Тырыштар әмәлен таба19.04.2014
Тырыштар әмәлен таба
Ун бер ауылды берләштергән Арх-Латыш ауыл биләмәһе бөгөн нисек йәшәй? Халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу өсөн тағы ла нимәләр эшләргә кәрәк? Был турала ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Жәлил МӨХӘМӘТЙӘНОВ бына нимәләр һөйләй.

– Әлбиттә, барыһын да яҡшы йәки насар тип өҙөп кенә әйтеп булмай. Ауырлығы ла, борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеп, тырышһаң, булдырып була бит тип ҡыуанған ваҡыттар ҙа етерлек. Шуныһы ҡыуаныслы: квартал һайын бирелгән 100 мең һум аҡса һуңғы йылдарҙа ярайһы ғына проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирҙе. Билдәле, ауыл кешеһенә йәшәүе уңайлы булһын өсөн тәү сиратта һыу, газ үтеүе, юлдар кәрәк. Халыҡ менән һөйләшеп кәңәшләшкәс, эште тәүҙә юлдарҙы төҙөкләндереүҙән башларға ҡарар иттек. 2012 йылда Бәйес, Заря, Горький, М. Горький ауылдарында юлдар һалдыҡ. Муллаҡайҙа ике зыяраттың ҡоймаларын рәткә килтерҙек. Аҡсаның бер өлөшөн, әлбиттә, халыҡ үҙе йыйҙы. Приураловка ауылындағы зыяратты ла быйыл кәртәләргә торабыҙ. Айырыуса бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәрҙең берҙәм, татыу булыуы был эштәрҙе йәһәт атҡарып сығырға мөмкинлек бирә.
Тормош ауыр, тип зарланырға әүәҫләнеп алһаҡ та, маҡсат ҡуйып, кемдәндер көтмәй, үҙ көсөнә ышанған кешеләрҙең күбәйеүе ҡыуандыра. Шәхси эшҡыуарҙар, ишле мал тотоп, донъяһын рәтләп йәшәгәндәр күбәйҙе. Был йәһәттән Убаларҙа – ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән Айҙар Йәнешев, Горькийҙа – Олег Тилютик, сауҙа, ағас менән мәшғүл булған Әфҡәт Йәнешев, Муллаҡайҙан мал аҫрауға ихлас тотонған Сәриә Ялалова, Победала һыйыр, һарыҡ үрсетеүгә йүнәлеш алған Исламғоловтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығын күптәргә өлгө итеп ҡуйыр инем. М. Горький ауылында Ринат Мортазин башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүгә ныҡлы тотондо.
Тағы шуныһы мөһим: беҙҙең район – ҡортсолоҡ өсөн үтә лә йәтеш төбәк. Туғайлыҡтар, йүкә урмандары күп. Һәр ихатала кәм тигәндә 10 – 20 баш умарта тоталар. Әлбиттә, халыҡта мал күп булғас, һөттө һатыу хәстәрен дә күрергә кәрәк. Был йүнәлештә лә эш алып барыла. Әле М. Горький ауылында һөт йыйыу дауам итә. Бына-бына Заряла, Убаларҙа эш башларға торабыҙ.
Хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Ауылдарға “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү йәһәтенән башҡараһы эштәр бар. Бөгөн ни бары М. Горький ауылында ғына үҙәкләштерелгән һыу бар. Муллаҡайҙа ремонт талап ителә. Ауыл халҡы башлыса үҙендәге ҡоҙоҡтан файҙалана. Һуңғы осорҙа йәштәрҙең төпләнеп ҡала башлауы, йорттар һалыуы – ҡыуаныслы күренеш. Был йәһәттән ауылдарҙы үҫтереү буйынса план ҡабул ителеүе мохтаждарға төҙөлөш өсөн ер участкалары бүлеүҙе тиҙерәк хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
Быйыл – Мәҙәниәт йылы. Был йүнәлештә лә эштәр гөрләп бара, төрлө саралар үткәрелә. Йыл һайын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Был сара йәшәгән төбәкте йәнләндереүгә мөмкинлек бирә. Өмәләр даими үткәрелә, халыҡ үҙе йәшәгән төбәкте матурларға тырыша. Ҡыҫҡаһы, тырыштар заманға зарланып ултырмай, әмәлен таба, матур итеп йәшәргә ынтыла.


Вернуться назад