Аҫылташ күп, күрә генә бел23.04.2014
Аҫылташ күп, күрә генә бел
Халҡыбыҙҙың күңел түрендә быуаттар дауамында һаҡланып килгән, уның тарихын, тормош-көнкүрешен, уй-теләген сағылдырған рухи хазиналарыбыҙҙы йәш быуынға еткереү — мөҡәддәс бурысыбыҙ. Был йәһәттән республика Мәғариф министрлығының уңышлы эшен билдәләргә кәрәк: ведомство хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән балалар араһында төрлө саралар даими уҙғарыла. Мәҫәлән, "Башҡортостан ынйылары" конкурс-фестивале һәр быуын вәкилдәренең һөйөүен яуланы.

Бәйгенең бер тармағы урындағы фольклорҙы өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Билдәле педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева һәм кинодраматург Зөһрә Бураҡаеваның башланғысы менән тормошҡа ашырылған был проект йәш быуынды татыулыҡҡа, берҙәмлеккә, мәҙәнилеккә өйрәтә, ижади һәләтте асырға булышлыҡ итә.
Һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған "Башҡортостан ынйылары" республика конкурсының финалсыларын ҡунаҡсыл Әлшәй ере ихлас ҡаршы алды. Быйылғы бәйге халҡыбыҙҙың балалар уйындарына арналды.
Аҫылташ күп, күрә генә бел Сәхнәлә барған сығыштар берсә тау башына алып менә йә йылға буйында йөрөтә, ҡыр эштәре менән мәшғүл колхозсылар янына ла илтә... Сатин күлдәктәр, сикәләп үрелеп, осона атлас таҫма тағылған толомдар, бөрмә ыштан, сабата, ҡуңалтаҡ калуш — тарихыбыҙҙағы төрлө дәүерҙе, милләтебеҙ үҙенсәлектәрен сағылдырҙы уҡыусылар. Һәр коллектив үҙенең тыуған яғындағы көйҙәр, таҡмаҡтар, бейеү оҫталығы, һөйләш нигеҙендә шәп тамаша ойошторҙо. Сәхнәлә хәҙер инде бик һирәк күренгән "Наза", "Косилка-молотилка", "Зилем-Зилиә", "Ебегән", "Тыпырҙаҡ", "Сылбыр", "Өсмөйөш" һәм башҡа бейеүҙәрҙең урындарҙа төрлөсә башҡарылыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Халҡыбыҙҙың милли ҡоралдарында уйнағандарҙың башҡа йылдар менән сағыштырғанда шаҡтай артыуы ла күҙгә салынмай ҡалманы.
Иң ҡыҙыу ярыш уйын башлаусылар араһында булды кеүек. Бәйгенең шарты шул: конкурсант ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамашасыларға тыуған яғында таралған уйынды өйрәтергә тейеш. Бында Әлшәй, Стәрлетамаҡ, Бөрйән райондарының баҫҡан ерендә ут сығарыр лидерҙары айырылып торҙо.
Балалар коллективтарының етәкселәре өсөн үткәрелгән "оҫталыҡ дәресе" лә ифрат фәһемле булды. Башҡортостан Мәғариф министрлығының бүлек мөдире, жюри рәйесе М.М. Ғилметдинова, ошо уҡ ведомствоның белгесе Ф.С. Дәминдәров, проекттың авторы М.С. Бураҡаева, тарих фәндәре кандидаты А.С. Аҡъюлов, виртуоз ҡумыҙсы М.М. Зәйнетдинов, Әлшәйҙәге Пионерҙар йорто директоры Н.А. Самойлованың сығыштарын тыңларға хатта финалға үтә алмаған ижади төркөмдәрҙең остаздары ла килгәйне.
— Сығыштарҙың барыһы ла тиерлек һәйбәт әҙерләнгән, әммә бер төрлөлөк кәйефте ҡырыңҡырай, — тине һөйләшеү барышында Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. — Ижадҡа, фантазияға, эҙләнеүгә шул тиклем киң мөмкинлек бирелгән — ҡолас йәйеп эшлә генә! Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 26 коллективтың 21-ендә "Наза" менән "Косилка-молотилка"ның уйналыуы, "Үгеҙ йөҙөк" уйынында әтәс булып ҡысҡырыуҙың ҡабатланыуы эсте бошорҙо. Был дәғүә уҡыусыларға түгел, ә уларҙы бәйгегә әҙерләп алып килгән өлкәндәргә ҡағыла. Әлбиттә, мәктәптәрҙә түңәрәктәрҙең ҡыҫҡартылыуы, йыр дәрестәрендә күберәк урыҫ йырҙарын өйрәтеүгә өҫтөнлөк биреү, кисәләрҙә сит ил музыкаһын ҡысҡыртып ҡуйыу һәм башҡа етешһеҙлектәр рухыбыҙға кире йоғонто яһамай ҡалмай. Сәнғәтебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең киләсәген хәстәрләгән, халыҡтың, республиканың артабанғы яҙмышы хаҡында уйлаған етәкселәр был йәһәттән сара күрергә тейештер. Беҙ иһә ошондай конкурстар аша дөйөм эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, тип уйлайым.
Ысынлап та, рухи байлығыбыҙҙы юҡҡа сығарһаҡ, аҙаҡ ни булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Быны ойоштороусылар, балалар коллективтары етәкселәре, ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән Әлшәй районы хакимиәте яҡшы аңлай, шуға күрә ваҡыты, көсө менән иҫәпләшмәй, байрамды юғары кимәлдә үткәрергә тырышҡан.
...Бәйге еңеүсеһеҙ булмай. Командаларҙан беренсе урынға Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Ынйылар" һәм Әлшәй районының "Айгүзәл" төркөмө лайыҡ булһа, айырым уҡыусылар араһынан Гран-при Әлшәй районының Сурай ауылы ҡыҙы Наҙгөл Һәүбәноваға тапшырылды. Конкурстың лауреаттарына, дипломанттарына республика Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы, иҫтәлекле бүләктәр бирелде.
Шуны ла билдәләп үтмәү мөмкин түгел: милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙә башҡорт теле өйрәнелгән татар мәктәптәре уҡытыусыларының өлөшө ҙур. Минеңсә, уларҙы тағы ла дәртләндереү өсөн айырым номинация булдырыу дөрөҫ булыр ине.
Рух күтәренкелеге, дәрт алып ҡайттыҡ ҡунаҡсыл Әлшәй еренән. "Башҡортостан ынйылары" кеүек проекттарҙың майҙаны йылдан-йыл киңәйһен, ғүмерле булһын ине.


Мәрүә ҒИЛМЕТДИНОВА, республика Мәғариф министрлығының бүлек мөдире:
— Конкурстың майҙаны йылдан-йыл киңәйә, сара һайын яңы "йондоҙҙар" асыла. Сығыш яһағандар араһында башҡорт телен дәүләт статусы булараҡ өйрәнгән мәктәп уҡыусыларының күплеге һөйөнөслө. Уларҙың уҡытыусыларына айырыуса рәхмәт белдерәбеҙ. Ғөмүмән, "Башҡортостан ынйылары" йыйған "аҫылташтар"ҙың киләсәктә яҡты янырына ышаныс ҙур.


Вернуться назад