Изгелек бүлешкәндән арта ғына18.04.2014
Изгелек бүлешкәндән арта ғына
Шаршамбы, кесе йома «Аҡбуҙат» ипподромы дәүләт власы, урындағы үҙидара, предприятиелар, эшҡыуарлыҡ һәм ижтимағи ойошмалар вәкилдәренең кәңәшмә майҙанына әүерелде. Был көндәрҙә социаль йүнәлешле, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың «Башҡортостан – берҙәмлек һәм үҫеш биләмәһе» тигән беренсе республика форумы эшләне. Унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

– Был сара матур йолаға әүерелер, тип ышанам. Бөгөн республикала коммерцияға ҡарамаған биш мең тирәһе ойошма бар. Уларҙың яҡынса бер мең ярымы эшләй. Әгәр «дәүләт машинаһы» социаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеү буйынса эҙмә-эҙлекле, ҡайһы ваҡыт әкрен хәрәкәт итһә, һеҙ йылдамһығыҙ, һыҙлаған урындарҙы таба беләһегеҙ, кешеләргә ниндәй ярҙам кәрәклеген аңлайһығыҙ. Көсөгөҙ, аҡылығыҙ, һәләтегеҙ менән төбәктә йәшәүҙең яңы сифатын тәьмин итәһегеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Президент социаль проблемаларҙы хәл итеү өсөн көрәшкән ҡайһы бер берекмәләр хаҡында ла әйтте. Мәҫәлән, «Ҡатын-ҡыҙҙар союзы» республика ижтимағи ойошмаһы гүзәл зат вәкилдәренең, шул иҫәптән әсәләрҙең спиртлы эсемлектәр менән мауығыуын иҫкәртеү менән уңышлы шөғөлләнә. Былтыр ойошманың «Эсмә, әсәй!» тигән проекты Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булды. Ҡайһы бер әсәләрҙең ВИЧ-инфекциялы балаһынан баш тартыу осрағын булдырмау өсөн тырышҡан «Спид-ҡа ҡаршы тауыш» ойошмаһының эше лә ыңғай баһаланды. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Инвалид балалы ата-әсәләр ассоциацияһының, Даун синдромы булған балалы ғаиләләр ойошмаһының, Өфөнөң Ижтимағи үҫеш фондының, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларындағы ижтимағи берекмәләрҙең эшмәкәрлеген башҡаларға яҡшы миҫал итеп килтерҙе.
– Сирле балаларҙы дауалау өсөн аҡса йыйыуҙы, мәрхәмәтлек концерттарын, хәйриә йәрминкәләрен, инвалидтар өсөн реабилитация үҙәктәрен ойоштороу мөһим. Берҙәмлек – изге эштәге уңыштың төп шарты. Был бурысты ғәмәлгә ашырыуҙа киң мәғлүмәт сараларының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бындай ойошмалар һәм улар атҡарған эштәр тураһында күберәк яҙырға кәрәк. Шәхси инвесторҙарҙы йәлеп итеү, кешеләрҙе мәрхәмәтлеккә өндәү мөһим, – тине Рөстәм Зәки улы.
Форумға саҡырылғандар араһында республиканан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә вәкилдәр бар ине. Улар ижтимағи советтарҙың мөмкинлектәре, бындай ойошмаларҙы дәүләт яҡлауы механизмдары, мәғариф, фән, мәҙәниәт кеүек өлкәләрҙәге мәсьәләләр һәм башҡалар хаҡында һөйләште. Сара барышында халыҡ университеттары һәм ирекмән отрядтары фестивалдәре уҙғарылды.


Вернуться назад