Икеләтә түләнергә тейешме? Дауаханала табип булып эшләйем. Күптән түгел мине дежур итергә ҡуйып торҙолар. Ял көндәрендә эшләгәнем өсөн икеләтә түләнергә тейешме?
Салауат.
Өфө ҡалаһы.
Ниндәй ял тураһында һүҙ бара? Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре күҙ уңында тотоламы? Әллә шәхси графигығыҙға бәйле ваҡытмы? Шуға бөтәһен дә аныҡлап әйтер өсөн хеҙмәт килешеүен ҡарарға кәрәк. Әгәр унда һеҙҙең өсөн ҡаралған графикка ярашлы, ял көнөндә эшләһәгеҙ, икеләтә түләнергә тейеш. Әгәр шәхси эш көнөгөҙ шәмбегә йәки йәкшәмбегә тап килгән икән, эш хаҡы ғәҙәттәгесә буласаҡ, сөнки һеҙ күсмә график буйынса дежур итәһегеҙ.
Мутлыҡ ҡылырға тырышалар 2004 йылда 20 мең һум күләмендә кредит алғайным. Бурысымды ҡайтарҙым. Күптән түгел коллекторҙар компанияһы 9 мең һум күләмендәге бурысты ҡайтарыуымды һораны…
Зилиә.
Иглин районы.
Был осраҡта кемдер һеҙгә ҡарата мутлыҡ ҡылырға тырыша, ахырыһы. Шулай ҙа борсолмағыҙ. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 196-сы статьяһына ярашлы, бөтә сроктар ҙа үткән. Шуға түләү кәрәкмәй. Был хәлгә иғтибар бирмәгеҙ. Әгәр ныҡлап борсой башлаһалар, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Күрше хаҡы – тәңре хаҡы Күрше баҡсаның хужаһы беҙҙең ҡойманан 1 метр алыҫлыҡта гараж төҙөй. Уның оҙонлоғо – 12, киңлеге – 5, бейеклеге – 6 метр. Был төҙөлөштө тыйырға ниндәй ҙә булһа ҡанун бармы?
Ҡойманан 1 метр алыҫлыҡта ҡаралты төҙөргә мөмкин. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 222-се статьяһына ярашлы, күршегеҙ төҙөлөш эшен үҙ белдеге менән атҡара тип әйтеп булмай. Был осраҡта гараждың бейек булыуы һөҙөмтәһендә яҡтылыҡ насар төшә тип экспертиза үткәрергә мөмкин. Ә уны суд ҡына тәғәйенләй ала. Әгәр суд процесында хоҡуҡтарығыҙҙың боҙолоуы асыҡланһа, төҙөлөш эштәрен алып барыусы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә бурыслы.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.