Илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләнә16.04.2014
Афғанстан Республикаһында хәрби бурысты үтәүҙең 25 йыллығын байрам итеү айҡанлы былтыр “Башҡортостан хәрби хәрәкәт ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, республика Мәғариф министрлығы башланғысы нигеҙендә һәм Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамында “Афған һуғышы ветерандары тураһындағы тарихи иҫтәлекте һаҡлайыҡ” республика ғилми-тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурсы иғлан ителгәйне.

Күптән түгел 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында ошо конкурсҡа йомғаҡ яһалды, еңеүселәр бүләкләнде.
Музей хеҙмәткәрҙәре барыһын да ихлас ҡабул итте, экспозициялар менән таныштырҙы. Экскурсия үткәргән Наталия Годованец – легендар дивизияның данлы яу юлы, “Хәрби бурысҡа һәм антҡа тоғролоҡ” экспозицияһы урынлашҡан залда Башҡортостан хәрби хәрәкәт ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов Афған һуғышы йылдары тураһында һөйләне, шулай уҡ конкурста төрлө номинациялар буйынса 35 эштең ҡатнашыуын билдәләне. Музейҙың тамаша залында бәйгелә еңеүселәр дипломдар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде. Улар араһында Әбйәлил районынан Даян Баймөхәмәтов, Наян Ғәлиуллин, Алишер Хажин да бар ине. Еңеүселәрҙең ғилми-тикшеренеү эше буйынса етәксеһе, Әбйәлилдәге 93-сө һөнәрселек училищеһының инглиз теле уҡытыусыһы Фәриҙә Әбүзәр ҡыҙы Күсемоваға ла бүләк тапшырылды.
Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов исеменән уның ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина сығыш яһаны. Ул әлеге сараның Тыуған илгә һөйөү, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Сара “Мегаполис” мәҙәни-күңел асыу комплексында тамамланды. Боулинг буйынса турнирҙа балалар ҙа, хәрби хәрәкәт ветерандары ла ярышты. Беренсе урынды Нуриман районынан Афған һуғышы ветераны Илдус Гәрәев, икенсене — Әбйәлил районынан конкурста ҡатнашыусы Рөстәм Батталов, өсөнсө урынды Нуримандан тағы ла бер ветеран Эдуард Есенов яуланы.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы мөдире Илүзә Ғәйнуллина бәйгелә ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе һәм экспонаттар менән танышыу өсөн музей ишегенең һәр саҡ асыҡ булыуын билдәләне.



Вернуться назад