Ҡатын-ҡыҙҙы нескә зат, йомшаҡ күңелле йән, тиҙәр. Бөгөнгө заманда иң яуаплы вазифалар уларҙың иңенә һалынғанда былай әйтеү дөрөҫмө? Тотош дәүләткә идара итәләр, депутатлыҡҡа һайланалар, эре предприятиеға директор итеп тәғәйенләнәләр. Һанай китһәң, әллә күпме миҫал килтерергә мөмкин. Шаран районында ла ҡатын-ҡыҙ етәкселәр байтаҡ. Шуларҙың береһе – Түбәнге Ташлы ауылы биләмәһе башлығы Гөлнара ҒАРИФУЛЛИНА менән осрашып һөйләштек.
– Ауылдарҙа заманында гөрләп торған колхоз-совхоздар күҙ алдында юҡҡа сыҡты. Ни тиһәң дә, халыҡтың күпселеге ошо хужалыҡтарҙа тир түгеп, ғаиләһен туйындырҙы, донъяһын бөтәйтте. Ә һеҙҙә хәҙер кешеләр башлыса ҡайҙа эшләй? – Түбәнге Ташлы ауылы биләмәһе үҙенең ҡанаты аҫтына Үрге Ташлы һәм Яңы Йүзәй ауылдарын алған. Беҙҙә ун бер эшҡыуар төрлө йүнәлеш буйынса эшмәкәрлеген көйләгән, "Мираҫ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы тармағы буйынса махсуслашҡан, күптән түгел һигеҙенсе магазин асылды, был – беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Халыҡтың бер өлөшө уларҙа үҙенә эш урыны тапҡан. Һәр ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб бар. Мәсеткә йөрөү әүҙемләште. Тырыштар ҡура тултырып мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, йәшелсә-емеш үҫтерә. Әлбиттә, бүтән яҡтағы шикелле, ситтә "аҡса һуғыусы"лар ҙа юҡ түгел. Бөтәһе 400-гә яҡын шәхси йортта меңдән ашыу кеше ғүмер кисерә.
Баҡалы районы менән сиктәш ятыуыбыҙ, һүҙ ҙә юҡ, беҙгә ҙур сәм өҫтәй. Күршеләр алдында нисек тә һыр бирмәҫкә кәрәк.
– Хакимиәт башлығының уң ҡулы – староста, тибеҙ. Был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бармы? – Әлбиттә, шулай. Берәү – берҙе, икәү йөҙҙө еңер тигәндәй, беҙ ҙә аңлашып һәм килешеп төрлө ниәт-уйҙы тормошҡа ашырабыҙ. Йәмәғәт башланғысында был вазифаны Тимерхан Шайсолтанов алып бара, ул – төп ярҙамсым. Старостаны һәр кем ихтирам итергә тейеш, ҡыҫҡаһы, абруйлы булһын, һайлау барышында шул һыҙатты айырыуса күҙ уңында тоттоҡ. Әйткәндәй, депутат ағайыбыҙ ауыл халҡын өҙлөкһөҙ һыу менән дә тәьмин итә. Республика квартал һайын бүлгән 100 мең һум аҡсаны халыҡ мәнфәғәтендә тотонабыҙ. Урамдарҙы төндә яҡтыртыу, юлдарҙы рәтләү, ҡоймаларҙы төҙәтеү кеүек һәм башҡа хәстәрҙәр – шуға асыҡ миҫал. Улай ғына ла түгел, эшҡыуарҙар Ғәлиә Хәмиҙуллина, Рәмилә Иҙиәтуллина, Ранис Баһауетдинов һәм бүтәндәр беҙгә теләктәш, мөрәжәғәт итеү менән үк ярҙамға ашығалар.
– Гөлнара Сабит ҡыҙы, бая һыу тураһында һүҙ ыңғайында телгә алдығыҙ. Әллә уның менән тәьмин итеүҙе бөгөн староста хәстәрләргә тейешме? – Заманында колхозыбыҙ гөрләп торған да бит. Унан мираҫ булып һыу башнялары етемһерәп тороп ҡалды. Хужалыҡ тарҡалды тип, ауылды яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйып булмай бит инде. Халыҡты һыулы итеү – "Шайсолтанов" йәмғиәте етәксеһе Тимерхан Шайсолтановтың иңендә. Ул башняларҙы тәртиптә тота, һыу һурҙырыу ҡоролмаларын ҡуйҙы, торбаларын яңыртты, хәйер, ниңә һанап торорға? Тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел уның мәшәҡәте.
Һыу – йәшәү сығанағы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Өлгөрҙәр өйҙәренә һыу үткәргән, хатта канализация торбаларына тиклем хәстәрләгән. Хәҙер йорттарҙа душ кабинаһы һәм башҡа уңайлыҡтар бар. Тимерхан Солтанғәле улы был йәһәттән дә ташлылар менән йүзәйҙәрҙе ярҙамынан өҙмәй. Ә ҡалалағы кеүек уңайлыҡта йәшәүҙе кем теләмәһен?
– Киләсәккә пландарығыҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙсе? – Экология мәсьәләһе бигүк киҫкен тормаһа ла, был тәңгәлдә уяулыҡты юғалтырға ярамай. Ауылыбыҙ таҙа һәм төҙөк икән, барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныс. Сүп-сар йыйыуҙы Дмитриева Полянала йәшәгән Илгиз Хәлиуллинға йөкмәтмәксебеҙ. Ошо көндәрҙә шәхси эшҡыуар был эште башламаҡсы.
– Һеҙ – ҡала ҡыҙы, ә яҙмышығыҙҙы ауыл менән бәйләгәнһегеҙ... – Туймазы ҡалаһында тыуып үҫтем. Түбәнге Ташлыға килен булып төшкәс тә өс һыйыр һауҙым әле. Мөхәббәт йыраҡлыҡҡа һәм мөхиткә ҡарамай. Әле рәхәтләнеп ауыл тормошонда ҡайнайым, тамсы ла үкенмәйем. Беҙҙең яҡтарҙа халыҡ иҫ киткес ихлас һәм егәрле, шуға күрә вазифамды үтәүе лә еңел.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.