Республика хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәрен башланы. Бөгөн ауыл эшсәндәре ужым, күп йыллыҡ үлән культураларын туҡландыра, дым ҡаплата. Был хаҡта ҡыҙыҡһынып, ҡайһы бер райондарға шылтыраттыҡ.
Илгизәр ХӘМИҘУЛЛИН, Илеш районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы: – Бөтә транспорт саралары сәсеүгә әҙер. Әле хужалыҡтар орлоҡ ағыулай, дым ҡаплата, ужым, күп йыллыҡ культураларҙы туҡландырыуҙы тамамлау алдында. Айырыуса Куйбышев, Максим Горький, Муса Гәрәев исемендәге крәҫтиән (фермер), “Урожай” хужалыҡтары, “Үҙәк” МТС-ының Илеш районындағы филиалы, “Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эштәр уңышлы бара.
Ришат МӘҠСҮТОВ, Ейәнсура районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы: – Ужым һәйбәт ҡышлаған, яғыулыҡ, орлоҡ етерлек. Көндәр аяҙ торһа, ошо көндәрҙә сәсеүгә төшәсәкбеҙ.
Фәнис СӘЙФЕТДИНОВ, Күгәрсен районының баш агрономы: – Айырыуса “Агропродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Ергән” МТС-ының “Исем” бүлексәһе, М. Горький участкаһы, “Октябрь” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында эштәр көйлө бара. Механизаторҙар, техника етерлек.
В. АЙҘАРОВ яҙып алды.