"Һөйәлләнгән ҡулдарын һағынам..."18.04.2014
"Һөйәлләнгән ҡулдарын һағынам..."
Былтыр Бала-Сытырмандағы йәйге өйөбөҙҙә, атай-әсәйебеҙ рухына арнап, Ҡөрьән мәжлесе уҙғарҙыҡ. Унан һуң балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ кемеһе — Мәскәүгә, кемеһе — Петербургка, кемеһе — Өфөгә, таралышып та бөттө, ә мин атайым тураһындағы хәтирәләргә сумдым. Белгәндәремде яҡындарыма ҡара-ҡаршы ултырып түкмәй-сәсмәй һөйләй алмауым өсөн үкенес ҡалды, сөнки, оло йәшкә еткәс, бындай теләк бик көсәйә икән. Шуға хәтирәләремде ҡағыҙ битенә төшөрөп, балаларыма, ейәндәремә таратырға булдым.


Атайым — һунарсы

Атайым Әминев Сәхиулла Сәғиҙулла улы физик һәм рухи йәһәттән көслө, әүҙем кеше булған. Бындай ирҙәр һәр саҡ көрәшкә ынтыла һәм бөтә ерҙә беренсе булырға тырыша. Шуғамы икән, уның ҡыҙыҡһынған шөғөлдәре лә күп булған: һабантуйҙарҙа көрәшкән, атта сабышҡан, ҡыш бүрегә һунарға сыҡҡан һәм үҙ алдына уҡырға яратҡан.
Хөрмәтле уҡыусылар! Ошо урында һеҙҙе иҫкәртмәү ярамаҫ: быларҙы мин әсәйемдең, туған-тыумасабыҙҙың һәм атайымды белгән кешеләрҙең һөйләгәне буйынса яҙам, сөнки атайым фронтҡа киткәндә мин өс айлыҡ ҡына сабый булғанмын, ә тағы өс айҙан ул яуҙа башын һалған. Әммә мин атайымды ғүмерем буйы көттөм, уның тураһындағы мәғлүмәттәрҙе бөртөкләп, ҡәҙерләп йыя барҙым.
Һүҙемде һунар тураһында башлағайным. Оҙон ҡыш айҙарында атайым йылына 10–15-ләп бүре алған. Граждандар һуғышынан һуңғы ауыр ваҡытта был ҡырағай йәнлектәр ныҡ үрсегән һәм былай ҙа фәҡирлектә көн күргән кешеләрҙең мал-тыуарына күп зыян килтергән.
Ялан ерендә мылтыҡһыҙ һунар итеүҙең үҙенсәлектәре бар, һәм ул бик хәүефле. Берҙән-бер ҡорал — суҡмар һәм ышаныслы ат. Һунарсы бүрене, артынан әллә нисә сәғәт сабып, арытып ала, тигеҙләшкәс, башына суҡмар менән тондора. Ҡайһы берҙә арыған бүренең, аҙаҡҡы көсөн йыйып, атҡа ташланған саҡтары ла булған. Әгәр ҙә һунарсы яңылышһа, бүренең атты яралауы бар, һәм алыштың нисек бөтөүен әйтеүе лә ҡыйын. Шуның өсөн һунарсы — атына, ат һунарсыға ышанырға тейеш. Хужаһына ышанмаған ат бүрегә яҡын да бармай.
Минең Сәғиҙулла олатайым батрак булған. Яуыш ауылынан Маликовтарҙың ҡыҙы Мәхмүзәне алғас, әкренләп хәлләнгән: 12 балаһы тыуған, уларҙың барыһы ла заманына күрә белем алған. Әсәйем килен булып төшкәндә олатайымдың 10 һауын һыйыры, 15 аты, 30 умартаһы булған. Шуға күрә лә олатайым Ыласын ҡушаматлы атты атайым өсөн генә айырым тәрбиәләп тотҡан. Ыласын бер ваҡытта ла арбаға егелмәгән, уны бары һабантуйҙарға әҙерләгәндәр. Атайым уны үҙе менән бергә бүрегә һунарға йөрөткән. Бер-береһен һәр хәрәкәттән, хатта кәйефтәренән аңлап, һиҙеп торғандар. Шулай ҙа бер тапҡыр улар араһында ла аңлашылмаусанлыҡ тыуғанын хәтерләйҙәр.
…Атайым Новиковка ауылы эргәһенән бүре өйөрөнөң башлығын айырып алып, уны ҡыуа башлай. Йыртҡыс көнбайышҡа, Әтәс ауылы урмандарына, ынтыла, әммә атайым уны төньяҡҡа, яланға ҡыуа. Батыр менән Яуыш, Әтәс менән Сергеевка ауылдарының араһынан сабып йөрөп, бүре арый. Атайым уны ҡыуып еттем тигәндә генә, Балыҡлы ауылының һалам ригаһы осрай. Һалам келәт йәки амбар инде.
Атайым һуҡтым ғына тигәндә, бүре, ригала тишек табып, башын һалам араһына йәшерә. Ә атайым сабып барышлай Ыласындан һикереп төшә лә бүренең артҡы аяҡтарына йәбешә һәм, балыҡлылар килеп, риганың эс яғынан йәнлекте үлтергәнсе, шулай тотоп тора. Табышҡа шатланған атайым һәм шау-гөр килгән балыҡлылар йыртҡысты аттың ҡойроғона бәйләргә маташа. Әммә шул саҡ Ыласын тибеп ебәрә һәм тояғы хужаһының башына эләгә. Атайым бығаса һунарҙан ошо аттың ҡойроғона бер үҙе әллә күпме бүрене тағып алып ҡайтҡан булған. Ялан ерендә бүтән ысул да юҡ бит. Ат та шуға өйрәнеп бөткән. Әммә был юлы уға әллә шау-гөр килгән балыҡлылар оҡшамаған, әллә үпкәләгән… Был юлы бит хужа уның өҫтөндә килеш суҡмар менән һуғып алманы бүрене, ә һикереп төштө лә алышҡа ялан ҡул менән ташланды. Нисек кенә булмаһын, балыҡлылар үҙҙәренең атын егеп, санаға тағышҡан һәм батырҙы һалып, Ыласынды тәртәгә бәйләп, Сытырманға оҙатҡан. Рәхмәт һиңә, Балыҡлы, 80 йылдан һуң...

