Йыһан буйлап аҙашып йөрөмәгеҙ19.04.2014
Әсә — бөйөк исем. Был яҡты донъяға килеүебеҙ, ошо гүзәл ерҙә йәшәүебеҙ менән беҙ уға бурыслыбыҙ. Күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән әсәһенең образы һәр кемдең күңел түрендә булырға тейеш. Юҡһа, беҙ әсәйҙәрҙе ваҡытында баһалап, аңлап еткермәйбеҙ. Шағир әйтмешләй:

Тулҡын-тулҡын булып күңелемә
Бәғерҙәрҙе өҙгөс моң килә;
Әсәләрҙең ҡәҙерҙәрен белеү
Ниңә икән шулай һуң килә?

"Эй, бала, һинең Аллаң — әсәйеңдер", — тигән бер аҡыл эйәһе. Әсә ҡәҙерен Аллаһы Тәғәләнең бөйөклөгөнә һәм изгелегенә тиңләүҙәре менән ихлас ризалашам, сөнки балалары хаҡына йәнен фиҙа ҡылырға әҙер ғәзиздәрҙән-ғәзиз гүзәл зат хаҡында ниҙәр генә әйтһәк тә, аҙ булыр кеүек. Иң тоғро һәм һиҙгере — әсә йөрәге. Балаһына булған мөхәббәт хисе унда бер ҡасан да һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә. Күҙ ҡараһындай күргән сабыйының яҙмышына ҡағылған бер генә нәмәне лә әсә йөрәге вайымһыҙ үткәрә алмай. Ирекһеҙҙән оло һөйөү тураһында бер риүәйәт иҫкә төшә.
Бер ир ҡырыҫ ҡатынының бойороғо буйынса әсәһенең йөрәген күкрәгенән һурып алып, һөйгәненә бүләккә алып килгәндә юлда абынып йығыла һәм аяғын ауырттыра. Ул һыҙланып, илап ултырғанда әсә йөрәге телгә килә: "Эй, балаҡайым, аяғыңды ауырттырҙыңмы ни?"
Эйе, һәр бала үҙ әсәһенә ҡәҙерле, шуны онотмайыҡ. СССР Юғары Советының 1944 йылдың 8 июлендәге Указы нигеҙендә һуғыш йылдарында тылда батырлыҡ күрһәтеп, фронтҡа аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, ҡорал етештереүгә тос өлөш индергән, биш һәм унан да күберәк бала үҫтереп, аяҡҡа баҫтырған әсәләр — "Әсәлек миҙалы", ә 7, 8, 9 бала тәрбиәләгәндәр I, II һәм III дәрәжә "Әсәлек даны" ордены менән бүләкләнә. Ун һәм унан артыҡ бала тәрбиәләгәндәргә "Герой-әсә" исеме һәм ордены тапшырыла. Ауыр һуғыш йылдары булыуға ҡарамаҫтан, Совет власы күп балалы һәм яңғыҙ ҡалған әсәләргә дәүләт тарафынан матди ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Тәүге "Герой-әсә" ордены 1944 йылдың 27 октябрендә 14 әсәгә тапшырыла. 1-се һанлыһы Мәскәүҙә йәшәгән 12 бала тәрбиәләгән А.С. Алексахинаға бирелә. Уның һигеҙ улы һуғышта ҡатнашҡан, дүртеһе яу яланынан ҡайтмаған, ә икәүһе яраларҙан мандый алмай вафат булған.
"Герой-әсә" исеме 1991 йылға тиклем ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән аҫыл заттарға бирелеп килде. Наградаға өҫтәп СССР Юғары Советының грамотаһы һәм аҡсалата премия тапшырыла ине. Ошондай ҙур бүләккә Баймаҡ районынан — 431, шул иҫәптән Икенсе Этҡол һәм Байым ауылдарынан 12 кеше лайыҡ булды. Улар Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналарҙа, күкрәктәренә орден-миҙалдарын тағып, алғы рәттә ултырыр ине. Герой-әсәләр исемлегендә бер туған апайым Хәлимә Әғзәм ҡыҙы Сыңғыҙова ла (1932—2010) бар.
Үкенескә, илдә үҙгәртеп ҡороу башланыу менән был мөһим Указ онотолдо. Ниһайәт, 1998 йылда Башҡортостанда, Рәсәйҙә беренсе булып, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙ өсөн "Әсәлек даны" миҙалы булдырылды. Ниғәмәт ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған Икенсе Этҡол һәм Байыш ауылдарында был награданы 15 әсә алды.
Донъялағы иң ҡәҙерле, иң изге кеше ул әсә. Һәр гүзәл заттың бөйөклөгө – әсә булыуҙа. Юҡҡа ғына халҡыбыҙ "Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ өйгә ҡот ҡунмаҫ", "Балалы өй — баҙар, балаһыҙ өй — маҙар", "Ҡатын-ҡыҙ — ил, тел, ер һәм ир тотҡаһы" тимәгән. Кешелектең яҙмышы ла, киләсәге лә улар ҡулында. 1930—1940 йылдарҙа ауылыбыҙҙа халыҡтың тәбиғи үҫеше шаҡтай юғары кимәлгә етһә, һуңғы йылдарҙа ул түбәнәйә бара. Ауыл ҡартая. Балалар һаны кәмей, 30 йәштән үткән илленән ашыу егет өйләнмәй йөрөй. Элек унар бала тәрбиәләп үҫтергән башҡорт ирҙәренең ейәндәренең үҙ донъяһын ҡормауы ата-әсәләрен, туғандарын уйландырырға тейештер. Ә бит һәр йән эйәһе нәҫел ҡалдырырға тырыша. Хатта үҫемлектәр ҙә үҫенте бирә, ҡош-ҡорт, ваҡыты етһә, оя ҡора, бала сығара. Ирекһеҙҙән М. Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәрендәге Оло инәйҙең һүҙҙәре иҫкә төшә: "Әҙәм балаһы әсәнән яртылаш ҡына булып тыуа. Аяҡ-ҡулы бөтөн, баш-күҙе төҙөк көйө донъяға ҡабул итәм мин кешене. И, бахырҡайым, үҙ яртыңды табырһыңмы икән? Тапһаң ғына ярар ине, тим. Үҙ-ара табышмаһағыҙ, күктәге анау һанһыҙ йондоҙҙар кеүек йымылдашып, ғүмер буйы бер-берегеҙҙе эҙләп йөрөрһөгөҙ, бисара бәндәләр. Уларҙы ҡушырға Хоҙайҙың да ҡөҙрәтенән килмәйҙер. Ҡөҙрәтенән килһә, Йыһан буйлап аҙашып йөрөгәндәр шул тиклем күп булмаҫ ине".
Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына иң күркәм ниғмәт — ғүмер биргән. Ер йөҙөндәге башҡа йән эйәләренән айырмалы, уның зиһененә аҡылды күп итеп һалған. Ошо аҡылды юҡҡа сығарыусы афәт — эскелек. Мосолмандарға хәмер эсеү харам. Ғаиләһеҙ йәшәүҙе лә Ислам дине хупламай. Мөхәммәт пәйғәмбәр әйткән бит: "Һеҙҙең иң насарығыҙ — ғаиләһеҙ йәшәүселәр. Өйләнешеп, балалар үҫтерһәгеҙ, мин һеҙҙең менән ғорурланырмын".
Азамат ТАЖЕТДИНОВ,
мәғариф ветераны.



Вернуться назад