Конкурстың йылдан-йыл сифатлыраҡ, йөкмәткелерәк була барыуы һөйөнөслө. Шуға күрә лә сығыштарға баһа биреүе лә ауырлаша.
Быйыл, мәҫәлән, 26 ижади хеҙмәттең 11-енә юғары билдә ҡуйылды. Улар бай йөкмәткеле, күркәм биҙәлешле, сағыу булыуы менән айырылып торҙо. Күбеһе урындағы фольклор материалдары нигеҙендә эшләнгән, уҡыусылар эҙләнгән, өлкән быуын вәкилдәре менән осрашып, бихисап тарихи мәғлүмәт яҙып алған. Сығыштарҙы баһалағанда, уларҙың туған телебеҙҙә башҡарылыуына айырым иғтибар бүлдек: рухи хазинабыҙҙың ҡулланылыу даирәһен киңәйтеүҙә һәр мөмкинлектән файҙаланыу мөһим.
Мәғлүм булыуынса, был конкурста уҡыусылар ғилми-тикшеренеү эше нигеҙендә төҙөлгән сценарий буйынса фольклор тамашаһы күрһәтә. Балалар был бурыстың һәр этабына етди ҡараған. Фәнни эштәрҙең исеме, тема төрлөлөгө иғтибарға лайыҡ. Миҫал өсөн береһенең йөкмәткеһенә туҡталып китәйек. "Ураҡ өҫтө" байрамын әҙерләп алып килгән Саҡмағош районының Ҡалмашбаш мәктәбе уҡыусылары йолаларҙың әһәмиәтен былай тип билдәләй: "Әҙәм балаһы шатлығын оҙайтырға, ҡайғыһын мөмкин тиклем кәметергә тырыша. Күңелен төрлө байрам, йола менән биҙәй, ә михнәтен, үлемде сабырлыҡ, йыуаныс аша еңеләйтә. Ошоға бәйле барлыҡҡа килгән ғөрөф-ғәҙәт, уйындар — милләттең рухи байлығы, сәнғәте, мәҙәниәте". Саҡмағош уҡыусылары Ҡалмашбаш ауылында һаҡланып ҡалған бейеүле, таҡмаҡлы уйындарҙы йыйып өйрәнгән, ураҡ өмәһе тураһында бай мәғлүмәт туплаған. Бурыстар ҙа билдәләнгән: халыҡ йолаларына таянып, йәш быуынды ҙур тормошҡа әҙерләү; милләт тарихын тәрәнерәк аңларға ярҙам итеү; телмәр мәҙәниәтен, зауыҡты үҫтереү; халыҡ алдындағы яуаплылыҡты арттырыу; күңелгә — милли рух, телгә, илгә һөйөү һалыу.
Йомғаҡлау һүҙендә уҡыусылар ҡайһы бер фекерҙәрен таҡмаҡлап яҙып ҡуйған:
Эҙләнеү маҡсатын ҡуйҙыҡ —
Хеҙмәт бушҡа китмәне.
Таҡмаҡ, уйындар өйрәндек —
Улар бит иҫ китмәле!
Ағинәйҙәр, рәхмәт һеҙгә,
Йәшәгеҙ йөҙгә саҡлы!
Һәр һүҙегеҙ алтын кеүек,
Кәңәштәрегеҙ хаҡлы. (Гөлшан Ғимаева, VII класс уҡыусыһы).
Ауыл буйлап йөрөй торғас,
Күп таҡмаҡтар өйрәндек.
Өйрәнеп кенә ҡалманыҡ,
Таҡмаҡсыға әйләндек!
Был эш беҙгә бик оҡшаны,
Дауам итербеҙ әле.
Уйнап-көлөп, йырлап-бейеп
Ғүмер итербеҙ әле. (Ирина Шәйхетдинова, VII класс уҡыусыһы).
Балаларҙың ихлас күңелдән әйтелгән, эҙләнеү эштәренең файҙаһын, әһәмиәтен билдәләгән был таҡмаҡтарға өҫтәп, республиканың Мәғариф министрлығы "Башҡортостан ынйылары" проектын тормошҡа ашырып, ифрат ҙур эш башҡара тип әйтергә генә ҡала.
Азамат АҠЪЮЛОВ,
тарих фәндәре кандидаты,
конкурстың жюри ағзаһы.