Данлыҡлы Стәрлебаш шәле хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында уны бәйләгән кешегә рәхмәт уҡый-уҡый ябынып йөрөгәндәр ҙә юҡ түгелдер әле. "Үҙе матур, үҙе йылы — был шәлгә кемдең ҡул йылыһы һалынды икән?" — тип ҡыҙыҡһынғандар ҙа барҙыр, моғайын. Һөнәрмәндәр менән таныштырырға ашығам. Улар — район мәҙәниәт һарайында тиҫтә йылдан ашыу эшләп килгән "Хужабикә" клубы оҫталары.
Бында 12 ҡатын-ҡыҙ йөрөй, күбеһе хаҡлы ялдағылар. Улар хеҙмәт йылдарын да бергә үткән — медицина өлкәһендә 35 йыл иңгә-иң терәп эшләгәндәр. Инәй-апайҙарҙың дуҫлығына, татыулығына һоҡланып туймаҫлыҡ!
— Әхирәттәр көн дә кис ултырып шәл бәйләргә йөрөй, — ти клуб етәксеһе Зөлфиә Вапаева. — Мамыҡ һатып алырға ла, йәрминкәләргә лә һәр саҡ бергә баралар.
Оҫтабикәләрҙең эше ырамлы. Ә шәлдәре ниндәй һуң! Уларҙы хатта сит илдәрҙән дә килеп алалар, ә республика, Себер яҡтары халҡы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Мәҫәлән, Сәриә инәй Ғәлимованың шәлдәрен синьориталар (Италия ҡыҙҙары) маҡтап туймаһа, Зәйнәп инәй Тажетдинованың оҫта ҡулдары етештергән өлгөләрҙе Канадала йәшәгән гүзәл зат ифрат ярата икән.
— Кешегә йылы бирергә ынтылып, күңел һалып бәйләйбеҙ бит, — тип йылмайҙы оҫтабикәләр, уңыш серҙәре хаҡында һорашҡас. — Мамыҡты дөрөҫ һайлай белергә, һәләтте даими үҫтереп торорға кәрәк. Йөндө үҙебеҙҙә тапмаһаҡ, күрше райондарҙан йәки Ырымбурҙан алдыртабыҙ. Уны матур итеп әҙерләгәс, ниндәй шәл сығырын самалайбыҙ, шунан ғына төп эш башлана. Әйтергә кәрәк, бөгөн баҙарҙа ҡабартылған шәлдәр күбәйҙе, халыҡ уларҙың матурлығына ғына ҡарап алданмаһын ине: ике тинлек тауар түгел бит.
Татыу оҫтабикәләр төрлө конкурста ла ихлас ҡатнаша. Мәҫәлән, йыл да уҙғарылған "Шәл байрамы"нда йыш еңеү яулайҙар. Жюри ағзалары ҡул эшенең юғары сифатына ғына түгел, оҫта яһалған биҙәктәргә лә хайран ҡала, ти. Һоҡланмаҫлыҡмы ни: милли үҙенсәлектәребеҙ сағыла бит уларҙа!
— Һөнәрселәрҙең өйрәнсектәре бармы? Данлыҡлы Стәрлебаш шәлдәре тарихта ғына ҡалмаҫмы? — тип тә ҡыҙыҡһындым инәй-апайҙарҙан.
— Заман башҡа — заң башҡа, тиһәләр ҙә, ҡыҙҙарыбыҙ, ейәнсәрҙәребеҙ яныбыҙҙан китмәй өйрәнә, беҙҙең күҙ күреп етмәгән ерҙәрҙе бәйләп тә ҡуя, — тип яуап бирҙе ҙур ғорурлыҡ менән улар.
Шуға ла иғтибар итмәү мөмкин түгел: шәл бәйләүсенең кеҫәһенә бер дана тауарҙан ике-өс мең һум аҡса инеп ята, ҙур мамыҡ япмалар иһә тағы ла ҡыйбатыраҡ. Тимәк, быуындан быуынға күсеп килгән кәсепте дауам итеү отошло.