Байрам айҡанлы ҡотлау22.04.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикалағы православие диндарҙарын Пасха менән ҡотланы.

Төбәк башлығының рәсми сайтында баҫылған тәбрикләүҙә былай тиелә:
“Республикалағы барлыҡ православныйҙарҙы Изге Христостың терелеүе байрамы менән ихлас ҡотлайым! Рәсәйҙә иң әһәмиәтле христиан байрамдарының береһе булған Пасха күп быуатлыҡ рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә — һөйөү һәм шәфҡәтлелеккә, ғәҙеллек һәм тырышлыҡҡа — тоғролоҡто кәүҙәләндерә. Ошо яҙ көндәрендә кешеләрҙең күңеле шатлыҡ һәм яҡын кешеләргә һөйөү, яҡты хыялдар, изге эштәр башҡарыу теләге менән һуғарыла. Башҡортостанда диндарҙарҙың ихтыяжына иғтибарлы һәм ихтирамлы мөнәсәбәт йәшәй. Традицион конфессияларҙың эшмәкәрлеге, йәмғиәтебеҙҙең рухи берҙәмлеген нығытыу өсөн артабан да уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итәсәкбеҙ. Ошо өмөт һәм изге хыялдар байрамы һеҙгә яңы көс-дәрт бирһен, изгелеккә һәм татыулыҡҡа илһамландырһын. Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйем!”


Вернуться назад