Алмаш үҫтерәйек: башланғыс дауам итер18.04.2014
Республикабыҙҙа, илебеҙҙә дини тәрбиәгә иғтибар арта барыуы һәр кемгә мәғлүм. Шуны ла беләбеҙ: үҙеңә алмаш үҫтермәйһең икән, башланғыстың ғүмерле булырына иҫәп тотоу мөмкин түгел — ул бер урында ҡатып ҡаласаҡ. Ошо хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп, бөгөнгө мосолман йәштәре хаҡында һөйләшеп алырға ниәтләнек. Улар ниндәй уй-теләк, маҡсат менән йәшәй? Йәштәрҙе бер урынға туплау, ойоштороу нисек алып барыла? Дини уҡыу йорттарының эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнеү тыуҙырамы? Имамдарҙың хәле нисек? Ошо һәм башҡа һорауҙарға М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, уҡыу йортондағы Мосолман мәғарифын үҫтереүҙең ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры урынбаҫары, философия фәндәре кандидаты Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Ғалимдар шураһы ағзаһы, “Ишан Зәйнулла Рәсүли” мәхәлләһенең имам-хатибы Әхмәт ӘХМӘРОВ һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге хеҙмәткәре Тимур ВӘЛИТОВ менән бергә асыҡлыҡ индерергә тырыштыҡ.


Имам абруйы — тормош именлеге

— Дин элек-электән йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана булған. Айырыуса уҙған быуатта уны нисек кенә бөтөрөргә тырышмаһындар, күңелдәрҙә йәшәгән илаһи тәрбиә ҡанундарының тамырын ҡорота алманылар. Һуңғы ике тиҫтә йыл самаһы ваҡытта ҡырҡа үҙгәрештәр кисерҙек: иман йорттары күпләп төҙөлдө, уҡыу йорттарында дини тәрбиәгә иғтибар артты, дәүләт тә был мәсьәләгә йөҙ менән борола бара. Шулай ҙа, һәр башланғыстағы кеүек үк, ауырлыҡтар юҡ түгел. Бының тәүге сәбәбе, әлбиттә, дини белемдең аҙлығына бәйле. Ошо йәһәттән һүҙҙе һеҙҙән башлайыҡ, хөрмәтле Зөфәр Мөхтәр улы. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла ойошторолған дини үҙәктең төп маҡсаты ниндәй?

Алмаш үҫтерәйек: башланғыс дауам итерЗөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ:
— Республикабыҙҙағы төп педагогик юғары уҡыу йортоноң заманға ярашлы әүҙем эшмәкәрлек алып барыуы хаҡында беләһегеҙ. Унда Мосолман мәғарифын үҫтереүҙең ғилми-тикшеренеү үҙәге алты йыл самаһы элек ойошторолдо. Төп маҡсат, әлбиттә, Ислам ғилемен үҫтереүгә, төрлө ят ағымдарҙы иҫкәртеүгә ҡайтып ҡала — бөгөн динебеҙ алдында тап ошондай бурыстар тора. Беҙҙең үҙәк республикалағы ике Диниә назараты менән тығыҙ бәйләнеш булдырған, бергәләп төрлө осрашыуҙар үткәрәбеҙ, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ.
Ә хәл итәһе мәсьәләләр ифрат күп. Тәү сиратта имамдарҙың хәле уйға һала. “Беҙгә белемле дин әһелдәре кәрәк!” — тип яу һалабыҙ ҙа ул, әммә шул уҡ ваҡытта уҡыу йортон тамамлап, күпмелер ғилемгә эйә булған йәш муллаларҙың киләсәк тормошо ҡайғыртыламы? Барыбыҙ ҙа — тере кеше: ғаиләне ҡарарға, балалар үҫтерергә кәрәк, бының өсөн эш хаҡының булыуы мөһим. Ә ауылда иман таратыу менән шөғөлләнгән имам нисек йәшәргә тейеш? Ошо йәһәттән шундай фекеремде еткермәксемен: буласаҡ йәш белгескә бер юлы ике уҡыу йортонда белем алыу мөмкинлеге бирелһен ине. Әйтәйек, табип һөнәрен үҙләштергән студент дини ғилемгә өйрәнә алмаҫ инеме ни? Был алым уның алдағы тормошо өсөн файҙалы: ике вазифаны бергә алып барыу мөмкинлеге асыла. Табип булараҡ, белгескә эш хаҡы түләнәсәк, тимәк, уның имамлыҡты күтәрергә көсө етәсәк.