Һабантуйҙар батыры

Атайым спортты ла бик яратҡан. Уҙған быуаттың 20–30-сы йылдарында оҫталығыңды күрһәтергә һабантуйҙарҙан башҡа урын да булмаған, был байрамдар һәр ауылда алмашлап гөрләп-шаулап үткән. Мин иҫ белгән йылдарҙа ла әле бик шәп байрамдар уҙа торғайны. Тәүҙә беҙ ауылдар буйлап көрәшселәр өсөн көйәрмән булып йөрөһәк, аҙаҡ үҙебеҙ ҙә бәйгеләрҙә ҡатнаша башланыҡ.
Район үҙәгендәге йомғаҡлау һабантуйына бөтә ауылдарҙың көрәшселәре килә торғайны. Үҙе бер оло кинәнес булған икән! Сәсеү эштәре тамамланыу менән атайым һабантуй бәйгеләрендә ҡатнашыр өсөн сығып киткән. Бер-береһенә бөтөнләй тап килмәгән төрлө ярышта сығыш яһап, йыш ҡына бер нисәүһендә еңеү яулаған. Атта сабышыу һәм көрәш буйынса һыр бирмәгән. Ыласыны менән ярышта атайым һәр саҡ үҙе ҡатнашҡан. Уның 70–80 кг ауырлығындағы кәүҙәһе бүре ҡыуып сыныҡҡан атҡа һиҙелмәгән дә. Бер мәл Аллағыуат ауылында (хәҙер Стәрлебаш районына ҡарай) атайым атына бер үҫмерҙе ултырта. Оло хатаһы уға бик ҡыйбатҡа төшә...
Ҡыйғыр ҡоштай осҡан Ыласын ҡапыл ергә ҡолай һәм тора алмай. Атайым аты янына йүгереп барһа, уның йомран ояһына эләгеп, тояғын һындырыуын күрә. Ошо хәлдән һуң Ыласын башҡаса тормай, аяғын бәйләү ҙә ярҙам итмәй... Башҡорттар бындай аттарҙы, ғәҙәттә, һимертеп, ите өсөн һуя, ә беҙҙең ғаиләлә, кәңәшләшкәндән һуң, Ыласынды ерләргә ҡарар итәләр. Һөйләүҙәренсә, атайым уның ҡәбере янында бик оҙаҡ уйланып ултырған. Нәҡ Сыңғыҙ Айытматовтың “Һау бул, Гөлсара” әҫәрендәге кеүек. Ҡөрьән уҡытҡанда ошо ваҡиғаны балаларыма һөйләгәс, минең дә күҙҙән йәштәр тамды, әле лә был ваҡиғаны ҡағыҙға төшөргәндә күңел һыҡрана. Заманында атайымдың пар ҡанаты булған, ауылдың, нәҫелдең данын тирә-яҡҡа таратҡан Ыласын бит ул!

