Дауаханаға папка тотоп йөрөргә генә ҡалды
Хаҡлы ялға бынан бер нисә йыл элек кенә сыҡтым. Шул саҡ мин аңламаған яңылыҡтар күбәйеп киткәндәй булды. Ҡайһы берҙәре зиһенгә барып етмәй. Һүҙем — шәхси документтар тураһында.
Совет паспортын Рәсәйҙекенә алмаштырғас, исем-шәрифте уҡыу өсөн уны 90 градусҡа бороп ҡарарға кәрәклегенә өйрәнеп бөттөм инде. Был төп документтың тышлығындағы һәм тәүге битендәге яҙыуҙары ғүмер буйы беҙ уҡып өйрәнгәнсә урынлашҡан, ә икенсе битендәге (беҙҙең республика паспорттарында тағы ла бер бит) кем тарафынан һәм ҡасан бирелгәне, хужаһының фотоһы, исем-шәрифе һәм башҡа мәғлүмәттәр тупланған беренсе-дүртенсе биттәр, аҙаҡтараҡ “Балалар” тип аталған 16-сы һәм 17-се биттәр “ауҙарылып” яҙылған. Ә телгә алынмағандары әүәлгесә.
Элек паспортты ҡулдан тултыралар ине, хәҙер быны машинка эшләй, шуға уның биттәре төрлөсә урынлашҡан, тип аңлатҡайнылар документты алғанда паспорт-виза хеҙмәтендә. Әммә мине аптыратҡаны шул: иҫ китерлек техника заманында шул бәләкәй генә паспорттың бер нисә битен “кешесә” яҙып тултырырлыҡ машинка эшләп булмаймы икән? Аңламайым...
Донъялар үҙгәргәс, халыҡҡа яңы документтар бирә башланылар. Шуларҙың береһе – мотлаҡ медицина страховкаһы полисы. Тәүҙәрәк уның урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яҙылғанын тараттылар, бер нисә биттән торһа ла, ыҡсым ғына ине, паспорт эсенә һалаһың да – эш тә бөттө. Бына полистарҙы тағы ла алмаштырҙылар. Яңыһы юғары сифатлы ҡағыҙҙа, оло бер бит итеп эшләнде. Поликлиника регистратураларында “бөкләмәгеҙ” тип киҫәтеп торалар. Медицина учреждениеһы өсөн шул полистың номерынан (уныһы егерме һандан тора!) һәм уны биреүсеһенән башҡаһы әллә ни кәрәк тә түгел. Исем-шәрифеңде, ҡайҙа йәшәүеңде башлыса паспорттан ҡарайҙар. Шулай булғас, медицина страховкаһы полисының бер нисә юллыҡ мәғлүмәте өсөн һыу буйындай яҡшы сифатлы ҡағыҙ тотоноу кәрәк булдымы икән? Аңламайым...
Улдарымдың береһе Мәскәүҙә уҡып, шунда эшләп йөрөй. Һуңғы ҡайтҡанында ул үҙенең полисы менән “маҡтанып” алды. Беҙ күптән күнеккән банк картаһы ҙурлығында ғына, хужаһының фотоһүрәте лә бар. Теләһәк, булдырабыҙ бит.
Улым әйтеүенсә, был электрон полисты һәр медицина учреждениеһы ҡабул итмәй, сөнки карточкалағы мәғлүмәтте "уҡырға" махсус аппарат кәрәк икән. Полиста фото, исем-фамилия бар, егерме һандан торған номеры айырым күрһәтелгән. Тағы нимә етмәй табип халҡына – аңламайым...
Хаҡлы ялға, Аллаға шөкөр, "больничный"ҙар менән яфаланмай ғына сыҡтым. Күршем аҙыраҡ ауырып алғайны, шул көндәрҙә "больничный" ҡағыҙын тотоп инеп сыҡты. Яңыса эшләнгән был документ та мине аптыратты. Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын гәзит бите саҡлы ҙурайтыу ғына һаулыҡты арттырмай шул. Ни өсөн уға яңы мәғлүмәт өҫтәргә, формаһын үҙгәртергә кәрәк булды икән? Бөкләргә ярамай, йөрөтөүе уңайһыҙ. Һис тә аңларлыҡ түгел.
Әле яңыраҡ оло улым менән киленемдә ҡунаҡта булып ҡайттым. Улар мине йәнә аптыратты. Университет дипломдарынан башлап, никахтары, ейәндәремдең тыуыуы тураһында таныҡлыҡтары – барыһы ла “яңыса”, арттырыбыраҡ әйткәндә, “гәзит бите” ҙурлығында. Беҙҙең заманда ошо документтарҙың формаһы бер ҙурлыҡта булып, пинжәктең эске кеҫәһенә һыя ине. Уларҙы ҙурайтыу кемгә һәм ни өсөн кәрәк булды икән? Кеҫәгә генә түгел, ҡатын-ҡыҙ сумкаһына ла һалып булмай уларҙы.
Дауаханаға медицина полисы менән барыр өсөн ҙур папка тотоп йөрөргә кәрәк. Халыҡҡа уңайһыҙ булһын, мәшәҡәт артһын өсөн махсус шулай эшләнәме был?
Бөйөк илебеҙҙе тарҡатҡан 90-сы йылдар түңкәрелешенән һуң ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте. Совет осороноң демократтар тарафынан тарих сүплегенә ырғытылған байтаҡ яҡшы эштәре әкренләп булһа ла тормошобоҙға кире ҡайтыуына шаһитбыҙ. Хатта ҡасандыр ситкә "тибелгән" Ҡырым да беҙҙеке булып, яңынан аяҡҡа баҫты. Көн дә тиерлек ҡулланылған документтарҙы кеше өсөн уңайлыраҡ итеп сығарыу тураһында ни өсөн уйлап та ҡарамайҙар? Президенттың эше түгел дә баһа был. ГАИ-ның ЮХХДИ-ға әйләнеүен белгәс, ил башлығының үҙенең дә ныҡ аптырағанын күптәр хәтерләйҙер әле.
Айсар ҮҘӘНБАЕВ, хеҙмәт ветераны.