Алмаш үҫтерәйек: башланғыс дауам итерӘхмәт ӘХМӘРОВ:

— Ғөмүмән, тарихҡа күҙ һалғанда, имамға эш хаҡы түләү мәсьәләһе бер ваҡытта ла дәүләт тарафынан ҡаралмаған. Был бурысты мәхәллә үтәгән. Бәлки, әле лә шулай итергә кәрәктер. Урындағы хакимиәт имамдың эшмәкәрлеген контролдә тоторға тейеш бит, тимәк, уның матди хәлен дә ҡайғыртырға бурыслы.


Алмаш үҫтерәйек: башланғыс дауам итерТимур ВӘЛИТОВ:

— Белеүемсә, Татарстанда был алым тормошҡа ашырыла. Имамдың төп маҡсаты — халҡыбыҙға дин нигеҙҙәрен аңлатыу, төрлө ағымдарҙан һаҡлап, тура юлдан алып барыу. Уға яҡшы йәшәү шарттары булдырылғанда, тормошобоҙҙоң именлеге өсөн хәүеф тә аҙаясаҡ.
Әхмәт ӘХМӘРОВ:
— Йәштәргә ике диплом алыу мөмкинлеген тыуҙырыу мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Зөфәр Мөхтәр улы, һеҙҙең фекерегеҙ менән тулыһынса килешәм: имам тормошҡа төрлө яҡлап әҙер булырға тейеш. Үҙемә килгәндә, уҡытыусымын, Өфөләге “Ихлас”, Беренсе Йәмиғ мәсеттәрендә дәрестәр алып барам. Уларға төрлө уҡыу йортонда белем алған йәштәр бик күп килә. Араларынан берәү: “Педиатр булырға әҙерләнәм, халыҡҡа дини ғилем дә биргем килә. Ике урында эшләргә мөмкинме икән?” — тип мөрәжәғәт иткәйне. Ниңә булмаһын? Әлбиттә, мөмкин, ниәт кенә кәрәк. Шулай ҙа бер ҡатмарлы мәсьәлә килеп тыуа: ошолай ике урында белем алырға теләгәндәр өсөн айырым ятаҡ булдырылһын, был йәштәргә ойошоп, фекер алышып йәшәү мөмкинлеген асыр ине. Әйтәйек, Ҡазанда мосолман интернаты бар. Балалар мәктәптә уҡый һәм унда йәшәй. Беҙҙең Башҡортостанда, Ислам диненең үҙәгендә, ошоно булдырыу мөмкин түгелме ни? Һөҙөмтәлә ныҡлы әҙерлекле имамдар үҫтереү мөмкинлеге асылыр ине.

Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ:

