“Ҡыҙыу элемтә” эшләй22.04.2014
21 — 26 апрелдә Башҡортостанда вакцина һалыу мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу элемтә” эшләй. Уны, Европалағы иммунизация аҙналығына ярашлы, СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге ойоштора. Быйылғы сара Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы башланғысына нигеҙләнгән. Прививкалар һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү тураһындағы һорауҙарға үҙәк белгестәре яуап бирә.
Белешмә өсөн телефондар: (347) 246-21-97, 246-12-81.




Вернуться назад