Кесе Һүрәмдән башланған оло юл25.04.2014
Кесе Һүрәмдән башланған оло юлАрҙаҡлы ғалим Рәшит Әлмөхәмәтовҡа – 80 йәш

Был шәхес барыһын да ябай, итәғәтле, асыҡ күңелле булыуы менән һоҡландыра. Әйтерһең, ғүмерендә бер ҡасан да иңенә ҙур яуаплылыҡ алып, юғары вазифалар биләмәгән, мөһим ғәмәлдәр атҡармаған. Тормошта күп ауыр һынау үтеп, тырышлыҡ һәм эҙмә-эҙлекле еңеүҙәр менән үҙ юлын, асылын табыуға, йөкмәтелгән һәр бурысты еренә еткереп башҡарыуға өлгәшкәндәргә генә шундай етди баҫалҡылыҡ хастыр.
Бөгөн Рәшит Әлмөхәмәтов – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, педагогик эшмәкәрлеге менән киң танылған шәхес. Уны талантлы уҡытыусы, ғалим-методист, бик күп китап, дәреслектәр авторы, оҫта етәксе тип беләләр. Фиҙакәр хеҙмәте “Почет Билдәһе” ордены, миҙалдар, “Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары исемдәр, бихисап грамота менән баһаланған. Ниндәй ҡаҙаныштарын айырыуса мөһим тип билдәләп була икән Рәшит Вәлиәхмәт улының? Һанай китһәң... Хәйер, уның тормош юлындағы һәр йыл, хатта һәр көн тау артылыуға торошлолор.


Етемлек, һуғыш һәм... белемгә ынтылыш
Ейәнсура районының Кесе Һүрәм йылғаһы буйындағы хозур тәбиғәтле, йомшаҡ саф һауалы Бикбау ауылында донъяға килә ул. Тик был матурлыҡты бар сағыулығында күреп, бала саҡ шатлығын тулыһынса татып үҫергә яҙмай – дүрт йәшендә генә үҙенән өс йәшкә өлкәнерәк апаһы Фәрхәнә менән әсәйһеҙ ҡалалар. Аталары икенсе ҡатынға өйләнә.
— Үгәй әсәйебеҙ ифрат егәрле булды, — тип хәтерләй бөгөн Рәшит Вәлиәхмәт улы. — Бик оҫта йырлай ҙа ине. Атайым менән икеһе беҙҙән башҡа тағы ла ете балаға ғүмер бирҙе. Барыбыҙҙы берҙәй күреп, бик яҡшы ҡараны, тәрбиәләне Шәмсинур апай…
Һуғыш башланғас, атайҙары яуға китә, әммә 1942 йылдың мартында, яраланып, кире әйләнеп ҡайта. Шәмсинуры үтә йәш, бәләкәй балалары күп. Тормош йөгөн нисек тартҡандыр?..
Бикбау район үҙәгенән 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, эргә-тирәһендәге биш-алты ауыл өсөн үҙәк тип иҫәпләнә. Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында унда 80 — 90 өй, ете йыллыҡ мәктәп, колхоз идараһы була. Рәшит I класҡа Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда бара. “Уҡытыусылар етмәгәнлектән, икешәр класс бер бүлмәлә урынлашты, шунлыҡтан Фәрхәнә апайым менән йәнәш тура килдек. Һуғыш тамамланғанда мин инде V класс уҡыусыһы инем, — ти Рәшит ағай. — Мәктәптә уҡытыу сифаты нисек булғанын әйтә алмайым, әммә барыбыҙ ҙа белем алыуҙы ҡайҙа булһа ла дауам итергә хыялландыҡ”.

Иң мөһиме – күңел өшөмәй
1946 йылда Мораҡта педагогия училищеһы асыла, Фәрхәнә апай ундағы тәүге студенттар иҫәбен тулыландыра. 1948 йылда Рәшит ағай ҙа туғаны артынан уҡырға инә. Училищела үткәргән дүрт йыл бәләкәй малайҙың яҙмышында хәл иткес әһәмиәткә эйә була.
— Ярты йыл эсендә беҙҙе матур итеп хәреф яҙырға өйрәттеләр, — тип хәтер ебен һүтә Рәшит Вәлиәхмәт улы. — Ауылдан килгән балаға ни, һәр нәмә ят, ҡыҙыҡ тойола. Уҡытыусының һөйләгәндәрен ауыҙ асып тыңлайбыҙ. Һәр яңы дәрес беҙҙең өсөн асылмаған донъя кеүек. Мәҫәлән, рәсем төшөрөү. Уның технологияһын бер йыл өйрәттеләр. Һүрәт яһау тора-бара шул тиклем күңелемә ятты, ауылға ялға ҡайтҡанда ла кистәрен, иҙәнгә ятып, шуның менән мәшғүл була инем. Тыуған яғымдың гүзәл тәбиғәтен сағылдыра торғайным был рәсемдәрҙә. Училищела музыкаға оло һөйөү тәрбиәләйҙәр. Егермеләп бала ҡыллы оркестрҙа шөғөлләнә, улар араһындағы Рәшит думбырала уйнай. Бөтә байрамдарҙа әүҙем ҡатнашалар.
Ауылдан килгән балаларҙан, әлбиттә, урыҫ телен өйрәнеү ҙур тырышлыҡ талап итә. Тәүге курс башында урыҫса диктантты берәү ҙә һәйбәт яҙа алмай. Ләкин бер аҙҙан, ярты йыл самаһы ваҡыттан һуң, бөтәһе лә “өслө” кимәленә күтәрелә. Бер йылдан иһә “дүртле”гә лә өлгәшә башлайҙар. Уңыш сере шунда: көн дә урыҫса диктант йә изложение яҙҙыралар.
Рәшит Вәлиәхмәтов училищела башҡорт теленән белем биргән Фәрзәнә Абдуллина менән Салауат Фәритовты оло ихтирам менән телгә ала. «Аҙаҡ өйләнешеп, Өфөгә күстеләр. Башҡорт теле буйынса бер нисә дәреслек авторы Салауат Хәбир улы Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләне, Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы иһә 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатында (хәҙер – Рәми Ғарипов исемендәге гимназия) белем бирҙе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы булып танылды, әле хаҡлы ялда», – ти ғалим.
Ғөмүмән, училищела уҡытыусылар бик көслө була.
— Үҙ эшен, балаларҙы мөкиббән яратҡан изге йөрәкле кеше ине улар, — тип хәтерләй Рәшит Вәлиәхмәт улы. — Аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөргәндә кескәйҙәрҙең күңеленә ҡанат ҡуйыу, уларҙа белемгә етди ынтылыш тәрбиәләү өсөн ни ҡәҙәр аң-белем, һәләт, рух ныҡлығы кәрәк! Ә йылдары ниндәй ине һуң... 1948 — 1949 йылдарҙа ҡаты аслыҡ булды. Ятаҡтың бер бүлмәһендә утыҙлап бала йәшәйбеҙ. Һыуыҡ. Аҫта – һалам тултырылған түшәк, мендәр. Иртән тороуыбыҙға бүлмәләге һыу туңған була... Әле шул мәлдәрҙе иҫләйем дә уҡыу йортонда физкультураға ҙур иғтибар бирелеүенең беҙҙең өсөн ни ҡәҙәр мөһим булғанына төшөнәм — спорт, маҡсатҡа ынтылыш арҡаһында бирешмәгәнбеҙ!

Кесе Һүрәмдән башланған оло юл«Уҡытыусыны халыҡ та, дәүләт тә хөрмәтләне»
Рәшит Әлмөхәмәтов 1952 йылда Мораҡ педагогия училищеһын уңышлы тамамлай. Яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән студенттарҙы бер айға уҡытыусылар әҙерләү курсына ебәрәләр: математика буйынса — Бөрө, урыҫ теле буйынса Бәләбәй педагогия училищеларына юллама бирелә. Рәшит Әлмөхәмәтов Бәләбәйҙә белемен камиллаштыра. Артабан йәш белгестәр БАССР-ҙың Мәғариф министрлығы аша төрлө районға йүнәлтмә ала.
