“Барыбыҙ ҙа -– өмәгә!” Был саҡырыуға тотош республика буйынса меңәрләгән кеше ҡушылды. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, ҡояш менән бергә ҡала, ауыл урамдарына һепертке, көрәк-тырма менән ҡоралланған кешеләр сыҡты. Сүп-сар тоҡсайҙары былтырғы үлән-япраҡ, ҡағыҙ-фәлән, шешәләр менән тиҙ тулды.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, тирә-яҡты таҙартыуға студенттар, уҡыусылар һәм хаҡлы ялдағылар ҙа ҡушылды. Мәктәптәрҙә иһә фәндәрҙе ике сәғәтлек хеҙмәт дәрестәренә алмаштырҙылар.
Фотохәбәрсебеҙ Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттары менән бергә эшләп йөрөнө. Был йәштәр йыл да, университет эргәһе ҡарҙан әрселеү менән, уны “гөлт” итеп таҙартып ҡуя.
Көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына меңәрләгән тонна сүп-сар сығарылған. Әйткәндәй, үткән аҙналағы өмәләрҙә 166 мең кеше ҡатнашҡан, улар өс тоннанан ашыу ҡый йыйған. Шулай ҙа эштәр байтаҡ әле. Хәйер, экологик өмәләр 17 майға тиклем дауам итәсәк. Әммә шуны ла хәтерҙән сығармайыҡ: сүпләмәгән генә урында таҙа була.
Былтыр яҙғы өмәләр мәлендә республикала 317 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдығы йыйылған. 495 мең төп ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Был йәһәттән Миәкә районына етеүсе булмаған, төбәктә 120 мең үҫенте гөрләп тамыр йәйгән.