Һунарсыларға контроль көсәйә22.04.2014
Яңы ҡабул ителгән хоҡуҡ акттарына ярашлы, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән һунар хужалығы килешеүен төҙөгән ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға беркетелгән ерҙә һунарсылыҡ алып барыуға контроль тәртибе көйләнде. Уның төп маҡсаты — һунар ресурстарын, йәнлектәрҙең йәшәү мөхитен һаҡлау буйынса сараларҙың, шулай уҡ ошо өлкәләге талаптарҙың үтәлешен тәьмин итеү.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле республиканың һунар хужалыҡтарында 300-ҙән ашыу белгес һәм егерь эшләй. Уларға аусыларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу, документтарын тикшереү, һунар продукцияһы әйләнешен күҙәтеү еңел түгел.
— Яңы тәртип буйынса хеҙмәт договоры нигеҙендә ошондай бурыстарҙы башҡарған, һунар билетына, шулай уҡ ҡорал һаҡлауға, уны йөрөтөүгә рөхсәт ҡағыҙына эйә булған кеше һунарсылыҡ инспекторы вазифаһында эшләй ала. Әммә улар белемде тикшереү йәһәтенән тест рәүешендә имтихан бирергә тейеш, — тине министрлыҡтың хайуандар донъяһын һаҡлау идаралығындағы бүлек начальнигы Глеб Егоров.
Уның әйтеүенсә, ошондай һынауҙы уңышлы үткән белгестәргә һәм егерҙарға һунарсылыҡ инспекторы статусы, таныҡлыҡ һәм күкрәккә тағылмалы махсус билдә тапшырыла.


Вернуться назад