Рәшит Вәлиәхмәт улы Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Байғужа мәктәбенә ебәреүҙәрен һорай, сөнки Фәрхәнә апаһы унда математиканан уҡытҡан була. Әммә мәктәптә эшләй генә башлаған егетте Көҙән ауылына урыҫ теле уҡытыусыһы кәрәк тип саҡыртып алалар.
Көҙән — ҙур ауыл. Ете йыллыҡ мәктәптә 18 уҡытыусынан торған ҙур коллектив эшләй. Йәш белгесте V — VII кластарға тәғәйенләйҙәр. Комсомол ойошмаһы секретары итеп тә һайлап ҡуялар. Ике йыл рәттән ауыл кешеләренә сәйәси дәрестәр бирә ул. Йәштәр кис һайын “Ҡыҙыл мөйөш”тә йыйылып гәзит-журнал уҡый, донъя яңылыҡтары менән даими танышып бара. Мәктәп уҡытыусылары үҙешмәкәр түңәрәк тә ойоштороп ебәрә, ауылдан ауылға йөрөп концерт ҡуялар. Клубта көн дә ниндәйҙер сара ойошторола, унда өлкән йәштәгеләрҙән алып танауына еҫ инә башлаған үҫмерҙәргә тиклем барыһы ла ихлас күңел аса. «Тәртип боҙоуҙар, маҡсатһыҙлыҡ, битарафлыҡ булманы, – ти Рәшит Вәлиәхмәт улы. – Бәлки, быға уҡытыусыларҙың күпселеге ир затынан булыуы ниндәйҙер кимәлдә йоғонто яһағандыр. Беҙҙе ныҡ ихтирам иттеләр, дәүләт тә юғары кимәлдә эш хаҡы түләне…»
Тәүге отпуск аҡсаһына велосипед һатып алып, Көҙәндән тыуған ауылына елдәй елдереп ҡайтҡанын әле булһа йылмайып хәтерләй Рәшит Әлмөхәмәтов. Яҡын ара түгел бит — туранан 200 саҡрым!

Тәүге етди уңыштар
Көҙәндә икенсе йыл эшләп йөрөгәндә Рәшит Вәлиәхмәт улы “Стәрлетамаҡтағы ике йыллыҡ уҡытыусылар институты педагогия институты тип үҙгәртелде, студенттар ҡабул ителә” тигән иғлан күреп ҡала. Каникул ваҡытында ҡалаға бара һалып, уҡырға инеү шарттары менән танышып ҡайта.
— Ете имтихан тапшырҙыҡ. Барыһын да “бишле”гә бирҙем, — тип хәтерләй ғалим. — Һынау тотҡандар араһында һуғыштан ҡайтҡандар күп ине. Айырыуса яҡташтарым, Ибрай ауылынан Булат Дауытов менән Әхмәтсәлим Яҡупов күңелемдә тәрән эҙ ҡалдырған. Еңеүҙән һуң ике йыл үткәс кенә хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан был яугирҙәр менән артабан бергә уҡырға насип булды. Минән туғыҙ йәшкә өлкән инеләр, икеһе лә гармунда, ҡурайҙа оҫта уйнаны. Әхмәтсәлим шиғырҙар ҙа ижад итә ине. Был курсташтарым менән гел аралашып йәшәнек, балаларын да беләм.
Стәрлетамаҡ педагогия институты ике ҡатлы йортта урынлашҡан була. Унда әҙәбиәт һәм физика-математика факультеттары эшләй. Студенттарҙың яртыһы — егеттәр. Бөтә йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашалар. Институттың директоры, Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының полк комиссары булып хеҙмәт иткән яугир Сәғит Рәхмәт улы Әлибаев ныҡ ғәҙел кеше була, ауыл егеттәрен айырыуса ҡурсалай.
