Ватанына хеҙмәт итте16.04.2014
Ватанына хеҙмәт итте
Ғүмер ағын һыу кеүек. Бына инде Башҡортостандың элекке эске эштәр министры, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Именлек Советы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Рауил Закирйән улы Фәйрүзовтың яҡты донъянан китеүенә лә 18 йылдан ашыу ваҡыт үтте.

Быйыл апрель баштарында уға ни бары 65 йәш тулған булыр ине. Эшенә бирелгән ныҡлы ихтыярлы, көслө рухлы кешеләр ҡыҫҡа ғына осорҙа бер нисә ғүмергә торошло итеп йәшәй ала. Рауил Фәйрүзов та нәҡ ошондай шәхес булды. Ул фиҙакәр хеҙмәте менән халыҡта ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды.
Рауил Закирйән улы Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған, ошо уҡ ауылда урта мәктәпте тамамлаған. Хеҙмәт юлын слесарь булып башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, аҙаҡ Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй. 1973 йылда хеҙмәт коллективы юлламаһы буйынса эске эштәр органдарына хеҙмәт итергә килә. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, һуңынан Мәскәүҙә СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлай.
25 йылға яҡын ғүмерен милиция эшенә бағышлай ул. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында Калинин районы эске эштәр бүлегенең енәйәттәрҙе тикшереү бүлексәһе инспекторы вазифаһынан башлай. Офицер дәрәжәһенә үткән аттестацияла уҡ етәкселек уның инициативалылығын, тырыш хеҙмәтен билдәләй. Аҙаҡ Калинин районы эске эштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары итеп үрләтелә. 1985 йылда Октябрь районы эске эштәр бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ла тырышып эшләй ул. Ике-өс йыл эсендә эске эштәр бүлеген алдынғылар сафына сығара.
Артабан, илдә енәйәтселек ҡотороп сәскә атҡан ваҡытта, Рауил Закирйән улы Башҡортостан Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы итеп үрләтелә. Сәләмәтлеген һәм үҙен аямай, тәүлектәр буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләй.
1990 йылда генерал-майор Рауил Фәйрүзов – Башҡортостан эске эштәр министры урынбаҫары, бер йылдан һуң министрҙың беренсе урынбаҫары итеп үрләтелә. 1995 йылдың апрелендә Башҡортостан эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ошо вазифала эшләй.
Ул хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән айырылып торҙо. Юғары профессионализмы һәм хоҡуҡ тәртибен, законлылыҡты һаҡлауҙа шәхси фиҙакәрлеге менән иптәштәре араһында ғәйәт ҙур ихтирам, абруй яуланы. Иң ҡатмарлы һәм хәүефле операцияларға үҙе етәкселек итте.
Күптәр Башҡортостан Юғары Советы рәйесе урынбаҫары, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Р. Мусин үлтерелгән көсөргәнешле көндәрҙе хәтерләйҙер. Рауил Фәйрүзовтың туранан-тура етәкселегендә енәйәтселәр фашланды һәм хөкөм алдына баҫты.
Рауил Закирйән улының оператив ҡарар ҡабул итеү һәләте, иҫ киткес ойоштороу сифаты Нефтекама яғынан килгән автобусты, ҡораллы террорсы тарафынан ҡулға алынған аманаттарҙы азат иткәндә лә, ул автобусты баҫып алған енәйәтсене ҡоралһыҙландырғанда ла асыҡ күренде.
Уның тормошо һәм хеҙмәт юлы – эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн үҙ бурысыңа яуаплылыҡ менән ҡарау, эшеңә бирелгәнлектең һәм намыҫлылыҡтың үрнәге. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем бирелде, күп тапҡыр Почет грамоталары, эске эштәр органдарының батырлыҡ билдәләре һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Ләкин көсөргәнешле эш уның сәләмәтлеген ҡаҡшатты – ни бары 47 йәшендә генә беҙҙең аранан китеп барҙы. Иҫ киткес һоҡланғыс шәхес, республикабыҙ халҡының тыныслығын һәм ғүмерен ҡыйыу яҡлаған Рауил Закирйән улы Фәйрүзов тураһындағы яҡты иҫтәлек күңелдәрҙә әле лә йәшәй. Халҡыбыҙ үҙенең данлы улдарын һис онотмай. Тыуған ауылы Үрге Ҡыйғыла Генерал Фәйрүзов урамы барлыҡҡа килде. Бында шулай уҡ Рауил Закирйән улына һәйкәл-бюст ҡуйылды. Республикала һәм Ҡыйғы районында уның иҫтәлегенә йыл һайын бокс һәм еңел атлетика буйынса ярыштар үткәрелә.


Ҡустым ҡәбере янында

Мәшһүр генерал, ҡустым
Рауил Фәйрүзовтың яҡты иҫтәлегенә


Мәрмәр ташҡа аҡ башымды
ҡуйһам,
Йәнем әрней, уйҙа бер һорау:
Ғүмереңде кем һуң тартып алды,
Ник һуғылды зәһәр ул ҡырау?!

Ҡояш менән бергә таңдан тороп,
Башҡарҙың һин эштең ҙурҙарын,
Кешеләргә аҙмы бүләк иттең
Ҡайнар йөрәгеңдең нурҙарын.

Ошо гүзәл яҡты донъяларҙа
Изге уйҙар менән йәшәнең.
Тау менгәндә арыу-талыу белмәй
Йәшен булып янып йәшнәнең.

Кем урланы һинең йылдарыңды,
Кинәт кенә ғүмерең өҙөлдө.
Бейек тауға менеп еткәс кенә,
Балҡып һүндең йондоҙ шикелле!

Ғүмер йәйҙәрендә китеп барҙың,
Ярты юлыңды ла үтмәнең,
Аҫыл заттар оҙаҡ йәшәһен, тим,
Ниңә, әжәл, бер аҙ көтмәнең?!

…Ауыр саҡта доға кәрәк, тиҙәр,
Йыш-йыш барам һинең яныңа.
Доға әйтһәм, күңелем бушап ҡала,
Күҙҙәремдән йәштәр ағыла…
Радик ХӘКИМЙӘН.


Вернуться назад