Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса субсидия биреү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде.
Документ республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары урынлашҡан ер биләмәләренең милексеһе, хужаһы, файҙаланыусыһы булған юридик һәм физик берәмектәргә субсидия биреү алымын билдәләй. Ҡарарға ярашлы, тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау йөкләмәһен үҙ иңенә алғандарға һәм махсус паспорты булғандарға субсидия бирелә. Шулай уҡ ошондай үҙенсәлекле объекттар урынлашҡан ерҙәргә иҫкәртеү һәм мәғлүмәти билдәләр ҡуйыу, янғынға ҡаршы саралар үткәреү, сүп-сарҙы сығарыу, биләмәне тәртиптә тотоу буйынса сығымдарҙы ҡаплау күҙаллана. Субсидия тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлауҙы тәьмин итеү йәһәтенән ҙур этәргес бирәсәк.
Әле Башҡортостанда республика әһәмиәтендәге 188 тәбиғәт ҡомартҡыһы бар.