— 1957 йылдың 31 декабрендә өйләндем. Яратҡан ҡыҙым Долорес менән икебеҙҙе бөтә факультет ҡотланы. Институтта тәүге комсомол туйы булғайны ул, – ти Рәшит Вәлиәхмәт улы. – Директорыбыҙ шунда “Фатимам” тигән йырҙы ифрат шәп итеп башҡарғайны...
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, ҡатыны менән бергә ике эш урыны булған мәктәп эҙләйҙәр. Шул саҡ көтмәгәндә Рәшит Әлмөхәмәтовҡа Күгәрсен районындағы Йомағужа мәктәбе директоры булырға тәҡдим яһайҙар. “Институт етәксеһе Сәғит Әлибаевтың шәхси фатихаһын алып, күренекле мәғариф министры Фатима Мостафинаның фарманына ярашлы ҡабул иттем әлеге яуаплы эште”, – тип ғорурланып телгә ала уҙаман был осорҙо. Биш бинаһы булған ҙур мәктәптә ситтән йөрөп уҡыусылар ҙа, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр ҙә була. Яңы директор белем усағына ремонт яһатыуға өлгәшә, интернат төҙөтә, биләмә тирәләй ағас ултырттыра. Ҡырҡ гектар ер биргәстәре, өлкән класс уҡыусыларынан етештереү бригадалары төҙөп, шунда иген, мал аҙығы үҫтерә башлайҙар. Балаларҙы ауыл хужалығы техникаһына өйрәтеү өсөн ремонт оҫтаханаһы асалар, шоферға һәм тракторсыға уҡытыу менән шөғөлләнәләр. Уҡыусыларҙы спортҡа ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бирә Рәшит Вәлиәхмәт улы. Директор булып эшләй башлаған саҡта уҡ Мәләүезгә барып, штанга, шахмат һатып алып ҡайта, балаларҙы спорттың был төрҙәре бик ныҡ йәлеп итә. Биләмәлә күнекмәләр майҙансығы төҙөлә. Хәстәрлек бушҡа китмәй — Йомағужа мәктәбе уҡыусылары төбәктәге спорт ярыштарында һәр саҡ тәүгеләр рәтендә була.
Әйткәндәй, Рәшит Вәлиәхмәт улы үҙе лә шахматты бик оҫта уйнай. Институтта белем алған сағында турнирҙарҙа ла йыш ҡатнашҡан. Саңғы буйынса II разрядҡа эйә. Шулай уҡ заманында еңел атлетика, гимнастика менән шөғөлләнгән, волейбол ярыштарынан ҡалмаған.

Стәрлетамаҡҡа институт бүләк итә
1961 йылда Рәшит Әлмөхәмәтовты РСФСР Педагогия фәндәре академияһы милли мәктәптәр институтының Башҡортостандағы филиалына ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә саҡыралар. Бында 15 йыл эшләп, кесе ғилми хеҙмәткәр, мөдир була, ошо арала кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, “Ҡылым төрҙәрен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү” тигән китабын, тәүге урыҫ теле дәреслектәрен сығара ул. Был мәлдә мәктәптәрҙә яңыса уҡытыуға күсеү барған була. Программалар төҙөү, шуға ярашлы дәреслектәр сығарыу, уҡытыусыларға заманса алымдарҙы еткереү һымаҡ бурыстарҙы атҡарыуҙа Рәшит Вәлиәхмәт улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Өлгөлө хеҙмәте, шәхси сифаттары менән абруй ҡаҙанған ғалимды 1976 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтына (2012 йылда БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы менән берләште) ректор итеп тәғәйенләйҙәр.
