Май байрамдарында почта бүлексәләре ғәҙәти режимда хеҙмәтләндерә.
Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике ял көнө — 1 һәм 9 май — ҡаралған. 30 апрелдә һәм 8 майҙа бүлексәләрҙең эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара. 1 һәм 9 майҙа матбуғат баҫмалары, корреспонденциялар таратылмай.