Сибай ҡалаһын ошонда тыуып үҫкән, тәүге хеҙмәт юлын башлаған, тыуған төбәгенең ысын патриотына әйләнгән Таңһылыу Ғәйнуллинаһыҙ күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел, сөнки ундай илһөйәрҙәр бик һирәк.
Таңһылыу Фәтих ҡыҙының тормош мәғәнәһе үҙенсәлекле: кем булып һәм ҡайҙа хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, шул өлкәне юғары дәрәжәгә күтәрә белә. Сибай мәктәп-интернатында балалар тәрбиәләгән йылдарында ҡала буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, иң яҡшы пионервожатый, алдынғы комсомол һәм партком секретары, оҫта ойоштороусы булараҡ иҫтә ҡалды.
Талантлы кеше һәр яҡлап өлгөр, тигәндәй, Таңһылыу Ғәйнуллина оҙаҡ йылдар ҡала күләмендә уҙғарылған сараларҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы булды. Уҙған быуаттың 70-се йылдарынан алып 90-сы йылдарға тиклем тантаналы байрамдарға арналған ҡала демонстрацияларында уның яңғырауыҡлы һәм сағыу тауышы сибайҙарға байрам кәйефе өҫтәп торҙо.
Тормош арбаһының бер урында туҡтап ҡалыуын өнәмәгән, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған Таңһылыу Фәтих ҡыҙын яңы ғына ойошторолған ҡала радиостудияһына эшкә саҡыралар. Уның беренсе дикторы, бер үк ваҡытта мөхәррире лә була. Тәүге көндәрҙән үк эшкә мөкиббән сума: радио тулҡындары аша ҡала тормошон даими яҡтыртып ҡына ҡалмай, ә тотош Көньяҡ Урал халҡының йәшәйешен сағылдыра, арҙаҡлы шәхестәре тураһында һөйләй, ябай хеҙмәт кешеһен данлай. Бигерәк тә илебеҙҙә барған үҙгәртеп ҡороу йылдарында предприятие, ойошма етәкселәре менән радио тулҡындары аша оҫта аралашып уртаҡ тел таба һәм киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Шуға күрә Таңһылыу Ғәйнуллинаның тапшырыуҙарын сибайҙар һәр саҡ көтөп алды. Башҡортостан радиоһының үҙ хәбәрсеһе булараҡ, Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил райондары яңылыҡтарын көн һайын халыҡҡа еткереп торҙо.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, радиола эшләгән йылдарында туплай барған очерк һәм мәҡәләләренән торған “Сибай һөйләй” тигән йыйынтығын нәшер иттеләр. Китапта Көньяҡ Урал төбәгендә йәшәүсе замандаштарының тарихи йылъяҙмаһы булдырылған, шуға күрә улар йәнле, күңелгә яҡын, һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уята алырлыҡ. Тәүге китабы баҫылып, халыҡ араһында киң танылыу тапҡас, Таңһылыу Фәтих ҡыҙы икенсе китабын әҙерләне. Ул “Яҙмыштарҙа – йәйғор төҫтәре” тип атала. Был китабы "бәхетлерәк" булып сыҡты: былтыр Сибайҙа йыл һайын тапшырылыусы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге ҡала премияһына лайыҡ булды.
Таңһылыу Фәтих ҡыҙы тик ултырырға яратмай, һәр саҡ төбәк тормошонда ҡайнап йәшәй. Тиҫтә йылдар буйы ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, әле Сибайҙың юбилейына арналған энциклопедияны төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Яҡташтарының ихтирамын һәм иғтибарын тойоп, уларға терәк булып, һаман да йәштәрсә өлгөрлөк һәм уңғанлыҡ күрһәтеп, һәр яҡты көнгә шатланып йәшәй бөгөн хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Таңһылыу Ғәйнуллина.