Ер әүәл-әүәлдән халыҡтың төп байлығы, туйҙырыусыһы һаналған. Үкенескә ҡаршы, бөгөн етештереүҙең һәр өлкәһендә уға ҡарата ҡырағайҙарса мөнәсәбәт күҙәтелә – нефть сығарыу, уны ташыу, төрлө сәнәғәт, көнкүреш ҡалдыҡтары тупраҡтың киләсәгенә ҙур хәүеф тыуҙыра.
Йәнә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығы кәмеүе лә кешелекте борсоуға һала. Бөтә донъя аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, эрозия һөҙөмтәһендә йыл һайын 25 миллиард тонна тупраҡ боҙола, был 1 миллион гектар һөрөнтө ерҙең юғалыуына тиң. Эшкәртелмәй ятыуҙан й
ыл да ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 5 – 7 миллион гектар ер сифатын юғалта. Рәсәйҙең 35 төбәгендә 100 мең гектарға тиклем майҙан кәрәкһеҙгә әүерелгән. Был бәлә беҙҙең республиканың көньяҡ сиктәренә лә яҡынлашты. Әммә сәсеүлектәр генә түгел, көтөүлектәр, сабынлыҡтар ҙа һаҡлауға, яҡлауға мохтаж. 400 мең гектар майҙандағы сәсеүлектәр ҡыуаҡлыҡ, ағас менән ҡапланған, һаҙлыҡҡа әйләнгәндәре лә бар. Тәбиғи көтөүлектәр башлыса ташлы, үлән насар үҫкән ерҙәрҙе биләй.
Республикала дүрт меңдән ашыу предприятие дүрт йөҙҙән ашыу матдә менән тупраҡты зарарлай. Айырыуса ҡалдыҡ һыуҙар изге еребеҙҙе бысратыусы төп сығанаҡ булып тора. Бөгөн республикала 16 мең гектар ер сәнәғәт эшкәртеүе һәм төҙөлөш һөҙөмтәһендә боҙолған. Төрлө ҡоролмалар, элемтә, электр бағаналары ла ауыл хужалығы ерҙәрен файҙаланыуға насар йоғонто яһай.
Ер – кешелекте туйындырыусы. Уға ҡарата ихлас ҡараш булғанда ғына беҙ үҙебеҙҙе көслө итеп тоя алабыҙ. Юҡҡа ғына боронғолар: “Ереңде һаҡлау – илеңде һаҡлау”, – тимәгән бит.
И. СТАФИЙЧУК,
БДАУ профессоры.