Эшләгәндәре – бушҡа18.01.2012
Республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, яңы йылды Башҡортостандың 28 ойошмаһы эш хаҡы буйынса бурыс менән ҡаршы алған (111,5 миллион һум).
Декабрҙә ете ойошма бурысын кәметеүгә, ә алты предприятие эш хаҡын тулыһынса түләп бөтөүгә өлгәшкән. Ҡайһы бер эш биреүселәр, киреһенсә, бурысын арттырған. Был исемлектә – Баймаҡ районының “Төйәләҫ” йәмғиәте, Салауат ҡалаһының “Гидроальянс”, “Салауат-3 Востокнефтезаводмонтаж” йәмғиәттәре, Ҡалтасы районының “Коммунальник” унитар предприятиеһы. Былтыр республикала эш хаҡын түләү буйынса ҡануниәтте боҙған өсөн 4,6 миллион һумлыҡ 1 225 штраф һалынған.


Вернуться назад