Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Азат Ибраһимов республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры итеп тәғәйенләнде.
Азат Ибраһимов Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. 1996 — 2012 йылдарҙа матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры ярҙамсыһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана етәксеһе булып эшләне, республика Хөкүмәте Аппаратында матбуғат һәм телевидение мәсьәләләрен көйләү менән шөғөлләнде. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостандың Дәүләт китап палатаһы директоры булды. Бында ул республика матбуғатының автоматлаштырылған йылъяҙмаһын һәм электрон каталог төҙөү маҡсатында “ИРБИС” программаһын ғәмәлгә индереү йәһәтенән ҙур эш башҡарҙы.