Халыҡ-ара кимәлдә танылды23.04.2014
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы режиссеры Гөлназ Ғәлимуллинаның билдәле Паралимпия спортсыһы Ирек Зарипов хаҡындағы “Ғүмер һаны” (“Число жизни”) фильмы ХII “Красногорский” халыҡ-ара спорт киноһы фестивалендә танылыу яуланы.

Быйыл кинофестивалдең конкурс программаһына 23 илдән 80-гә яҡын нәфис һәм документаль фильм индерелгәйне. БЮТ каналының эше “Көслө рухлы” номинацияһында иң яҡшыһы тип билдәләнде. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән саңғысы-биатлонсы Ирек Зарипов тураһында телеочеркты Гөлназ Ғәлимуллина спортсы Ванкуверҙағы Паралимпия уйындарынан ҡайтҡас та төшөргән.
Башҡортостан режиссерын кино белгесе, сит илдәрҙә Португалия киноһы фестивалдәрен ойоштороусы Фернандо Ферейра да Сильва менән бокс өлкәһендә танылған спортсы Наталья Рагозина бүләкләне. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, фестивалгә тәҡдим ителгән эштәр һаны йылдан-йыл арта.
– Документаль киноны төшөргән кеше һүрәтләнгән ваҡиғала туранан-тура ҡатнаша, геройының кисерештәрен уртаҡлаша, уның эске донъяһын сағылдыра, – тине фестивалдең президенты Ирина Роднина.
Гөлназ Ғәлимуллина республикабыҙҙа башлаған ҡыҙыҡлы яҙмыштар тураһындағы “Профилдәр” авторлыҡ проектын Рәсәйҙең баш ҡалаһында дауам итергә ниәтләй.



Вернуться назад