Уҡытыусы абруйы

Ул уҡымышлы кеше булған. Тәүҙә — мәҙрәсәлә, аҙаҡ үҙ алдына белем алған. "Ликбез" маҡсатында уны райондың Ишмөхәмәт ауылына уҡытыусы итеп тә ебәргәндәр.
...Сытырман ауылын оҙаҡҡа ташлап киткәнем юҡ. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Салауаттан йөрөп "Пугачев" совхозында директорҙың яңы техника индереү буйынса урынбаҫары булып эшләнем. Төшкө ашҡа совхоз ашханаһына бара торғайным. Йыш ҡына ошонда тамаҡ ялғарға 75–80 йәштәрҙәге бер бабай йөрөнө. Көтмәгәндә уның менән һөйләшеп киттек. Ишмөхәмәт тигән ауылдан Мортаза бабай Ырыҫов булып сыҡты. Ҡартайып, яңғыҙ ҡалғас, совхоз уға Сытырмандан бүлмә биргән. Мортаза бабайҙың атайымдың тәүге уҡыусыларының береһе булғанлығы асыҡланды.
— Ә һеҙ Сәхиулла Сәғиҙулловичтың улы икән, — тип бабай теремекләнеп китте. — Эйе, атайығыҙ беҙҙең ауылда беренсе уҡытыусы булды. Бик яҡшы һәм изгелекле кеше ине. Беренсе класта мин үҫмер ҡорона еткәйнем инде, шуға ла ял көндәрендә йыш ҡына Сәхиулла ағайҙы атымда Сытырманға илттем. Мине яҡшы итеп һыйлап, күстәнәстәр менән оҙатып ҡала торғайны...
Ошо мәлдә күңелемә ҡапма-ҡаршылыҡлы хистәр тулыуын да йәшермәйем. Тиҫтәләрсә йыл атайымды көттөм, бәлки, ул һәләк булмағандыр, берәй ваҡыт ҡайтып инер, миңә өгөт-нәсихәт бирер тип өмөтләндем. Әммә көткәнем бушҡа булды. Ә был ҡартайып бөткән олатайҙы атайым уҡырға ла, яҙырға ла өйрәткән. Бер аҙ көнләшеп тә ҡуйҙым... Икенсе яҡтан, атайымды белгән, аралашҡан кеше менән осраштым, тип шатландым. Хәҙер инде Сытырманда ла атайымды белгән кеше юҡ.
Уның заманына күрә грамоталы һәм намыҫлы кеше булыуын раҫлаған бер нисә миҫалға туҡталайым әле.
Комсомолдар ул ваҡытта йыш ҡына ауыл ситендә дежурҙа торған. Уларҙың хатта яу ҡылыстары ла бар ине, тип һөйләйҙәр. Ғәбдрәшит ағайым дежурҙа торғанда, Златоуст яғынан бер йәйәүле килеп туҡтай ҙа урыҫ телендә өндәшә:
— Эта дорога куда ведет?
Бер ауыҙ ҙа урыҫса белмәгән ағайым:
— Нимә, нимә? — тиеүҙән уҙмай.
Теге урыҫ һорауын тағы ҡабатлай. Шул саҡ Ғәбдрәшит ағай:
— Тороп тор, хәҙер абзыйымдан һорап киләм, — тип йүгереп ҡайтып китә.
Был көлкөлө ваҡиғаны һөйләүемдең сәбәбе — атайымдың йәштәр араһында абруйлы һәм заманына күрә белемле кеше булыуын күрһәтеү. Ул ваҡытта бит башҡорт һәм татар ауылдарында урыҫса белгәндәр һирәк осраған.
Һуғыш башланыр алдынан атайыма колхоз рәйесе вазифаһын тәҡдим итәләр.
— Бүрегем менән кәңәшләшеп алайым әле, — ти ҙә, кәпәсен тубығына ҡуйып, оҙаҡ ҡына ҡарап ултыра.
— Бүрегем әйтеүенсә, техника заманы етте. Уны белмәйенсә, колхоз рәйесе булып булмай. Механизаторҙар курсына барам, — тип Мәләүезгә уҡырға китә.
Уның берҙән-бер фотоһүрәте тап ошо Мәләүездә уҡыған осорҙа төшөрөлгән. Ошо рәсемде матурлап эшләтеп алып, фатирымдың түренә элдем.
Атайымдың вазифанан баш тартыуы уның бик тәрбиәле, үҙ-үҙенә талапсан кеше булыуы тураһында һөйләй. Замандар үҙгәреп торһа ла, власҡа ынтылғандар, дөйөм байлыҡтан үҙ кеҫәһен ҡалынайтырға тырышыусылар бик күп бит әле.

