөнәсәбәтеңде уның һөнәренә күсереү;
3) физик мөмкинлектәреңде, психик үҙенсәлектәреңде дөрөҫ баһаламау;
4) һәләтеңдең һөнәрҙең талаптарына тап килмәүе;
5) һөнәрҙең тышҡы яғы — "ялтырауыҡлығы" — хаҡында ғына уйлау һәм башҡалар.


Вернуться назад