Йәшәү башы – бала, тиҙәр ҙә бит...18.01.2012
Бөгөн шул төптән уйланылған атай-олатайҙар тәрбиәһен оноттоҡ, йәштәребеҙ заманса күренергә тырышып, йышыраҡ көнбайышҡа күҙ ата, уларҙан өлгө алып ирекле йәшәй, тормоштарын ҡорған хәлдә лә гражданлыҡ никахынан, образлаштырып әйткәндә, “кәкүк ояһы” әтмәләүҙән ары китә алмай. Ундай ҡуңалтаҡ ғаиләнән фәтүә самалы, булғанынан булмағаны мең артыҡ. Емерелгән мәғариф системаһын хәтергә төшөрөп шуны әйтмәксемен: бөгөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаған ҡайһы студент иртәгәһе көнгә өмөт менән ҡарай ала? Әйтеүе ауыр. Уларҙың күбеһе бит уҡыуҙарын тамамлау менән эшһеҙҙәр армияһын тулыландыра, дәүләт тәғәйенләгән эшһеҙҙәр пособиеһына ҡарап көн күрә. Бала тәрбиәләү түгел, икмәк-сәйгә лә етмәй бит ул фәҡир тиндәре!
Әүәлерәк уҡыу йорттарын тамамлағандар йүнәлтмә буйынса республика район-ҡалаларына ебәрелеп эш менән тәьмин ителә, тәүге осорҙа йәшәү өсөн уларға дөйөм ятаҡтан бушлай урын бүленә торғайны ла баһа. Ҙур хеҙмәт хаҡы алмаһалар, хан һарайында йәшәмәһәләр ҙә, бирешмәй торғайнылар тормош көтә башлағанда. Өйләнгән хәлдә лә шул уҡ ятаҡтан йәш ғаиләләр өсөн бүлмә алалар ине. Ни тиһәң дә, килер көндәргә ышаныс бар ине йәштәр күңелендә.
Яңыраҡ телевизорҙан уҡыусы баланы 350 һумға мәктәпкә әҙерләшергә вәғәҙә биргән рекламаны күреп хайран ҡалдым. Тимәк, бала мәктәпкә меҫкен асарбаҡ кейемендә барырға тейеш булып сыға ла. Алам-һолам асылды зәғифләндерә, йәндә хәйерсе психологияһын тыуҙыра түгелме, йәмәғәт? Ябай ҡушыуҙар менән генә лә уҡыусыны мәктәпкә әҙерләү өсөн кәмендә 6–7 мең һум аҡса кәрәк. Мин бында мәктәп йәшендәге балаға киткән хаҡтарҙы әйттем, сабыйға иркен үҫһен өсөн тотонолаһы сығымдар ҙа әле иҫәпләгәндәрҙән бер ҙә кәм түгел. Балалар коляскаһы ғына ла яҡынса 7–8 меңгә тарта, бында кибет кәштәләрендә күҙҙе ҡыҙҙырған йәшелсә, емеш-еләк һуттарын, файҙалы консерваларҙы өҫтәп тә тормайым. Ғаилә шул шарттарға түҙеп йәшәп ҡарай ҙа, бала тыуғас, аптырашта ҡала — ҡайҙа итергә был артыҡ тамаҡты? Яуап оҙаҡ көттөрмәй, гражданлыҡ никахында йәшәгән ир менән ҡатын, баланы ят тупһаға ырғытып, күп уйлап тормай, икеһе ике яҡҡа китә. Килеп тыуған был хәлдә айырылышыусыларҙы ғәйепләп тә булмай һымаҡ.
Һуң ошо аҙымға барырға уларҙы фәҡир йәмғиәтебеҙ мәжбүр итә, әммә йәштәрҙе лә яуаплылыҡтан азат итергә йыйынмайым: йөрәк ярып сыҡҡан баланы яттар ҡарамағына ҡалдырырға таш бәғерле, боҙ күңеллеләр генә һәләтле. Уларҙан һорағы килә: кем һалды һеҙҙең күңелегеҙгә битарафлыҡ, хаяһыҙлыҡ ойотҡоһон? Тәрбиәләгән атай-әсәйҙәрегеҙгә һылтанырһығыҙ, бәлки, уҡытҡан мәктәбегеҙҙән ғәйеп эҙләрһегеҙ, көсһөҙлөгөңдө, булдыҡһыҙлығыңды кемгәлер япһарыу еңел, әлбиттә. Шулай итеп, ошондай йәштәрҙе тыуҙырған, үҫтергән ата-әсәләренә туҡталайыҡ. Улар ҙа аҡланыу яйын табыр, күрше-тирә ғәйбәтенән ҡасыуҙарына, тормош ауырлыҡтарына һылтанырҙар. Ә тормош ҡасан һуң еңел булған? Әҙәм балаһының күңеле тарайҙы һуңғы йылдарҙа, ул ҡусҡарҙай үҙ эсенә йомолдо.
