Быйыл баҫыуға былтырғынан бер аҙ һуңғараҡ сыҡтыҡ. Ауыл хужалығы эшсәндәренә бөтәһе 2055 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәсеү бурысы тора. Ужым һәйбәт ҡышлаған.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев сираттағы видеоселектор кәңәшмәһендә ошо хаҡта һөйләне.
– Алға ҙур бурыстар ҡуябыҙ, – тине Эрнст Фәрит улы. – 2017 йылға ауыл хужалығында тулайым продукт күләмен 25 процентҡа арттырырға иҫәп тотабыҙ, шуға беҙгә айырыуса үҫемлекселектән яҡшы һөҙөмтә алырға кәрәк.
Бөгөн республиканың 29 районында ерҙе тырмалай башланылар, 26-һында – ужым культураларын, 25-ендә күп йыллыҡ үләнде туҡландырыуға төштөләр. Дым ҡаплатыу дәррәү бара.
Яҡшы уңыштың төп нигеҙе юғары сифатлы орлоҡ булыуын оноторға ярамай. Быйыл элиталы орлоҡ һатып алыуға ҙур иғтибар бирелгән. Был йәһәттән Ауырғазы, Балтас, Дүртөйлө, Илеш, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Туймазы райондарына тиңләшеүсе юҡ. Орлоҡ ағыулау буйынса Әлшәй, Асҡын, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Мәләүез, Миәкә райондарында эш һәйбәт ойошторолған. Ауырғазы, Дүртөйлө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө, Саҡмағош райондары хужалыҡтары ашлама менән тейешенсә тәьмин ителгән.