Ныҡлап әҙерләндек16.04.2014
Ныҡлап әҙерләндек
Яҙғы ташҡын ауыл халҡына ни дәрәжәлә ҡурҡыныс менән янай, хәүефле хәлде алдан иҫкәртеү йәһәтенән ниндәй саралар күрелә? Ошо һорауҙарға Кәлтәй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Булат РӘШИТОВ яуап бирә. Һүҙ — уға:

– Дөйөм алғанда, ташҡынға ҡаршы эшмәкәрлекте йылдағыса март башында уҡ йәйелдерҙек. Биләмәлә хакимиәт башлығы рәйеслегендә депутаттар, медицина хеҙмәткәрҙәре, ойошмалар етәкселәре ингән биш комиссия төҙөлдө. Тәү сиратта һыу баҫыу янаған шәхси йорттарҙы, төрлө хужалыҡ объекттарын һәм күпер, быуа кеүек гидротехник ҡоролмаларҙы яңынан тикшереп сыҡтыҡ.
Халыҡ араһында аңлатыу эшенә, комиссия ағзаларынан тыш, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, ауылдарҙағы әүҙем граждандар йәлеп ителгән. Һыу баҫыу ихтималы юғары булған урындарҙа йәшәгәндәргә йорттарын, өй кәрәк-ярағын, ихаталағы ҡоролмаларын страховкалап ҡуйыуҙы хәстәрләү зарурлығын да иҫкәртәбеҙ.
Тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙан һаҡлау, шулай уҡ яҙғы ташҡындан зыяраттарҙың, мал ҡәберлектәренең йыуылыуын булдырмау өсөн тейешле саралар күрелә. Ҡойо һәм башҡа асыҡ һыу сығанаҡтарын ҡулланған ауылдарҙа эсәр һыу сифаты даими тикшерелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре һәм депутаттар диспансер иҫәбендә торған сирлеләрҙең, ғәриптәрҙең һәм ярҙамға мохтаж булған оло йәштәгеләрҙең хәлен белешеп тора, көтмәгәндә ауырып киткәндәрҙе ҡабул итеү өсөн Күтәрем ауылындағы һәм район үҙәгендәге дауаханаларҙа махсус урындар тураһында килешеп ҡуйылған.
Бар нәмәне алдан күҙаллап булмай, шуға ла һәр ауылда аҙыҡ-түлектең, һыуҙың, дарыуҙарҙың һәм башҡа иң кәрәкле әйберҙәрҙең етерлек запасы булдырылған, халыҡты иҫкәртеү һәм бәйләнеш саралары тикшерелеп тора. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған осраҡта кешеләрҙе алып сығыу өсөн махсус урындар, транспорт, уларҙың маршруттары билдәләнгән, мал-тыуарҙы икенсе ергә күсереү ҡаралған.
Ауыл Советы биләмәһенә ингән ун ауылдың өсөһө йылға буйында урынлашҡан. Тиктәм ярындағы Гәрәйгә, Кәлтәйҙе һыулаған Шәрипкә йыл һайын тиерлек ниндәйҙер кимәлдә яҙғы ташҡын ҡурҡынысы янай. Көндәрҙең йылыныуы ҡарҙың тиҙ иреүенә килтерһә лә, әлегә был ауылдарҙа хәл тотороҡло ҡала.
Киңерәк һәм мул һыулы Етеҙ Таныпҡа Ҡалтасы йылғаһы ҡушылған ерҙә ултырған Сумара ауылын һыу баҫыуы ихтимал. Был ҡар һыуҙарының үҙебеҙҙә күп булыуынан ғына тормай, Етеҙ Танып ҡойған Ағиҙелдең артыуы менән дә бәйле. Ауыл эргәһенән күтәрелгән юл бына ун йылдан ашыу дамба ролен үтәй. Уның торошо әлегә яҡшы, ташҡын һыуҙарының аша үтмәйәсәгенә ышаныс ныҡлы.
Бөгөн Сумаралағы 101 йорт-хужалыҡта 157 кеше көн күрә, уларҙың күпселеге оло йәштәге, шуға ла ташҡынға бәйле хәүефһеҙлек сараларына ныҡлы иғтибар бүләбеҙ. Ауылдың биләмә үҙәгенән – ҡырҡ, район үҙәге Ҡалтасынан илле саҡрымға яҡын алыҫлыҡта ятыуын иҫтә тотабыҙ. Бындағы барлыҡ эштәрҙе ауыл Советы депутаты Камил Зәһриев етәкселегендәге ташҡынға ҡаршы комиссия ағзалары ойоштора. Бәләгә тарығандарға тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн медицина хеҙмәткәренән һәм ир-егеттәрҙән торған махсус бригада төҙөлгән, хәл торошона ҡарап, уның ағзалары тәүлек әйләнәһенә дежурҙа буласаҡ. Халыҡта булған кәмәләр иҫәпкә алынып, кәрәк осраҡта уларҙы ҡулланыу өсөн яуаплылар билдәләнде. Шәхси машина хужалары менән дә алдан һөйләшеүҙәр үткәрелде.
Ансар НУРЕТДИНОВ
яҙып алды.


Вернуться назад