— Тәүҙә быға ризалаша алмай йөрөнөм, сөнки бүтән пландарым бар ине, – тип хәтерләй Рәшит Вәлиәхмәт улы. — Өҫтәүенә институтта уҡытыусыларым, студент йылдарындағы дуҫтарым эшләй, уларҙың ышанысын аҡлай алырмынмы һуң, тип икеләндем. Минән алда ректор булған Иншар Ислам улы Насировты яҡшы белә инем, Өфөлә, Стәрлелә күрешеп йөрөнөк. Ул эшләгән йылдарҙа матди-техник базаны тулыландырыу йәһәтенән күп нәмә башҡарылғайны инде: уҡыу корпусы, студенттар ятағы, ашхана булды. Шулай ҙа ҡайһы бер мәсьәләләр кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап итә икән. Уҡытыусыларҙың белем сифатын яҡшыртыу, ғилми-тикшеренеү йүнәлешен көсәйтеү, йәш белгестәрҙе илдең төп юғары уҡыу йорттарына аспирант итеп күберәк оҙатыу кәрәк ине. Институтта уҡытыусыларҙың 23 проценты ғына ғилми дәрәжәгә һәм маҡтаулы исемгә эйә булып сыҡты, ә был – илдең педагогик юғары уҡыу йорттары араһында иң түбән күрһәткестәрҙең береһе. Кафедраларҙа аспирантура бөтөргән, әммә диссертация яҡламаған 30 уҡытыусы эшләне. Ике факультеттан торған институтта уҡыу корпустары, лаборатория һәм оҫтаханалар, ятаҡтар етди ремонт талап итте...
Әлмөхәмәтов тәүҙә Стәрлетамаҡта, һуңынан Өфөлә яңы институт бинаһы төҙөү мәсьәләһен күтәрә. Аҡса табыуы ауыр, юҡ менән булаһың, тип кире өгөтләйҙәр. Тиҫтәләрсә тапҡыр Мәскәүгә барырға тура килә. Ниһайәт, аҡсаһын да, уңайлы проектын да табалар. 1985 йылда 1300 урынға иҫәпләнгән һоҡланғыс уҡыу корпусы сафҡа инә, 380 урынлыҡ дөйөм ятаҡ, уҡытыусылар өсөн 35 фатирлы йорт, спорт лагеры, санаторий-профилакторий төҙөлә. Институтта башланғыс кластар, дөйөм техник дисциплиналар һәм хеҙмәт, тарих-педагогика факультеттары асыла, “Милли мәктәптәрҙә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Математика һәм информатика уҡытыусыһы” һөнәрҙәре буйынса ла белем бирә башлайҙар. Йыл да 15-20 йәш белгесте Рәсәйҙең төп уҡыу йорттары аспирантураларына ебәреү мөмкинлеген алалар. Уҡытыусыларға кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау, монографиялар, дәреслектәр яҙыу, уҡыу-методика ҡулланмалары, фәнни йыйынтыҡтар сығарыу мөмкинлеге тыуа, студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эше яйға һалына.
Әйткәндәй, Рәшит Вәлиәхмәт улының ошо уҡыу йортондағы байтаҡ студенты хәҙер — фиҙакәр хеҙмәт менән ҙур уңышҡа өлгәшкән, республикала, илдә ҙур абруй ҡаҙанған кешеләр. Ғалим улар менән ғорурланыуын йәшермәй.
Стәрлетамаҡта Рәшит Вәлиәхмәт улын әле лә һағынып һөйләйҙәр. “Әлмөхәмәтов институтта эшләгән йылдар иң емешлеһе булды. Ул Стәрлетамаҡҡа институт бүләк итеп ҡалдырҙы”, — тигән һүҙҙәр уның оло хеҙмәтенә хаҡлы баһа булып яңғырай.

Мәғарифтың ысын күтәрелеш осоро
Ректор эшен 13 йыл дауамында намыҫ менән башҡара Рәшит Әлмөхәмәтов. Ҙур һынау үткән етәксене 1989 йылда Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтына (әле — Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты) ректор итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ла үҙен һәр яҡлап тәжрибәле, белемле, булдыҡлы итеп күрһәтә Рәшит Вәлиәхмәт улы. Институттың Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Бөрөлә, Мәсәғүттә филиалдары асыла, был төпкөл райондар уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу йәһәтенән уңайлыҡтар тыуҙыра. Урыҫ теле, тәбиғи математика, коррекцион педагогика, психология кеүек яңы кафедралар булдырыла. Тап ошо осорҙа компьютер системаһына күсеү башлана, институтта махсус мәғлүмәт үҙәге асылып, уҡытыусыларҙы заман техникаһына өйрәтеү курстары ойошторола.
— Ул мәлдә белем биреүҙең яңы концепцияһы төҙөлөп, яңы уҡыу планы тормошҡа ашырыла ине, — ти Рәшит Вәлиәхмәт улы. — Заманға ярашлы мәктәптәр, лицейҙар, гимназиялар асыла башланы. Уларҙа сифатлы белем биреүҙе төп маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Һуңыраҡ колледждар барлыҡҡа килде. Биш-алты шәхси мәктәп эшләй башланы. Көнсығыш иҡтисад гуманитар университеты (хәҙерге ВЭГУ академияһы) ла минең имза ҡуйылған лицензия менән асылғайны. Республикала өс компьютер мәктәбенә нигеҙ һалынды: Белорет ҡалаһында, Мәләүез һәм Баймаҡ райондарында. Был мәктәптәргә, ситтән килеп белем алыу мөмкинлеген күҙ уңында тотоп, ятаҡ та төҙөттөк. Уларҙа уҡытыу бик уңышлы башланғыс алды.
Финанс-иҡтисад лицейы асырға тигән ҙур ниәте, дәрте лә була Әлмөхәмәтовтың. “Беҙҙә бит башҡорт банкирҙары юҡ кимәлендә”, – тип әсенә ул. Был мәсьәлә буйынса күп тапҡыр һөйләшеүҙәр алып бара, байтаҡ банкир уға лицей асыуҙа ярҙамлашырға әҙерлеген белдерә. Ләкин ҡайһы бер ҡаршылыҡтар арҡаһында был изге хыял тормошҡа ашмай ҡала...

Ул ярған һуҡмаҡтар һыуынмаҫ
Рәшит Әлмөхәмәтов әле лә сафта – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетында эшләй. 1997 йылда лингвистик фәндәрҙе уҡытыу методикаһы кафедраһын ойоштороп, 2008 йылға ҡәҙәр уға етәкселек итте, хәҙер профессор булараҡ — йәш уҡытыусыларҙың, аспиранттарҙың, студенттарҙың яҡын кәңәшсеһе, абруйлы остазы.
— Коллектив бик әүҙем, йәштәр күп. Барыһының да тиерлек китаптары, дәреслектәре сыға килә, — ти Рәшит Вәлиәхмәт улы. — Йәштәрҙең дәрте, эшлеклелеге, етдилеге, оло маҡсаттар менән йәшәүе беҙ һалған һуҡмаҡтың киләсәктә лә өҙөлмәҫенә ышанысты нығыта.
Ғалимыбыҙ оҙаҡ йылдар республиканың Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы милли уҡыу йорттары өсөн яңы программа һәм дәреслектәр сығарыу, башҡорт мәктәптәрен артабан камиллаштырыу менән шөғөлләнгән комиссияның ағзаһы булды, әле ведомствоның Йәмәғәт советы ағзаһы.
Рәшит ағайҙың ҡыҙҙары ла ата-әсәһе кеүек юғары педагогик белемле. Икеһе лә ғаилә ҡорған, Лариса — ике, Альбина өс бала үҫтерә. Ейән-ейәнсәрҙәре Рәшит ағай янына һәр саҡ килеп тора, ҡыуаныстары, күңел серҙәре, хыялдары менән уртаҡлаша. Һоҡланғыс ғүмер һәм хеҙмәт юлы үткән, тормош һынауҙарынан сынығып, йәшәүҙең һәр минуты ҡәҙерле булыуына яҡшы төшөнгән Рәшит Вәлиәхмәт улының йәш быуынға бирер кәңәштәре бихисап, уртаҡлашыр тәжрибәһе бай.


Вернуться назад