Вирус һөжүм итә18.01.2012
Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекция менән ауырыусылар һаны бер аҙна эсендә 47 процентҡа артҡан, һәм рәсми мәғлүмәттәр буйынса 10 921 кеше тәшкил итә. Әммә был күрһәткес, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, 37,9 процентҡа түбәнерәк.
Сирләүселәрҙең 70 проценты – 14 йәшкә тиклемге балалар. Грипп менән ауырыусылар теркәлмәгән. Өфө ҡалаһында сирләүселәрҙең һаны эпидемиологик сиктән 56,6 процентҡа түбән.