Һәр мәлдең, ваҡыттың ҡәҙерен беләйек25.04.2014
— Һеҙҙең өсөн тормошта иң мөһиме нимә? — тип ҡыҙыҡһынған, ти, уҡыусы бар ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған уҡытыусыһынан.
— Быны һин үҙең дә белә алаһың, — тигән остазы. — Уйла, яуапты табырға бер тәүлек ваҡыт бирәм.
Уҡыусы иртәгәһенә иртәнсәк уҡытыусыһының янына ашыҡҡан.
— Яуапты таптым! — тигән ул. — Һеҙҙең өсөн иң мөһиме — ғүмерегеҙҙе бағышлаған эшегеҙ!
— Юҡ, — тип яуаплаған уҡытыусы.
Уҡыусы артабан тағы ла бер нисә вариантын әйткән, әммә уларҙың береһе лә дөрөҫкә сыҡмаған. Тормошта иң мөһиме нимә һуң ул? Дәрәжә, дан, аҡса, мөхәббәт... Остазына яуап бирергә һанаулы ғына минуттар ҡалғас, уҡыусы үҙе лә һиҙмәҫтән: "Ваҡыт!" — тип ҡысҡырып ебәргән.
— Дөрөҫ, — тигән уҡытыусыһы. — Барыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерле нәмә ул. Ваҡыт менән һәр кем үҙенсә эш итә. Күп булһа, мөһимлеген аңламай, уны маҡсатһыҙ көйө бушҡа сарыф итәбеҙ. Кире осраҡта иһә, үҙ-үҙебеҙҙе аямайынса, өлгөрөү өсөн әллә ниҙәр эшләргә әҙербеҙ. Тормош — ҡәҙерле мәл, ваҡыт менән тултырылған һауыт ул.