Фекер ҡумтаһында ниҙәр бар?18.04.2014
* * *
Ҡарттар ике сәбәптән төндә насар йоҡлай: берәүҙәр әүәлге гонаһтарын уйлап үкенә, икенселәр ҡылған сауаптарын уйлап ҡыуана.
Мостай КӘРИМ.

* * *
Ҡартлығына бер кем тормай атлығып,
Ҡартаймайса килһен ине ҡартлығым.
Рауил БИКБАЕВ.

* * *
Өҫтөнлөгө — бары ҡартлығы:
Һәр һаҡаллы булмай аҡыллы.
Риф МИФТАХОВ.

* * *
Бергә ҡартайғандарға ҡартайыу һиҙелмәй.
Ғәбит САДИҠОВ.


Вернуться назад