Әсә наҙына кесеһе лә, олоһо ла мохтаж. Донъя тотҡаһы булған һәр ҡатын, һанап бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәре менән бер рәттән, бала бағыу кеүек изге эште атҡара. Кесе йомала республика Хөкүмәтендә күп бала тәрбиәләгән 60-ҡа яҡын әсәне «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеләр.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тантанаға килгәндәрҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән сәләмләне. – Былтыр республикала 60 меңгә яҡын сабый тыуҙы. Быға күп балалы әсәләр ҙә тос өлөш индергәндер. Ғаиләләргә ярҙам итеү, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора. Әсәйҙәр өсөн күп нәмә эшләргә кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Иң мөһиме – торлаҡ менән тәьмин итеү, – тине Лилиә Салауат ҡыҙы. Әйткәндәй, өсөнсө йыл рәттән тапшырылған торлаҡ сертификаттары был мәсьәләне ыңғай хәл итеүгә булыша. 2 миллион 600 мең һум – күп балалы ғаиләләр өсөн һиҙелерлек ярҙам.
Тантанаға ҡатын-ҡыҙҙар республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан саҡырылғайны. Баймаҡ районының Күсей ауылынан килгән Зилә Әбсәләмова ире Иршат менән биш бала баға. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәгән ҡыҙҙары Илүзә – хәҙер инде үҙе әсәй. Әбсәләмовтарҙың улдары Илнур Себерҙә эшләп йөрөһә, һүрәт төшөрөргә яратҡан Илдар – Күсей тулы булмаған мәктәбенең IX класы уҡыусыһы. Алты йәшлек Илһам менән өс йәшлек Азат ауылдағы балалар баҡсаһына йөрөй. – Ишле ғаиләне ҡарауы ла еңел түгелдер? – тип һорайым ҡатындан. – Тырышабыҙ инде. Ирем Уренгойҙа торба һуҙыусы булып эшләй. Уның эш хаҡына ҡуш итеп, мал аҫрайбыҙ. Дүрт һыйыр тотабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ, – тип яуап бирҙе Зилә Өлфәт ҡыҙы.
Ғаилә – изге көс туплаусы нур-йомғаҡ. Тантанала уны һаҡлау, балаларҙы тәрбиәләү менән күберәк шөғөлләнеү, уларҙа хеҙмәткә, өлкәндәргә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү кәрәклеге хаҡында ла әйтелде.