Һуғыш

Һуғыш башланғанда атайым тракторсылар бригадиры була. Был хеҙмәт үтә лә яуаплы булғанғалыр, күрәһең, уны бер йыл фронтҡа ебәрмәй тоталар.
Әсәйемдең һүҙҙәре буйынса, атайымдың иң яратҡан кешеһе мин, өс айлыҡ сабый, булғанмын. Шуның өсөн дә үҙемде бәхетле һанайым, сөнки күп йәштәштәрем аталарынан хатта бер тапҡыр ҙа яратылмайса ҡалды.
Көрәшсе атайымдың таштай ҡаты, көслө ҡулдары менән өс кенә айлыҡ сабый сағымда мине иркәләүен ғүмерем буйы йөрәгем менән тойоп йәшәнем, шуға ла һәр саҡ уға оҡшарға тырыштым: уҡыным, инженер-механик һөнәрен алдым, Салауат индустриаль колледжында белем бирҙем, көрәштем. Ә бына һунарсы сыҡманы минән. Мылтыҡ тотоп ялан-ҡырҙарға юлланһам да, ҡуянға ла тоҫҡап ата алманым, йәлләнем. Ғүмерем буйы рух ныҡлығы етмәне, уны тәрбиәләү өсөн эргәңдә киң күкрәкле, һөйәлләнгән ҡуллы атай торорға тейеш шул.
Яҙмышыма үпкәләмәйем. Минең кеүектәр — миллион. Бала сағыбыҙҙа таянырға кешебеҙ, яҡлаусыбыҙ булмағанға баҫынҡы булып үҫтек беҙ. Кеше араһында кәм-хур булмаҫ өсөн тырыштыҡ, эшебеҙҙә юғары уңыштарға өлгәштек. Әммә характерыбыҙҙа барыбер ниндәйҙер китек бар, теүәл түгелбеҙ. Был — һуғыштың эҙемтәһе.
Бөгөнгө тыныс тормошта ла етемдәр күп. Мин йәштәргә мөрәжәғәт итәм: балаларығыҙҙы атай-әсәйһеҙ үҫтермәгеҙ. Уларҙың һәр береһенең арҡа терәрлек көслө ғаиләлә үҫергә хаҡы бар. Атайһыҙ үҫеү ир баланың да, ҡыҙ баланың да күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра. Хәҙерге айырылышыуҙарҙың күбеһе — ҡатын-ҡыҙ намыҫында. Был хаҡта мин 2011 йылда “Ирҙәрҙе һаҡлағыҙ” тигән мәҡәләмдә әйткәйнем инде.
Атайыбыҙҙың батырҙарса һәләк булыуы тураһындағы хатта хәбәр ителеүенсә, ул Ленинград эргәһендәге Великие Луки ауылы янында ерләнгән. Аяғы аҫтында снаряд шартлаған. 36 йәшлек башҡорт батырының, һигеҙ бала атаһының һөйәктәре Ленинград янындағы һаҙлыҡтарға таралғандыр, моғайын, Индира Гандиҙың көлө Гималайға сәселгән кеүек. Бөгөн ундағы эҙләнеүҙәр барышында һаман да йөҙәрләгән һалдат һөйәктәре табыла һәм ерләнелә бит.
Был турала яҙыу миңә бик ауыр. Нисә тапҡыр яңынан яҙа башлаһам да, 70 йәшлек ҡарттың күҙ йәштәре ҡағыҙ битенә тамып йөҙәтә...

