Яман шеш ауырыуы һуңғы йылдарҙа ныҡ ҡотора. Бығаса һау-сәләмәт, бер нигә зарланмай, һоҡландырып йәшәгәндәрҙе лә ҡапыл аяҡтан йығып ҡуя был аяуһыҙ сир.
Белорет районының Бирҙеғол ауылы ҡыҙы Нурия Закирова ла көтмәгәндә ауырып китте.
— Дауаханаға шеш бәләкәй саҡта (бер сантиметр тирәһе булғандыр) мөрәжәғәт иткәйнем, — ти ул. — Әммә ул ваҡытта шеш барлығын белмәнем, сөнки “мастопатия” тигән диагноз ҡуйып, операция эшләнеләр. Әлбиттә, хәлем яҡшырманы, үҙемде элеккегә ҡарағанда ла насарыраҡ тоя башланым. Шеш — урынында, етмәһә, күпкә ҙурайҙы... Төрлөсә фекер төйнәп, уйлап йөрөнөм дә, дауахананан сығыу менән онкология бүлегенә барып, анализ тапшырҙым. Күңелемдә бәләкәй генә өмөт ҡуҙы бар ине, ул да гөлт итеп һүнеп ҡуйҙы: һөт биҙемдә яман шеш барлығы асыҡланды. Сирем өсөнсө стадияға барып еткән ине инде...
Артабан химия, нур терапиялары үттем, әммә файҙаһы булманы: шеш 13 сантиметрға етте. “Операция яһап булмай”, — тип белдерҙе табип. Ни эшләргә? Аптырағас, бүлек етәксеһенә мөрәжәғәт иттем. Ашығыс операцияға һалдылар.
Нурияға тағы химия терапияһы билдәләгәндәр. Баш ҡалала 16 йыл туған тел дәрестәрен алып барған, бер нисә йыл элек “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашҡан 37 йәшлек педагогтың дауаланыуға киткән матди сығымды күтәрерлек хәле юҡ. II класта уҡыған ҡыҙы ла бар уның, Өфөлә фатирға түләп йәшәйҙәр. Нурияға химия терапияһын үтергә хәлдән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙһаҡсы, хөрмәтле туғандар! Уның таныштары, бергә уҡыған иптәштәре, яҡташтары, моғайын, битараф ҡалмаҫ тип ышанғы килә. Бәләкәй генә яҡшылыҡ та ерҙә ятып ҡалмай, үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайта, тип өйрәтә бит изге “Ҡөрьән”.
Нурияның Һаҡлыҡ банкынан алынған картаһының номеры —
639002069074935949.