1994 йылдың ғинуарында “Шоңҡар”ҙың тәүге һаны донъя күрҙе. Эш былай була: 1993 йылдың йәйендә Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең ул саҡтағы директоры, яҙыусы Ғәлим Хисамов шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваға шылтырата. “Йәштәр журналы асыу идеяһы бар, һин шул миссияны үҙ өҫтөңә алһаң ине”, – тип тәҡдим яһай ул.
Таңһылыу Ҡарамышева был үтә лә яуаплы эшкә тотонорға йөрьәт итә, әммә яңы редакцияға бөтөнләй кадрҙар булмай. Бер ниндәй ҙә база юҡ! Журналдың тәүге баш мөхәрриренә бина итеп үҙе көн күргән ике бүлмәле ҡыҫынҡы “хрущевканы” һайларға тура килә. Бер тин дә түләнмәгән эшкә Әхмәр Үтәбай, Дамир Шәрәфетдинов, Әлмира Кәримова, Лилиә Яхина, Рухия Насипова, Иҙел Ҡаһарманов кеүектәрҙе саҡыра. Улар көн дә фатирға эшкә килеп, рубрика уйлай, материал туплай, баҫманы биҙәй…
Бөгөн “Шоңҡар”ға – 20 йыл. Ныҡлы егет ҡорона ингән сағы. Уйлай китһәң, сабый булып донъяға килмәгән ул. Тыуғас та, бәһлеүән ир-азаматтай, ата-бабалар рухын алып, ҡанаттарында йәш, ирекле республиканың затлы хазиналарын күтәреп, күккә ашты “Шоңҡар”!
Бөгөн дә уның ҡарашы үткер, зиһене яҡты. Бөгөн дә һәр кемгә ихласлыҡ һәм йөҙөп осорлоҡ иркенлек бүләк итә. Беҙ бер ҡасан да уҡыусыларыбыҙға үҙебеҙҙең фекерҙе тағып барманыҡ, тик шулай ҙа уйланырға, уйнап алырға ла саҡыра белдек шикелле. Йәмғиәттә һәр заманда ла йәштәргә бер төрлө генә ҡараш йәшәмәне, йәшәмәйәсәк тә. Йәшәмәһен дә. Бер төрлөлөктө, “һоро”лоҡто һөймәй йәшлек. Шуға йәштәр кеүек, тормош кеүек төрлө журналыбыҙ. Төрлөлөктә хәрәкәт, ынтылыш, эҙләнеү йәшеренгән.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙҙы, тоғро дуҫтарыбыҙҙы, “Шоңҡар”ҙы “тыуҙырыусылар”ҙы һәм бөгөн дә уны күккә сөйөүселәрҙе юбилей менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм бөгөн киске сәғәт 7-лә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтәсәк юбилей кисәһенә саҡырып ҡалабыҙ. Тамашала фәҡәт уҡыусыларыбыҙ өсөн сағыу “йондоҙ”ҙар сығыш яһаясаҡ. Журналға яҙылыу ойоштороласаҡ һәм бүләктәр уйнатыласаҡ. Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып та ҡуйған дуҫтар, квитанцияларығыҙҙы тотоп килергә онотмағыҙ.
Илшат ЗАРИПОВ,
“Шоңҡар”ҙың баш мөхәррир урынбаҫары.