— Дөрөҫ, килешәм. Был эштәрҙең киләсәктә бойомға ашырыла башларына ҙур ышаныста ҡалайыҡ. Әлегә иһә булған имамдарыбыҙҙы хәстәрләү, уларҙың эшмәкәрлеген яйға һалыуға иғтибарҙы көсәйтеү зарур. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Ислам университетында муллаларҙың квалификацияһын күтәреү курстары эшләй башланы. Уларҙа миңә лә ҡатнашырға тура килә. Иң мөһиме шул: имам халыҡ менән эшләй, тимәк, уның күңелендә тәү сиратта толерантлыҡ тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Юғиһә Украиналағы кеүек хәлдәргә нигеҙ һалыныуы ихтимал. Улар әлеге Майҙан хужаларын үҙҙәре “тәрбиәләп үҫтерҙе” бит. Барыһы ла милләтселек нигеҙендә башланды. Ошо йәһәттән, ысынлап та, имамдарға — халыҡ тәрбиәселәренә — ҙур иғтибар бүленергә тейеш. Ә бының өсөн йәмғиәттең муллаларға ышанысын арттырыу мөһим. Халыҡ уларҙың эшен мәсет асыуға, намаҙ уҡыуға ғына ҡайтарып ҡалдырмаһын ине. Был йәһәттән тағы бер фекерем бар: белеүемсә, республиканың ике Диниә назараты тарафынан да имамдарға аттестация уҙғарыла, ошо сараның барышын киң мәғлүмәт саралары аша яҡтырта барырға кәрәк. Халыҡ дин әһелдәренең нисек әҙерләнгәнен, уларға ниндәй талаптар ҡуйылғанын белһен. Тарихҡа күҙ һалғанда, элек указлы муллалар булған. Бындай вазифаны биләр өсөн әллә күпме имтихан тотҡандар. Ошо алымды йәнләндереп ебәреү отошло булыр ине.

Әхмәт ӘХМӘРОВ:

— Сифатлы кадрҙар темаһын дауам итеп, шуны әйтергә теләйем: йәш муллаларға эш урыны етешмәй. Әлбиттә, өлкәндәргә ҙур хөрмәт менән ҡарайым, дин юлындағы күп мәсьәләлә уларҙың ғилеменә, тәжрибәһенә таянабыҙ. Шулай ҙа киләсәк быуынға юл биреү хаҡында ла уйланылһын ине. Йәштәр күп осраҡта тиҫтерҙәренә тартыла, эйәрә, улар менән уртаҡ телде тиҙерәк таба бит. Эш шулайыраҡ ойошторолһа, минеңсә, дингә бәйле ҡалҡып сыҡҡан ҡайһы бер ҡырҡыу хәлдәргә юл асылмаҫ ине. Ғөмүмән, йәш имамдарға ихтыяж ҙур булып ҡала.

Аңлатыу эше алып барылмаһа, аҙаҡ өсләтә түләүебеҙ ихтимал

— Йәмғиәткә әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләренең өҫтөнлөгөн аңлатыу, Ислам нигеҙҙәрен төшөндөрөү йәһәтенән байтаҡ эш алып барыла. Шул иҫәптән Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратындағы йәштәр бүлегенең хеҙмәтен баһалап китергә кәрәк. Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә хәбәр ителеүенсә, һеҙ, Тимур, республика райондары буйлап хәйриә концерттары ойоштораһығыҙ...

Тимур ВӘЛИТОВ:

— Эйе, был эште өсөнсө йыл инде алып барабыҙ. Сараға башланғыс шулай һалынды: 2011 йылда уҙғарылған йәштәр форумында бүлек етәксеһе Айнур Арыҫланов Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовҡа халыҡҡа ошондай концерт-лекция ойоштороу мөһимлеге хаҡында фекерен еткерҙе, уны үткәреүгә ярҙам һораны. Һөҙөмтәлә изге эшкә нигеҙ һалынды, ул, әл-хәмдү лил-ләһ, уңышлы тормошҡа ашырыла. Концерт-лекцияға танылған артистарҙы йәлеп итәбеҙ. Әйтәйек, билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев, йырсы Хәсән Усманов һәм башҡалар сарала бик ихлас ҡатнаша, халыҡ уларҙы яратып ҡабул итә. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына ла ҙур рәхмәт: беҙҙең бер сара ла уларҙың студенттарынан тыш үтмәй. Эш шулай ойошторолған: концерт ниндәйҙер дин белгесенең, ғалимдың сығышы менән аралаштырып алып барыла. Ислам юлына әйҙәгән, экстремизмға ҡаршы өндәгән һүрәтле футболкалар ҙа таратабыҙ. Өс йыл эсендә тиҫтәләгән районда булдыҡ. Ғөмүмән, хаҡ динебеҙгә ят булған ағымдарҙан иҫкәртеү маҡсатындағы хәйриә сараһына бик күп халыҡ йыйыла — эшебеҙҙең файҙаһы бар, тип ҙур ышаныс менән әйтә алабыҙ.

Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ:

— Бындай саралар, һис һүҙһеҙ, әһәмиәтле. БДПУ-лағы Мосолман мәғарифын үҫтереүҙең ғилми-тикшеренеү үҙәгендә лә әлегә ҡәҙәр ошоға оҡшаш сара ойошторолдо: университеттан, назараттан һәм Рәсәй Ислам университетынан өс вәкилде йәлеп итеп, райондар буйлап аңлатыу эше алып барҙыҡ. Махсус программаға ярашлы был сәфәр Мәскәү аша финансланды. Өҫтәүенә китаптар ҙа сығара инек. Әле иһә был программа туҡтатылды, дауам ителәсәк тигән хәбәрҙәр йөрөй, әммә дөрөҫмө-юҡмы — билдәһеҙ. Минеңсә, халыҡҡа аңлатыу эше алып барылырға тейеш, юғиһә аҙаҡ уның хаҡын икеләтә, өсләтә түләргә тура килеүе ихтимал. Әлегәсә эшләп килгән программаны республикала төҙөргә мөмкин — ошо хаҡта уйланырға кәрәк.

Әхмәт ӘХМӘРОВ:

— Фекерҙәрегеҙҙе ҡеүәтләйем. Ысынлап та, ошондай аңлатыу эштәренең, хәйриә сараларының әһәмиәте бик ҙур. Тимур ҡәрҙәш һөйләп уҙған концерт-лекцияларҙа минең дә булғаным бар, бик оҡшай, халыҡ майҙанға күпләп йыйыла. Шулай ҙа, хөрмәтле иптәштәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай саралар менән генә бөтөн мәсьәләне хәл итеү мөмкин түгел. Уҡыу йорттары, мәсет-мәҙрәсә, имамдар, назараттар менән берлектә дөйөм маҡсатҡа йүнәлтелгән комплекслы эш алып барылыуы мөһим.

Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ:

— Дөрөҫ. Ошо урында балаларҙан, йәштәрҙән тыш, урта, йәғни атеизм осоронда үҫкән быуын вәкилдәрен тәрбиәләүгә иғтибар йүнәлтеү зарурлығын да онотмаһаҡ ине. Күҙ алдына килтерегеҙ: ун йәшлек бала мәсеткә килде, ти. Имам-хатип вәғәзендә спиртлы эсемлек ҡулланыуҙың, тәмәке тартыуҙың харам икәнлеге хаҡында һөйләй. Быны күңеленә һеңдергән баланың, өйөнә ҡайтып: “Атай, һин тәмәке тартаһың, тимәк, ысын мосолман түгелһең”, — тип дәғүә белдереүе бар. Атай кеше, әлбиттә, өндәшмәй ҡалыр, әммә бар асыуын имамға төшөрмәй ҡалмаҫ. Ошондай хәлдәрҙә ни эшләргә һуң? Урта быуын вәкилдәренең күбеһе бит балаһын дин юлында тәрбиәләүгә ҡаршы түгел. Ошоно күҙ уңында тотоп, баланы: “Атайың икенсе заманда тәрбиә алған, уны хәҙер тотошлай үҙгәртеү мөмкин түгел. Ә һин — башҡа осор кешеһе”, — тигәнерәк һүҙҙәр менән тәрбиәләргә кәрәктер. Юғиһә дөйөм маҡсаттың әһәмиәте булмаясаҡ.

