Еңеү шатлығы18.04.2014
Бөйөк Ватан һуғышының афәттәрен
Алып килдем алыҫ тарих биттәренән.
Күргәнемде һөйләр өсөн көйгә һалып,
Хәтеремдән ҡоям ошо мөнәжәтте.
"Яу килде!" тип илем оран һалғас,
Барса халыҡ күтәрелде һуғышҡа.
Үҙем ҡайтмаһам да, даным ҡайтһын,
Изге антым булһын һуңғы һулышта.
Герой-улдар, дан ҡаҙанып түштәренә
Орден-миҙал тағып ҡайтты өйҙәренә.
Бик күптәре ҡорбан булып ятып ҡалды
Ер ҡуйынында, төрөнөп һоро шинеленә.
Өмөтләнеп ҡарт-ғораба, бала-саға
Һәм ҡатын-ҡыҙ йөк тарттылар иңдәрендә.
Үлән ашап, нужа көлөн түкте
Зар-интизар булып күргән михнәтенән.
Килгән һайын шомло баҫып хат ташыусы,
Тол ҡатын һәм етем бала һаны артты.
Мин дә инәм шул иҫәпкә – етем ҡалдым,
Рәхмәт һиңә, интернатым, белем алдым.
Иҫкә төшһә, иҫ китерлек хәлдәр булды,
Һуғыш тынын оноторға ваҡыт етте.
Гитлер өңөн – рейхстагты емереүгә
Теүәл ете тиҫтә ғүмер үтте.