Автобуста... ҡабул итеү19.04.2014
Автобуста... ҡабул итеү
“НефАЗ” автобустарының ҡабырғаларындағы төрлө яҙыуҙарға нефтекамалар, әлбиттә, күнегеп бөткән. Шулай ҙа ул көндә хакимиәт ҡаршыһындағы майҙанда оҙаҡ ҡына торған был автобус күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте: уның тышҡы яғына ҙур хәрефтәр менән “Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостан Республикаһындағы ҡабул итеү бүлмәһе” тип яҙылғайны.

Ил етәксеһенең Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Президенты Хакимиәтенән вәкилдәр, бер нисә министрлыҡ етәкселәре Нефтекама ҡалаһы һәм Әмзә ауылы халҡының шәхси һорауҙарына яуап бирҙе. Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе белгестәренән кәңәш алыусылар ҙа булды. Ҡабул итеүгә 74 кеше алдан яҙылған булһа ла, ғәмәлдә 95 граждандың мөрәжәғәте ҡаралды. Ҡайһы берәүҙәр урында уҡ тейешле яуап алды, ҡайһыларының мәсьәләһе яҡын арала хәл ителәсәк. Өҫтәмә өйрәнеү һәм тикшереү талап иткән мөрәжәғәттәр төрлө ведомстволарға тапшырылды, уларға яҙма яуап биреләсәк.
– Халыҡты ҡабул итеү тәүге тапҡыр ғына ойошторолмай, – тине Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов. – Төрлө министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәренән торған эшсе төркөмдәр республика ҡалаларына һәм райондарына раҫланған график буйынса сыға. Бындай осрашыуҙар барышында урындағы етәкселәрҙең эше, төбәктең социаль һәм иҡтисади хәле менән яҡындан танышабыҙ, көнүҙәк проблемаларҙы өйрәнәбеҙ һәм, әлбиттә, граждандарҙы ҡабул итәбеҙ. Кешеләр йыш ҡына үҙҙәренә ҡағылған мәсьәләләр менән генә килмәй, ә йәмғиәт өсөн әһәмиәтле проблемаларҙы ла күтәрә. Мөрәжәғәттәрҙең байтағы юлдар һалыу, электр һәм газ селтәрҙәрен үткәреү зарурлығына ҡайтып ҡала.
Рәмил Хөрмәт улы әйтеүенсә, Нефтекама халҡы үтенесенең күбеһе торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың эште тейешле кимәлдә башҡармауына ҡағыла.
Әйткәндәй, граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолған ҡала мәҙәниәт үҙәгендә көн дауамында эшлекле йәнлелек күҙәтелде. Нефтекамалар республика кимәлендәге министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәренә мөрәжәғәт итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтте. Күптәр башлыса шәхси һорауҙар менән килһә лә, араларында тотош ҡала халҡы мәнфәғәттәрен хәстәрләгәндәр ҙә булды. Улар яңы биҫтәләргә юл һалыу, поликлиникаларҙы медицина ҡорамалдары һәм белгестәр менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Һуңғы бер-ике айҙа халыҡ араһында төрлө уйҙырма тыуҙырған проблема – шәхси эшҡыуарҙарҙың, ҡала күрке булған ҡарағай урманының бер өлөшөн ҡырҡып, тәғәйенләнеше бигүк аңлашылып етмәгән ҡоролмалар төҙөү өсөн майҙансыҡ әҙерләргә ынтылыуы ла халыҡтың үткер күҙенән ситтә ҡалманы.
Мәҙәниәт үҙәге алдындағы автобуста ил башлығына үтенес менән килеүселәрҙе Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһе белгесе, юрист Азалия Ғизетдинова ла ҡабул итте.




Вернуться назад