1435 йылдың тәүге яртыһын үткәрҙек. Тәүге мөхәррәм, сәфәр айҙарынан һуң рабиғел әүүәл килде. Унда Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде иҫкә алып, салауаттар әйттек, Пәйғәмбәребеҙҙең тормош юлын өйрәндек. Рабиғел ахыр, йомадиәл әүүәлде үттек, йомадиәл ахыр ҙа тамамланып килә.
Иншаллаһ, 1 майҙан рәжәбкә аяҡ баҫабыҙ. Унан шәғбан, рамаҙан тыуасаҡ. Исламда был өс ай иң изгеләрҙән һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб — Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан — минеке, рамаҙан — өммәтемдеке”, — тигән.
Рәжәбтә изге Рәғәиб кисе бар. Ул — Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла менән әсәһе Әминәнең ҡауышыу ваҡыты. Рәжәб айының беренсе йомаһындағы кис ул. Был мәлгә мосолмандар элек-электән ҙур иғтибар бүлгән. Рәғәиб кисендә күберәк ғибәҙәт ҡылырға, тәүбә итергә, сауаплы ғәмәлдәр ҡылырға кәрәк. Был мәлдә уҡылған доғалар ҡабул ителер, ҡылған намаҙҙың, тотҡан ураҙаның, бирелгән саҙаҡаларҙың әжере күп булыр, иншаллаһ. Рәғәибтең ҡиммәте хаҡында хәҙистәрҙә күп әйтелгән.
Рәжәб айында тағы ла бер мөбәрәк кис бар, ул — Миғраж (26-сы көндән 27-се кискә ҡарай була).
“Бер изгелек ҡылғандар ун тапҡыр артыҡ сауап алыр”, — тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Рәжәбтә эшләнгән яҡшылыҡҡа иһә — 70, шәғбандағыға — 700, ураҙа мәлендә мең мәртәбә артыҡ сауап яҙыла.
Иншаллаһ, тиҙҙән Ураҙа етә. Әле үҙебеҙҙе ошо изге айға әҙерләй башларға тейешбеҙ. Был йәһәттән рәжәбтә бер көн булһа ла ураҙа тотоу хәйерле булыр. Белеүегеҙсә, быйыл да ул оҙон көндәргә тап килә.