Олатайҙар "дедсад"ҡа йөрөй18.04.2014
Олатайҙар "дедсад"ҡа йөрөй
— Ейәндәрем минең көн дә иртән йыйынып "дедсад"ҡа йөрөүемә өйрәнеп бөткән инде. "Өләсәй, бөгөн дә баҡсаға уйнарға бараһыңмы? Унда уйынсыҡтар күпме?" — тип һорап йөҙәтеп бөтөрә бәләкәстәрем. "Юҡ, ҡыҙым, беҙ унда уйнамайбыҙ, үҙем кеүек олатай һәм өләсәйҙәр менән һүрәт төшөрәбеҙ, гимнастика яһайбыҙ, театрға йөрөйбөҙ, тиһәм, йәнә аптырайҙар, — ти танышыбыҙ Фәниә Мөстәҡимова.

Баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы "Феникс" халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгендә өлкәндәр өсөн балалар баҡсаһы рәүешендәге бүлексәнең эшләй башлауы ветерандар тормошона өр-яңы ҡыҙыҡлы бит өҫтәне. Ололар ҙа, иртән иртүк "баҡса"ға юлланып, яҡшы йыһазландырылған яҡты бүлмәләргә урынлаша. Бында барыһы ла өйҙәге кеүек: тәҙрәләрҙә — бик матур ҡорғандар, иҙәндә — йомшаҡ келәм, яңы йыһаздар.
Утыҙ меңдән ашыу китап тупланған китапхана, спорт һәм ял итеү бүлмәләре, уңайлы ашхана — барыһы ла өлкәндәр ҡарамағында. Ошо йылдың 31 мартында ғына асылыуына ҡарамаҫтан, күңелле яңылыҡ хаҡында күптәр хәбәрҙар.
— Өлкәндәрҙе хеҙмәтләндереүҙең был формаһы халыҡта хуплау тапты, хатта ҙур ғына сират барлыҡҡа килде, — ти үҙәктең директоры Әлфиә Өмөтбаева. — Ял итеү, медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу шарттары бик яҡшы беҙҙә. Туҡланыу һәйбәт, көнөнә дүрт тапҡыр аш-һыу әҙерләйбеҙ. "Тәмле бәлештәрегеҙ өсөн генә лә һеҙгә ял итергә килерлек", — тип рәхмәт әйтә өлкәндәр. Уларҙың күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыты юҡ. Кемдер шашка-шахмат уйнай, гимнастика менән шөғөлләнә, ҡайһы берәүҙәр ҡаҡшаған сәләмәтлеген хәстәрләп, укол һәм дарыуҙар ала, массажға йөрөй. Кисә, мәҫәлән, социаль такси яллап, картиналар галереяһына барҙыҡ, ошо аҙнала Рус дәүләт драма театрына сәйәхәт ҡыласаҡбыҙ.
Үҙәктә ял итеү арзанға төшә, көнөнә ни бары 180 һум түләргә кәрәк. Николай Михайлович Никонов быға ҡәҙәр ҙә "Феникс" менән яҡшы таныш булып, бында элекке көндөҙгө бүлексәгә йөрөгән. Ә "дедсад" асылғанын белгәс, ҡатыны Любовь Васильевнаны ла үҙе менән алып килгән. "Бында шул тиклем тыныс, шарттар уңайлы, рәхәтләнеп ял итәбеҙ", — ти ирле-ҡатынлы был икәү. 82 йәшлек Мөбәрис Әғиҙуллин да коллективтың хәстәрлегенән ҡәнәғәтлеген белдерҙе. "Фатима инәйегеҙ менән ике йылдан, Алла бирһә, гәүһәр туйыбыҙҙы үткәрергә уйлайбыҙ. Шуға күрә сәләмәтлекте нығытып алырға ине иҫәбем", — тип шаяртып та алды ул.