Йәшәү дауам итә

Үҫмер сағымда иптәштәрем араһында, минең атайым танкист булған, тип ғорурлана торғайным. Ул саҡта танкист улы булыу оло ғорурлыҡ ине шул. Үҫкәс, атайымдың пехотала хеҙмәт итеп, снарядтан һәләк булыуын белгәс, оҙаҡ уйланып йөрөнөм, оялдым. Бер аҙҙан "һәр ағыуға ҡаршы шифа бар" тигән кеүек, дауаһын таптым. Үҙем технарь булырға ҡарар иттем һәм маҡсатыма өлгәштем. Һөнәрҙең абруйлы булыу-булмауы заман талаптарынан килә. Ул осорҙа атайымдың механизаторлыҡҡа уҡып һөнәр алыуы үҙенә күрә яңы аҙым булған. Ә хәҙер электроника осоро, программист улы булыу күпкә юғары баһалана. Нанотехнологиялар заманы яҡынлаша, яңы дәрәжәле һөнәрҙәр ҙә арта тигән һүҙ.
2007 йылда ҡыҙым Альбина БДПУ-ның психология факультетын тамамланы. Иптәштәре менән уҡырға Санкт-Петербург ҡалаһына барырға йыйынды. Әммә уны Мәскәүгә ебәргебеҙ килде, сөнки унда улыбыҙ Эдуард юридик департаменттың директоры булып эшләй. Альбина беҙҙең һүҙҙе йыҡмаҫ өсөн генә ризалашты шикелле. Бер ваҡыт яңғыҙым өйҙә ултырғанда, кемдер артымдан ғәйепләп, асыуланып ҡараған һымаҡ булды. Был ниндәйҙер көслө гипноз һымаҡ тәьҫир иткән һиҙенеү ине. Артыма әйләнеп ҡарағас, һүрәттәге атайымдың күҙҙәре менән осраштым. Улар ҡәҙимгесә түгел, ялтыраған, янған кеүек ине. Ошо мәл атайым менән минең арала ниндәйҙер бәйләнеш хасил булғандай тойолдо. Нимәгә икән был хәл, тип тынысһыҙланып, уйланып йөрөнөм. Ике көндән асыҡланды. Мәскәүҙән хәбәр килде — Альбина, эшен ташлап, иптәш ҡыҙҙары менән Петербургка киткән. Ә атайым, моғайын, теге саҡта, бер балаңды булһа ла миңә яҡыныраҡ ебәрергә теләмәйһең, мин бит бында 70 йыл япа-яңғыҙ, тип ҡәнәғәтһеҙлек күрһәткәндер, ахырыһы.
Тыныслан, ҡәҙерле атайым! Һинең яратҡан ейәнсәрең бына биш йыл инде Санкт-Петербургта һәм унан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай. Төпсөк улыңдың өс улы, биш ейәне бар.
Тыныс йоҡла, атай! Һинең изге нәҫелең, шытым биреп, йәшәүен дауам итә. Һуғыш ҡына булмаһын! Әсәйем тураһында бик аҙ яҙҙым. Ул 51 йыл тол ҡатын булды, минең менән бергә йәшәне, балаларымды тәрбиәләп үҫтереште.



Вернуться назад