Әхмәт ӘХМӘРОВ:

— Төрлө быуын вәкилдәрен берләштереү өсөн, бәлки, имамға йәкшәмбе мәктәбе ойошторорға кәрәктер. Урындағы хакимиәт ярҙамында, әлбиттә.

Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ:

— Һәр район хакимиәтендә дини мәсьәләләр буйынса комиссия эшләй, ул урындағы барлыҡ хәл-ваҡиғаны, имамдарҙың хеҙмәтен контролдә тоторға, кәрәк сағында ярҙам итергә тейеш. Тимәк, Әхмәт хәҙрәттең әйткәндәренә ҡушылырға ғына ҡала. Шул уҡ ваҡытта әле генә бер идея тыуҙы: дәүләт гәзите булараҡ, “Башҡортостан” дин мәсьәләләре буйынса комиссияларҙың эшмәкәрлеген даими яҡтырта барһа, ҡаҙаныштарҙы күрһәтһә, бик отошло булыр ине, минеңсә. Аҙна һайын “Иман” махсус бите донъя күрә икән, ошондай мәсьәләләр ҙә күҙ уңынан ысҡындырылырға тейеш түгелдер.

Ваһһабилыҡтың Исламға ҡағылышы юҡ

— Хөрмәтле ҡунаҡтар, бөгөнгө ҡорҙа айырыуса һуңғы йылдарҙа ҙур проблемаға әйләнгән ваһһабилыҡ мәсьәләһен дә урап үтә алмаҫбыҙ. Был төшөнсәнең килеп сығышын, сәбәптәрен нисек аңлатырһығыҙ?

Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ:

— Ислам әһелдәре алдында, минеңсә, өс маҡсат тора: диндең ҡанундарын өйрәнеү, йәштәрҙе уның аша тәрбиәләү һәм ваһһабилыҡтың юлын кәртәләү. Беҙҙең университеттағы үҙәк ошо һуңғы бурыс буйынса ла әүҙем эшләй, диниә назараттары менән бергәләп йыйылыштар, осрашыуҙар уҙғарабыҙ, китаптар сығарабыҙ. Ғөмүмән, халыҡҡа ваһһабилыҡтың ни икәнен, тамырҙарын төшөндөрөү мөһим.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был төшөнсә фәҡәт Исламға бәйле аңлатыла кеүек. Әйтәйек, “Ислам экстремизмы”, “мосолман радикалдары” тигән һүҙҙәргә йыш осрарға тура килә. Төрлө мәғлүмәтте өйрәнгәс, үҙем өсөн шуны асыҡланым: ваһһабилыҡтың тарихына күҙ һалғанда, уның Ислам менән бер ниндәй бәйлелеге юҡ. Ул — сәйәси йүнәлеш. Бөгөн иһә был хәрәкәт күп осраҡта Исламға ышыҡланып ойошторола, һөҙөмтәлә динебеҙгә ҙур зыян килә. Минеңсә, ошо тема буйынса дини белгестәр араһында ғилми конференция үткәрергә, хәҡиҡәттең нигеҙен асыҡларға кәрәк. Уйҙырмаларға нөктә ҡуйһаҡ, минеңсә, теоретик яҡтан күп кенә мәсьәләне ыңғай хәл итеү мөмкинлеге тыуыр ине.

Әхмәт ӘХМӘРОВ:

— Экстремизм диндең нигеҙен бөтөнләй төшөнмәүҙән йә өлөшләтә аңлауҙан килә. Зөфәр Мөхтәр улы дөрөҫ әйтә: ваһһабилыҡ күберәк ошоға таянып башҡарыла. Уның Исламға бөтөнләй ҡағылышы юҡ. Ваһһабилыҡ — Мөхәммәт ибн Абдул-Ваһһабтың Мәккә менән Мәҙинәне Ғосман империяһынан айырып алыу өсөн яһалған бер алымы.
Экстремизм булмаһын өсөн кешегә дини йәһәттән ғилемлелек, тарихты, йолаларҙы белеү мөһим. Халҡыбыҙға ошоно аңлатһаҡ, төрлө радикаль ағымдарҙан күпкә йыраҡ торор инек. Хәйер, беҙҙә ваһһабилыҡты артыҡ ҡуйырталар кеүек, хәбәрҙәрҙең күбеһе — уйҙырма. Бының сәбәбе, бәлки, традицион Исламдың концепцияһы ныҡлап эшләнмәүҙәлер. Һәр хәлдә, барлыҡ мәсьәлә халыҡтың дини ғилемен арттырыуға ҡайтып ҡала.

Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ:

— Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға кәрәк әле беҙгә. Илебеҙ Президенты Владимир Путиндың дини тәғлимәт мәктәбе ойоштороу мөһимлеге хаҡында фекере менән килешмәү мөмкин түгел. Унда белем алған уҡыусы, әйтәйек, шул уҡ ваһһабилыҡтың ҡайҙан килеп сыҡҡанын белеп үҫер, Исламды уның менән бутамаҫ ине.

Тимур ВӘЛИТОВ:

— Дини мәктәп тигәндәй, мәҙрәсәләребеҙҙең дә әһәмиәтен арттырыу сараһын күрергә ине...

Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ:

— Дөрөҫ. Мәҫәлән, Стәрлебаштағы элекке данлыҡлы мәҙрәсәләр ҡайҙа хәҙер? Уларҙың эше ниңә дауам ителмәй? Ә бит был белем усаҡтары күпме шәхес үҫтергән! Заманында Стәрлебаш тотош Волга буйының Ислам үҙәге булған. Төбәктең ошо даны тергеҙелергә тейеш.

Тимур ВӘЛИТОВ:

— Мосолман йәштәре слетын киләсәктә, бәлки, Стәрлебашта үткәрергәлер? Ошо хаҡта бергәләп уйлайыҡ, фекер алышайыҡ.
Мәҙрәсәләрҙең әһәмиәтенә, йәмғиәттә тотҡан өлөшөнә әйләнеп ҡайтҡанда, шуны әйтергә теләйем: улар уҡытыу урыны ғына түгел, ә дини үҙәк булырға тейештер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер мәсеттәрҙең, мәҙрәсәләрҙең буш, эшһеҙ тороуына шаһитбыҙ. Уларҙы ниндәйҙер меценат төҙөй ҙә һөҙөмтәлә эшмәкәрлеген шәхси контроленә ала. Шундай осраҡтар ҙа бар: хатта үҙенә оҡшамаған кешеләрҙе индермәйҙәр. Был бит Исламға бөтөнләй хас түгел. Тимәк, беҙгә, шулай уҡ имамдарға аңлатыу эшен ныҡлы алып барыу бурысы йөкмәтелә.

Әхмәт ӘХМӘРОВ:
— Тимур ҡәрҙәшкә өҫтәп шуны әйтергә теләйем: мәҙрәсәләрҙең эш сифатын билдәләү өсөн мониторинг ойошторолоп торһон ине. Әйтәйек, ниндәйҙер уҡыу йортонда күпме шәкерт белем алған, улар ҡайҙа, нисек хеҙмәт итә, был урында тәртип ҡәнәғәтләнерлекме? Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе даими тикшереү, анализлау кәрәк. Шул уҡ ваҡытта милли кадрҙарға ла иғтибарҙы көсәйтһәк ине. Ни генә тимә, бындай мәсьәлә бер ваҡытта ла мөһимлеген юғалтмай. Үҙ белгесе булыуы һәр милләттең өҫтөнлөгөн күрһәтә.

Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ:

— Ғөмүмән, хәл итәһе мәсьәлә бихисап. Улар хаҡында бер “түңәрәк өҫтәл”дә һөйләп бөтөү ҙә мөмкин түгел. Ошондай осрашыуҙар йышыраҡ үткәрелһен, даими фекер алышып, аңлашып, бер маҡсатта эшләйек, хөрмәтле туғандар.


Вернуться назад