Олатайҙар "дедсад"ҡа йөрөйВенера Абрамова әйтмешләй, ҡайһы саҡта ғаилә ағзаларынан айырылып, өй мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып йәшәү ҙә өлкәндәр өсөн файҙалы. Ят кешеләр менән аралашыу, яңы мөхит күңелде үҫтереп, кәйефте күтәреп ебәрә торғандыр.
— Әлегә яңы бүлексә өсөн алты урын ғына ҡаралған, ә ихтыяж ҙур, — ти Әлфиә Сабирйән ҡыҙы. — Бынан тыш, үҙәктә өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн ваҡытлыса йәшәү бүлексәһе эшләй. Төрлө сәбәп арҡаһында йортһоҙ, ҡарауһыҙ ҡалғандар, хәстәрлеккә мохтаждар беҙҙең коллектив ҡарамағында ярты йылға тиклем йәшәй ала. Ошо ваҡыттан һуң уларҙы интернатҡа урынлаштырабыҙ. Әлбиттә, бөтәһе лә унда барырға ашҡынып тормай. Араларында үтә ауыр яҙмыш кисергәндәр, тормош һынауҙарынан бөгөлөп төшкәндәр етерлек. Бына бер ирҙе Иглиндәге интернатҡа ебәреү өсөн путевка юллап алдыҡ. Тормош юлы бик уңышлы башланған кешенең әле хәстәрлеккә мохтажлығын күреп, күңел һыҙлана. Ваҡытында ғаилә ҡорған, балалар үҫтергән уҙамандың яҙмышын бер ҡот осҡос фажиғә һындыра. Балалары һәләк булғас, артабан йәшәргә көс тапмаған ир "йәшел йылан"ға әүрәй, кешелектән сыға. Ҡартлығын махсус интернатта үткәрәсәген йәшлегендә башына ла килтермәгәндер, моғайын.
Бер кемдең дә ауыртҡан еренә теймәй, артыҡ һорау бирмәй, бары хәстәрлек менән солғап, күңел яраларын уңалтыу өсөн үҙәк хеҙмәткәрҙәренә бөтә тырышлығын, йөрәк йылыһын һалып эшләргә тура килә. Типһә тимер өҙөрҙәй көслө, матур йәшлек осорон төрмәлә үткәргән, хәҙер инде яҡындарына ла кәрәкһеҙ ауыр йөк булған, эскелеге арҡаһында ике аяғынан да яҙған яңғыҙ ирҙең яҙмышын еңеләйтеү өсөн дә социаль хеҙмәткәрҙәр барыһын эшләй. Үҙәктә бер йыл тәрбиәләгәндән һуң, путевка юллап, Октябрьский ҡалаһындағы интернатҡа урынлаштыралар.
Бала-сағаһы, ейән-ейәнсәрҙәре булып та өләсәйҙәрҙең ваҡыты-ваҡыты менән үҙәккә йәшәргә килергә ынтылыуы — хәҙерге замандың үҙенсәлекле бер һыҙаты. Бер бүлмәле фатирҙа ике ғаиләнең һыйышып йәшәүе арҡаһында донъя көтөү ауырлығын да, майҙан тарлығының күңел тарлығына, мөнәсәбәттәрҙе ҡырҡыулаштырыуына килтереүен дә һүҙһеҙ аңлап була. Тыныс мөйөш, күңелгә ял эҙләп килгәндәр ҙә бар. Утыҙ кеше — утыҙ төрлө яҙмыш. "Өлкәндәр өсөн ваҡытлыса йәшәү бүлексәһе әлегә ни бары өс үҙәктә генә, — ти Әлфиә Өмөтбаева. — Белеүебеҙсә, социаль хеҙмәтләндереүҙең был төрөнә лә ихтыяж ҙур. Ә республикабыҙҙағы тәүге "ҡарлуғас" — өлкәндәр өсөн көндөҙгө баҡса — күптән көтөп алынған ҡыҙыҡлы ла, отошло ла социаль проект булды".


Вернуться назад