Көнитмешебеҙгә күҙ һалайыҡ әле: тимер ишек, рәшәткәле тәҙрәләр, бер кем инмәй-сыҡмай, ҡыңғырау тауышын ишеткәс тә әле тәҙрә-күҙҙән әллә күпме һынап-тикшереп күҙәтәбеҙ, шунан һуң ғына сылбырҙы сыңлатып ысҡындырып, ярты битебеҙҙе тыш яҡҡа ҡыҫып текәләбеҙ. Эргәбеҙҙә ҡарауылсы-һаҡсылар ғына юҡ, яттарҙың хәленә инеү түгел, туғандарға ҡунаҡҡа йөрөшөү, хәл-әхүәл белешеү күптән онотолдо.
Тураһын әйтергә кәрәк: бөгөн кешелек донъяһы әле тотош илдәрҙе ялмап алған финанс көрсөгөнән дә хәтәрерәк рухи торғонлоҡ кисерә. Бынан 50 – 60 йыл элек башланған ошо сирҙең өйәнәген әле килеп тоя башланыҡ. Сирҙе тойҙоҡ та, диагнозы ла ҡуйылды, тик дауалаусылар дарыуға аҡса сарыф итергә генә теләмәй – хикмәт бына нимәлә. Ә бит башҡа кәмиттәр өсөн аҡса табыла, табыла ғына ла түгел, һуңынан буштан килгән табышҡа әүерелеп, кемдәрҙеңдер кеҫәһенә йылға булып ағыла.
Үҙәк телевидениенан күрһәтелгән шоуҙарҙы, халыҡ телендә әйткәндә, мәғәнәһеҙ, тамсы ла тәрбиәүи әһәмиәте булмаған шау-шыуҙарҙы ҡарайһың да хайран ҡалаһың. Ҡайһылай ҙа иркен, байман йәшәй икән дә баһа беҙҙең халыҡ: Леонид Якубович игелекле Ҡыш бабай ҡиәфәтендә, игелекле фәрештә фиғелендә уңлы-һуллы бүләктәр өләшә, уның тураһында маҡтап һүҙ әйтеүсе йә килешле таҡмаҡ сығарыусыны ишетһә, күңеле тулыуҙан күҙҙәрен йәшкәҙәтеп, автомобиль дә бүләк итеп ташлай ҡайһы берҙә, “Кем Максим Галкин булырға теләй?”, “Кем миллионер булырға теләй?” тапшырыуҙары ла ябай халыҡтан ”алтын тауҙарын” йәлләмәй.
Хаҡлы һорау тыуа: үҙ кеҫәләренән өләшәләрме икән был изге йәндәр ошо тиклем дә байлыҡты? Асылда нисек көн иткәнлегебеҙ хаҡында юғарыла әйтеп киттем инде, бында нимәлер өҫтәп тороуы урынһыҙ. Хәйләһеҙ, бер ҡатлыларҙы буш ҡыуыҡҡа ымһындырғансы шул аҡсаны бер йүнлерәк шөғөлгә йүнәлтеп булмаймы икән ни, юғиһә тормошобоҙ ҡиәмәт көнөндә туй мәжлесе ойоштороуға оҡшап китте лә. Йәмғиәтебеҙ бөгөн ике ҡатламға бүленде — май кикереп шашыусы, илереп типтереүсе үтә байҙар һәм осто-осҡа ялғап эш хаҡынан эш хаҡына тиндәрен иҫәпләп көн итеүсе үтә ярлылар. Ошо ике ҡатлам араһындағы бушлыҡ тәрәнәйгәндән-тәрәнәйә барып, бер көн килеп упҡын хасил булып ҡуймаҫмы икән, тип борсолоп уйланам ҡайһы саҡ.
