Башҡортостан, Татарстан һәм Саха (Яҡут) Фәндәр академиялары хеҙмәткәрҙәре бер-береһе менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып эшләй. Өс төбәктең ғилми берләшмәләрен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, был мәсьәләне хәл итеүҙәге ҡатмарлылыҡтар хаҡында фекер алышыу даими уҙғарыла.
Күптән түгел Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов менән учреждение президенты урынбаҫары Венер Солтанғолов Саха (Яҡут) Фәндәр академияһының 20 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашты. Программаға ярашлы уҙғарылған ғилми-ғәмәли конференцияла, фәнни-техник үҫеш буйынса кәңәшмәлә Рәсәй төбәктәрендәге Фәндәр академияларының эшмәкәрлек һөҙөмтәһе билдәләнде, учреждениелар араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһимлеге әйтелде. Айырыуса сәләмәтлек, экология мәсьәләләрен хәл итеү буйынса тығыҙ бәйләнештә эшләргә кәрәк.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Себер, Саха (Яҡут), Чукотка, Магадан төбәктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ ҙур проекттарҙы ғилми йәһәттән тәьмин итеү, комплекслы программалар булдырыу зарурлығын билдәләне. Рәсәйҙең төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығышының арктик һәм субарктик зонаһын өйрәнеү Саха (Яҡут), Башҡортостан, Татарстан Фәндәр академиялары, РФА-ның Алыҫ Көнсығыш, Себер һәм Урал бүлексәләре эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.
Сарала Саха (Яҡут) Республикаһы Президенты Егор Борисов, күп биләмәнең әлегәсә фәнни йәһәттән өйрәнелмәгәнлеге хаҡында бәйән итеп, илдең алдынғы ғилми учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында яңы экспедициялар ойоштороу мәле еткәнлеген белдерҙе. Нефть һәм газ сығарыуҙы арттырыуҙа башҡорт һәм татар белгестәренең ярҙамына таянырға ниәтләйҙәр. Президент әйтеүенсә, ғалимдар тарафынан бөтөнләй тикшерелмәгән Арктика зонаһына айырым иғтибар бүлеү зарур.
Байрамдың тантаналы йыйылышында Саха (Яҡут) Фәндәр академияһы президенты Игорь Колодезников алдағы бурыстар хаҡында бәйән итте. Учреждение әле бер нисә уҡыу йорто ҡатнашлығында "Яҡут тарихы" исемле күп томлы хеҙмәт һәм энциклопедик һүҙлектәр әҙерләү менән мәшғүл. Беҙҙең республика белгестәре уларға ярҙам итергә әҙер.