Философтарҙы Өфөлә көтәбеҙ25.04.2014
Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең философтар йәмғиәте етәксеһе Вячеслав Степин, уның беренсе урынбаҫары Александр Чумаков, йәмғиәт президенты урынбаҫары Әбдесәләм Гусейнев, баш ғилми секретарь Андрей Королев менән осрашты.

Сарала киләһе йылдың сентябрь-октябрендә Өфөлә “Философия. Толерантлыҡ. Глобалләштереү. Көнсығыш һәм Көнбайыш — донъяға ҡараштар диалогы” VII Рәсәй философтары конгресын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Күҙалланыуынса, конгресс Башҡорт дәүләт университетында үткәреләсәк. Сараға Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 1 550-гә яҡын кешенең килеүе көтөлә.
— Философтар конгресы юғары кимәлдә үтһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Был ваҡиға Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары һәм БРИКС хөкүмәттәре Советы ултырышынан һуң уҙғарыла. Беҙҙә заманса ҡунаҡханалар, күргәҙмә һәм һөйләшеү майҙансыҡтары, конференц-залдар әҙерләнәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад