Матурлыҡтың сере — хеҙмәт һөйөүҙә23.04.2014
Матурлыҡтың сере — хеҙмәт һөйөүҙә
Һөнәренә ғүмер буйы тоғро ҡалып, дүрт тиҫтә йылға яҡын балаларҙы белем үрҙәренә әйҙәгән Ғәлимә Ғәлиева — Илеш районына башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәтергә килгән тәүге уҡытыусыларҙың береһе.

Күркәм холоҡло, тыйнаҡ, ҡояштай көләс йөҙлө, хеҙмәтенән йәм һәм тәм табып йәшәгән остазыбыҙ йәмле Дим буйында, Әлшәй районының Һарыш ауылында донъяға килгән. Ишле ғаиләлә тәүге бала булған Ғәлимә апай бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған, хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын, унан БДУ-ның әлеге Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған. Шул мәлдән алып 36 йыл инде Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияла белем бирә.
Һәр дәресен мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы итеп үткәрә ул. Балалар менән уртаҡ тел таба белә, барыһына ла тигеҙ ҡарай, айырым шөғөлләнеүгә лә ваҡыт бүлә. Дәфтәрҙәге генә түгел, күңелдәге хаталарҙы ла ваҡытында төҙәтеү һәләтенә эйә Ғәлимә Мансур ҡыҙы. Балаларҙы бер-береһенә, бәләкәстәргә, өлкәндәргә мәрхәмәтле булырға, туған телде, Ватанды яратырға өйрәтә.
— Һәр бала дәрескә шат күңел, ҙур теләк менән инергә һәм шундай уҡ кәйефтә сығырға тейеш, — ти ул. — Мәктәптә үҙләштерелгән ҡиммәттәр киләсәктә ысын кеше булып йәшәргә ярҙам итә.
Әлбиттә, уҡытыусының төп бурысы — белем биреү. Әммә әлеге ҡатмарлы заманда тәрбиәгә айырым иғтибар бүлеү мөһим. Был йәһәттән төрлө социаль хәлдәге балаларҙың күңеленә үтеп инеп, хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндереү, тормошта дөрөҫ юл табырға ярҙам итеү бурысын Ғәлимә Мансур ҡыҙы кеүек юғары оҫталыҡ менән атҡарғандар аҙым һайын осрамай.
Уҡытыусыбыҙ етәкселегендәге һәр сара юғары кимәлдә үтә. Заманында ул Өфө, Ульяновск, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына, Украина, Беларусь, Балтик буйы илдәренә сәйәхәттәр ойошторҙо. Йылдың ниндәй генә миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, тәбиғәт ҡосағында ял итеү, ике-өс көнлөк походтарға сығыу, тыуған көндәрҙе бергәләп үткәреү, концертҡа, театрға йөрөү, әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре менән осрашыуҙар күңелдә матур хәтирә булып уйылған.
Ифрат ярҙамсыл, кешелекле, ихлас ул Ғәлимә Мансур ҡыҙы. Йылмайыуҙан балҡыған йөҙөнән, тилбер хәрәкәттәренән йәшлек дәрте бөркөлөп тора. Башҡаларға ҡарата насар уйлы булмаған, хеҙмәтте һөйгән, изгелекле кеше генә шулай төҫ ташламайҙыр ул. Йәш быуын менән көн дә аралашыу, уларҙың уй-хыялы менән йәшәү ҙә — матурлыҡтың бер серелер. Байтаҡ уҡыусыһының "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүе, "Аҡмулла вариҫтары" конкурсында, олимпиадаларҙа алдынғы урындарҙы яулауы, аҙаҡ радио-телевидениела, матбуғат баҫмаларында уңышлы эшләүе йәки сәнғәт юлын һайлауы — Ғәлимә Мансур ҡыҙының тырышлығы, сабырлығы, үҙ-үҙен аямай, көсөн йәлләмәй хеҙмәт итеүе һөҙөмтәһе. Уның хәҙерге башҡорт әҙәбиәте буйынса ойошторған түңәрәге Ғ. Зарипов исемендәге премияға ла лайыҡ булды.
Остазымдың эш урынында ла, өйөндә лә китап, гәзит-журнал, энциклопедия, һүҙлектәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ул матбуғат баҫмаларын күпләп алдыра, үҙе лә яҙыша, Өфө театрҙарына йөрөргә лә өлгөрә. Моңло тауышы, күп шиғырҙы яттан белеүе менән дә һоҡландыра.
Ғәлимә Мансур ҡыҙы ире Тимерхан ағай менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Балалары инде үҙ ғаиләһен ҡорған, өләсәй менән олатай хәҙер ейәндәрен тәрбиәләшә.
Мәктәптә эшләү дәүерендә бик күп грамотаға лайыҡ була Ғәлимә Ғәлиева. 1992 йылда "Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы" исемен ала, "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-1998" конкурсында, 2008 йылда "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проекты буйынса уҙғарылған "Рәсәйҙең иң алдынғы уҡытыусыһы" бәйгеһендә еңеү яулай. Өҫтәүенә төрлө йылдарҙа республика матбуғат баҫмаларының лауреаты итеп билдәләнә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһына делегат итеп һайлана.
Ошолай ең һыҙғанып, дәртләнеп эшләгән, заман менән бергә атлаған хөрмәтле Ғәлимә Мансур ҡыҙына артабан да уңыштар насип булһын.



Махсус битте Дилбәр Ишморатова әҙерләне.


Вернуться назад