Камал бабайҙың әбейе донъя ҡуйҙы.
– Ҡуй инде, хәҙер яңғыҙ нисек йәшәрмен? – тип илаулап йөрөгән ҡартты һәр кем үҙенсә йыуатҡан булды.
– Үлгән артынан үлеп булмай, үҙеңә көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырырға берәй иптәш кәрәк. Анау хәтлем донъяны һүндермәҫһең инде, – тип ҡайһы берәүҙәре күргән-белгән әбей-һәбейҙе димләштерә башланы.
Бер көндө күрше ҡатыны:
– Фәлән-фәлән ауылдағы әбейҙең ҡылын тартҡылап ҡараным, ыңғайлаған һымағыраҡ. Үҙең барып һөйләш әле, – ти.
Бара бабай, әбей риза була һәм үҙенең шартын әйтә.
– Барһам да, мин һинең мал-тыуарың араһында буталып, баҡсаңда бөксәнләп йөрөргә тормайым. Өйҙә генә ултырырмын.
– Ярай, ярай. – Бығаса ла донъя-тирәһендәге эштәрҙе һыпырылып үҙе башҡарған ҡарт быға әллә ни иғтибар бирмәй.
Бабай әбейҙе алып ҡайта, мулла саҡырып никах уҡыталар. Әммә яңы урында әбей бер аҙна ла тороп өлгөрмәй, уны фалиж һуға ла ҡуя. Хәҙер өйҙә генә ултыра, хәжәте лә эргәһендә, ти.
Уйнап әйтһәң дә, уйлап һөйлә, Хоҙайҙың ишетеүе бар, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер.
“Икмәк тотоп ант итәм” – Нимә тип эсәһең инде, ҡустым?!
Был һүҙҙе уға нисә тапҡыр ҡабатлағанымды үҙем дә иҫләмәйем. Күргән һайын – һалмыш, осраған һайын “үлеп бара”. Сәбәбен дә табып тора.
– Эй, ағай, бөгөн шунса ғына эш хаҡы алдым. Йә, шул хәйерсе аҡсаһына нисек йәшәмәк кәрәк? Асыуҙан эстем дә ҡуйҙым! Юҡ, бүтән грамм да эсмәйем!
Ике аҙна элек ҡайтҡанда ла “егет” булғайны.
– Һин, ағай, мине гелән шулай йөрөй тип уйлайһыңмы? Юҡ! Бисәкәйгә йән көйөп инде. Юҡ, ошонан башҡа ауыҙға тамсы ла алмайым. Бына икмәк тотоп ант итәм.
– Мин һиңә хәҙер ышанмайым!
– Һин нимә, ағай! Мине бөтөнләй бөткән кеше тип уйлайһыңмы?! Алкаш тип әйтмәксеһеңме?! – Ул ярһып китә.
Кисә йәнә уны күрҙем. Йөҙө ҡарағыһыҙ булып шешенгән, төҫө ҡасҡан.
– Уй, ағай, кисә ауылда берәүгә нигеҙ ҡорғайныҡ. Бөтәһе эскәндә нисек инде суфый кеше һымаҡ тормаҡ кәрәк, кеше көлдөрөп. Эстем дә ҡуйҙым. Күп түгел инде...
Ҡустым минең күҙгә мөлдөрәп баҡты.
– Шуға бөгөн баш аҡтарылып килә. Баш төҙәтергә берәй йөҙ һум аҡса биреп кенә тор әле. Башҡаса ауыҙға ла алмайым бына. Икмәк тотоп ант итәм...