Сүбәк сәйнәп май сыҡмаҫ, тигәндәй боғаҙ ярып һандырауҙан файҙа самалы, шуға ошо ғәриплектән арыныуҙың ҡайһы бер юлдарын тәҡдим итмәксемен. Мәғариф системаһының эстәлеген үҙгәртеү зарур. Мәктәптәргә тәжрибәле уҡытыусыларҙы, бигерәк тә ир уҡытыусыларҙы йәлеп итеү кәрәк. Ир баланы хужа ҡылығында үҫтереү өсөн ир уҡытыусы кәрәкһә, ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы буласаҡ хужабикәне, әсәне тәрбиәләргә бурыслы, бер һүҙ менән әйткәндә, ғаилә орлоғо бала күңеленә ғаиләлә үк һалынып, ул мәктәптә шытым бирергә һәм ары үҫешергә тейеш. Юғары уҡыу йорттарындағы тәрбиә эштәрен яйға һалаһы бар, юғиһә аҡса юҡлыҡтан ундағы тәрбиәселәр һаны ҡыҫҡартылды.
Бала табыу йорттарында ауырлы ҡатындарға психологтарҙың, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең, юристарҙың һәм башҡа белгестәрҙең ярҙамы, консультацияһы кәрәк. Ауыр хәлдә ҡалған йәш әсәләр өсөн реабилитация үҙәге ойошторғанда ла насарҙан булмаҫ ине, приюттар һымаҡ ваҡытлыса булһа ла морон төртөр ер, тимәксемен. Шул үҙәккә урынлашҡан әсә тәүге бәргеләнеүҙәренән бер аҙ арынһа, балаһын күкрәгенә төртөп эҫенһә, моғайын да, унан баш тартыу һымаҡ ҡырҡа ҡарар ҡабул итмәҫ ине. Ниңә ундай үҙәктәрҙе төҙөмәҫкә, һуң балалар йорттарын арттырыуға аҡса табалар ҙа.
Кешене яҡты донъяға тыуҙырыуы, ай-һай, еңелдән түгел, быны мин үҙ елкәмдә татып ҡарағанға әйтәм, ә баланы үҫтереү, уны йәмғиәткә файҙалы итеп тәрбиәләү тағы ла ауырыраҡ. Миңә ҡалһа, әле булһа ла шул үҙ һөнәремә, кешене яҡты донъяға тыуҙырыу шөғөлөнә тоғро ҡалғанмын һымаҡ: медицина училищеһын бөтөрҙөм, педагогия институтын тамамлап, 30 йылға яҡын йәш быуынға һабаҡ бирҙем, профессиональ яҙыусы тигән үтә яуаплы ла, маҡтаулы ла исемде йөрөтәм. Уйлап ҡараһаң, ошо һөнәрҙәр кешене тыуҙырыуға туранан-тура булышлыҡ итмәйме, бәйләнмәгәнме ни? Йәшәй-йәшәй бер хәҡиҡәткә инанғанмын: тәбиғәттә лә, кеше мөнәсәбәттәрендә лә бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй. Әҙәм балаһы таныштары, яҡындары, балалары алдында һәм һуңғы сиктә кешелек алдында һәр ваҡыт яуаплы. Уның ҡылғандары, иртәме-һуңмы, игелек йә ҡарғыш булып уға кире әйләнеп ҡайта, донъя — ҡуласа, ти бит халыҡ. Беҙ бар ғаләмде ҡосағыбыҙға һыйҙырырға теләп, ашығып-ҡарһаланып, эргәләгеләрҙе аяуһыҙ тапап, гонаһтарға батып ҡайҙалыр ашыҡһаҡ та, һәр саҡ Ер шары ҡарынында әйләнеп-тулғанып, уның әле тыумаған балаһы сүрәтендә ҡалабыҙ. Был хаҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ”Кеше” шиғырында бик тә урынлы, образлы, тәрән мәғәнәле итеп әйткән:
Күп алыштым, күп бирештем
Был тормоштоң ағымында.
Баҡһаң икән, сәбәләнәм
Заманымдың ҡарынында.
Эйе, беҙ – ер балалары... Шуға ла үҙебеҙ, бер килеп, кәрәгебеҙ, хәжәтебеҙ бөтөп, ташландыҡҡа, артыҡҡа әйләнмәһәк ине. Көнитмештә яңғыҙ ҡалыуҙан, үкһеҙ етем булыуҙан да ҡурҡынысыраҡ нәмә юҡ...
(Аҙағы. Башы 8-се һанда).
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад