Халыҡ үҙ хоҡуғын белә башланы19.04.2014
Халыҡ үҙ хоҡуғын белә башланы
Нимә генә тимә, халыҡтың һулышы һуңғы сиктә барыбер ҙә урындағы власҡа барып төртөлә. Ә киңме уның тын юлы, тар ғынамы – быныһы инде икенсе мәсьәлә. Стәрлетамаҡта бөгөн 270 меңдән ашыу кеше йәшәй. Әйтергә кәрәк, күп милләтте, бер нисә динде берләштергән шунса халыҡ үҙ-ара татыу булыу өҫтөнә ҡала хакимиәте менән дә тыныс диалог алып бара. Кәрәк икән, ике яҡ та дәррәү йыйылып, етди мәсьәләләрҙе уртаға һалып сисергә әҙер, тип әйтһәм дә, шаштырмаҫмындыр.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең йәмәғәт институттары менән үҙ-ара бәйләнеш бүлеге начальнигы Альберт ШӘЙХЕТДИНОВ һөйләшеүҙә һүҙҙе нәҡ ышаныс һәм берҙәмлек хаҡында йөрөттө.


– Альберт Наил улы, һеҙҙең бүлек – хакимиәттә яңы структураларҙың береһе, барлыҡҡа килгәненә күп тә түгел. Тәү сиратта үҙегеҙ менән таныштырып, атап әйткәндә, бүлектең эшмәкәрлегенә туҡталып үтһәгеҙ ине…
– Ысынлап та, беҙгә ни бары ике генә йыл. Әйткәндәй, бындай тәжрибә – республика муниципалитеттарында һирәк күренеш. Әммә халыҡтың урындағы власть менән араһын яҡынайтыуҙа, кешеләрҙең “тауышын” етәкселеккә нығыраҡ ишеттереүҙә был структураның роле ҙур.
Бүлек муниципаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа төрлө сәйәси фирҡәләр (партиялар), хәрәкәттәр, дини ойошмалар, милли-мәҙәни үҙәктәр, йәмғиәттең башҡа институттары менән бәйләнеш тота, хеҙмәттәшлекте яйлай. Бынан тыш, хоҡуҡи нигеҙҙә халыҡтың үҙидаралығы, гражданлыҡ инициативалары менән дә эш итә. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡтың федераль, төбәк һәм муниципаль сәйәсәткә, көнүҙәк мәсьәләләргә ҡарата фекерен өйрәнеү ҙә – беҙҙең иңдә.
Айырым һүҙ – йәмәғәт палатаһын ойоштороу. Ҡалалағы төрлө проблемаларҙы күтәреүҙә уның роле сикһеҙ. Һәр ағзаһы ябай халыҡ араһынан сыҡҡан – эшсеме ул, уҡытыусымы... Икенсе һүҙ менән әйткәндә, йәмәғәт палатаһы – халыҡ менән власть араһындағы күпер ул.
– Халыҡтың “тауышын” нисек ишетәһегеҙ һуң?
– Хакимиәт сайтында күптән интернет-ҡабул итеү эшләп килә. Шунда яҙалар, шәхсән дә мөрәжәғәт итәләр, һорау алыу ойошторабыҙ. Төрлө митинг-акцияларҙа ла мәғлүмәт туплайбыҙ. Әйткәндәй, акцияға сығыусылар урамда үҙ фекерен белдерер алдынан ваҡытын, урынын, ҡатнашыусыларҙың һанын күрһәтеп, хакимиәттән мотлаҡ рөхсәт алып эш итергә тейеш. Ә бәйләнеште нәҡ беҙҙең бүлек булдыра.
– “Халыҡ тауышы”, ни тиһәң дә, күберәк “ауыртҡан яҡтарҙы” ишеттереүсән…
– Эйе, әммә беҙ был йәһәттән шатланабыҙ ғына. Сөнки “барыһы ла яҡшы” тиһәң, үҫеш тә юҡ, аралашыу ҙа сикләнә. Әлбиттә, һүҙ бында ниндәйҙер бер емерек кәртә, соҡорло юл хаҡында ғына бармай, дөйөм етешһеҙлектәр тураһында һөйләргә теләгәндәрҙе лә ихлас тыңлайбыҙ. Статистика күрһәтеүенсә, һуңғы йылдарҙа кешеләр үҙ хоҡуҡтарын яҡшы белә башланы – был эшмәкәрлекте еңеләйтә, әлбиттә. Әммә шул уҡ ваҡытта улар бурыстарын танырға бик үк теләп бармай. Үкенескә ҡаршы, юҡ урында “сүп” эҙләргә маташыусылар ҙа табылып тора. Шулай ҙа һәр кемдең фекеренә ҡолаҡ һалыу зарур. Бер кемде лә кире бороп сығармайбыҙ.
– Кешеләрҙең кәйефенә ҡарағанда, халыҡтың власҡа ышанысы арта шикелле?
– “Древпром”дың мутлыҡтары хаҡында ишеткәнһегеҙҙер. Был система әле сәскә ата башлаған саҡта ғына хакимиәт сайтында ла, башҡа ысул менән дә халыҡҡа әлеге компанияның эшмәкәрлеге алдаҡҡа ҡоролғаны хаҡында еткерергә тырыштыҡ. Ләкин күҙҙе байыу теләге томалағанда, кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу ауыр шул. Ҡыҙғаныс, күптәрҙе алданыуҙан һаҡлап алып ҡалып булманы. Шулай ҙа беҙҙең ярҙам менән эштең айышына тиҙ төшөнгәндәр хәҙер кредит бурысына батыуҙан ҡотола алғанына шатлана. Был – халыҡтың урындағы власҡа ҡарата ышанысының бер кескәй генә күрһәткесе, әлбиттә. Күреп тораһығыҙ, Стәрлетамаҡта ауырлыҡтар аша булһа ла социаль сәйәсәт үҫешә: юлдар һалына, нығытыла, бер-бер артлы балалар баҡсалары ишектәрен аса, спортҡа ҙур иғтибар бирелә, хәйер, барыһын да һанап бөтөрлөк түгел. Шул уҡ ваҡытта әлегә “Иң таҙа ҡала” булып ҡалабыҙ. Ә быларҙың барыһы ла ошонда йәшәгәндәр өсөн эшләнә бит. Ғөмүмән, халыҡтың яҡлаусыһы ла, ҡурсалаусыһы ла, киләсәген хәстәрләүсе лә бар.
– Киләсәкте хәстәрләү тигәндән, матбуғатҡа яҙылыуҙы ла һеҙҙең бүлек контролдә тота бит әле. Икенсе ярты йыллыҡта хәлде нисек күҙаллайһығыҙ?
– Үкенескә ҡаршы, дөйөм иҡтисади торош матбуғатты ла урап үтмәне. Ҡайһы бер гәзит-журналдарға хаҡтар 500–1000 һумға тиклем артты. Был, әлбиттә, матбуғат дуҫтарының бәкәленә һуҡмай ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта Интернет аша ла әҙ мәғлүмәт килмәй. Ләкин гәзит – ул йәмғиәттең айырылмаҫ бер өлөшө. Шәхсән үҙем яңы гәзит еҫен тоймаһам, ас кеше кеүекмен. Матбуғат – власть менән халыҡ араһындағы күпер. Шулай булғас, алдағы ярты йыллыҡта, ғөмүмән, киләсәктә лә гәзиттәрҙән айырылмаҫбыҙ, тип өмөтләнәм.
– Йылы һүҙегеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙҙе иһә байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Бергә-бергә эшләйек!
– Рәхмәт!
Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад